ҠАРАҢ
ҠАРАҢ (Р.: проклятый; И.: damned; Т.: lanet) с. диал.
Ҡарғалған, ләғнәтле. □ Проклятый. Ҡараң көн. Ҡараң эш. Ҡараң ҡылыҡ.
ҠАРАҢҒЫ I (Р: тёмный; И.: dark; Т.: karanlık) с.
1. Яҡтылыҡ төшмәгән, яҡты булмаған. □ Тёмный. Ҡараңғы төн. Ҡараңғы бина. Ҡараңғы өй. ■ Юлдың тауҙы киҫеп уткән ерендә генә, бер ҡараңғы мәмерйә алдында туғыҙ башлы дейеу ята ине, ти. Әкиәттән. Талғын кутәрелгән ҡараңғы төн тәҙрәләрҙән эскә ҡараны. Ғ. Сәләм. Йондоҙҙар ҙа бөгөн янманылар, ете төндәр булды ҡараңғы. К. Кинйәбулатова. Эй, китте, эй, китте, ти, Ҡуҙыйкурпәс, бара торғас, осһоҙ-ҡырыйһыҙ, дөм ҡараңғы урманға килеп етте, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. кусм. Ксъүк түгел, билдәһеҙ. □ Тёмный, неясный, неизвестный. Уныһы миңә ҡараңғы. ■ Миңә, ул ваҡыттағы 3-4 йәшлек малайға, куп ваҡиғалар ҡараңғы тойолһа ла, шул саҡтарҙағы халыҡтың аһ-зары, йәшәйеше куҙ алдымда тора кеуек. «Атайсал», 3 август 2012.
3. кусм. Ауыр тәьҫир ҡалдырған, бошонҡо, асыулы, күңелһеҙ, насар. □ Мрачный, угрюмый, отсталый, нецивилизованный. Ҡараңғы сырай. ■ Үҙ куңелендәге оло ышаныс, яҡты өмөт менән ярһыған Иштуған ауылдашының был минутта утә ҡараңғы сырайлы булыуын абайлай алманы. 3. Биишева. Уның [Бикмырҙаның] ҡомһарған йөҙө аҙ ғына асылып киткәндәй булды ла, тиҙ ук киренән ҡараңғы сырай алды. Ф. Иҫәнғолов.
4. кусм. Наҙан, мәҙәниәтһеҙ, артта ҡалған. □ Мрачный, беспросветный, безрадостный. Ҡараңғы яҙмыш. Ҡараңғы тормошта йәшәу.
ҠАРАҢҒЫ II (Р.: темнота; И.: darkness; T.: karanlık) и.
Яҡты булмаған ваҡыт, төн. □ Темнота, сумрак, сумерки. Ҡараңғыға ҡалыу. Ҡараңғы төшөу. Ҡараңғыла ҡайтыу. Таң ҡараңғыһы. ■ Серле көлөмһөрәгән куҙҙәре ялтырап китеуе төнгө ҡараңғыла ла асыҡ куренә ине
ҡыҙҙың. Д. Шәрәфетдинов. • Ҡараңғының куҙе юҡ. Әйтем. Ҡараңғыла ҡалтырағансы, яҡтыла ялтыра. Әйтем. Яҡтыла яҡты куренмәҫ, ҡараңғыла сатҡы ла куренер. Әйтем.
ҠАРАҢҒЫЛАНДЫРЫУ (ҡараңғыландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡараңғыланыу, понуд. от ҡараңғыланыу. ■ Ҡапыл Гәрәйҙең куҙ алдарын ҡараңғыландырып, ниндәйҙер ҡыҙыл ҡорма ҡапланы. Б. Бикбай.
ҠАРАҢҒЫЛАНЫУ (ҡараңғылан-) (Р: темнеть; И.: darken; T: kararmak) ҡ.
1. Ҡараңғыға әйләнеү. □ Темнеть, потемнеть. // Потемнение. Ҡон ҡараңғыланды. Ҡараңғыланып китеу. ■ Бая уҡ тамырлана башлаған болоттар, бергә уҡмашып, тотош кукте ҡаплап алдылар, көн ҡапыл ҡараңғыланды. Б. Бикбай. [Гариф] тау итәгендәге ҡалын ҡарҙы йырып ауылға еткәндә, тирә-яҡ ҡараңғылана башлаған ине инде. И. Насыри.
2. Ҡараһыу төҫкә инеү. □ Темнеть, чернеть (о цвете). Диңгеҙ өҫтө ҡараңғыланды. Кук йөҙө ҡараңғыланды. ■ Кук йөҙө куҙ асып йомған арала ҡараңғыланды. «Йәшлек», 1 март 2008.
3. кусм. Ауыр хис, күңелһеҙлек менән ҡапланыу. □ Мрачнеть, омрачаться (о взоре, лице). Йөҙө ҡараңғыланғандан ҡараңғыланды. ■ Ҡаштарының урталай һынып төйөлөуенән, сырайы ҡараңғыланып, уртын сәйнәуенән Юлыштың уҙенең дә саҡ тыйылып ултырыуы, асылда иһә, ҡайғынан, нәфрәттән ярһып, утҡа-һыуға керергә әҙер тороуы куренә. Ә. Хәкимов.
♦ Күҙ алды ҡараңғыланыу ҡапыл баш иҫәңгерәп, күрмәҫ булыу. □ Помутиться в глазах. ■ Ҡарттың хәле бөтөп, куҙ алды ҡараңғыланды, башы әйләнде. Һ. Дәүләтшина. Куҙ яҡтыға сағылды, куҙ алдым ҡараңғыланды, баш әйләнде, куҙҙән йәштәр аҡты. Д. Юлтый.
ҠАРАҢҒЫЛАТЫУ (ҡараңғылат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡараңғылау, понуд. от ҡараңғылау. Булмәне ҡараңғылатыу. ■ Көнбайыштан ҡалҡып сыҡҡан, башта бурек
262