Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 264


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА ПАР
егеп, баҫыу юлы менән, дуға бейеклеге булып елберләп уҫкән ашлыҡтар араһынан, киң баҫыуға ҡарап йунәлделәр. Т. Йәнәби.
ҠАРА ПАР (Р.: чистый пар; И.: bare fallow; T.: buhar) и.
Ныҡ эшкәртелгән таҙа пар. □ Чистый, чёрный пар.
ҠАРАР I [ғәр. JjS] (Р.: решение; И.: solution; decision; T.: karar) и.
1. Уйлау, кәңәшләшеү һөҙөмтәһендә бер нәмә эшләү ниәте менән яһалған һығымта. □ Решение, постановление. Ҡарарға килеу. Ҡарар ҡабул итеу. Ҡарар сығарыу. ■ Тормошта шундай кешеләр бар: уҙенең эш-ҡылығын төрлө итә ала, бишкә төрләндерә ала, әммә һәр хәлдә һуңғы ҡарарҙы дөрөҫ ҡабул итә. 3. Ураҡсин.
2. Рәсми һәм мәжбүри төҫ алған дөйөм фекер. □ Постановление. Ҡарар сығарыу. Ҡарарҙы утәу. ■ Башҡортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы уҙ ҡарамағына индерелгән мәсьәләләр буйынса закондар һәм ҡарарҙар ҡабул итә. Башҡортостан Конституцияһынан.
ҠАРАР II (Р: местожительство; И.: residence; T.: ikametgah) и. иҫк.
Торор урын. □ Местожительство, пристанище. Ҡарар таба алмай йөрөу. Ҡарар эҙләу. Ҡарары юҡ.
ҠАРАР ИТЕҮ (ҡарар ит-) (Р: решать; И.: decide; T: karar vermek) ҡ.
1. Ниҙер эшләргә билдәле бер фекергә килеү. □ Решать. Мин ҡустымды барып курергә ҡарар иттем. ■ Хистәр ташып тула куңелемә, ҡарар итәм: ҡыҫҡа бер ғу-меремдә бер биш ғумер йәшәп ҡалырға. М. Хәй.
2. Рәсми һәм мәжбүри булған дөйөм фекер белдереү. □ Решать, постановлять. Депутаттар ҡарар иткән саралар. ■ Аҙна башында район етәкселәре кутәрелгән мәсьәләне тикшерҙе һәм законһыҙ эш алып барыусыларға ҡаршы саралар курергә ҡарар итте. «Йәшлек», 4 октябрь 2006.
ҠАРАР ҠЫЛЫУ (ҡарар ҡыл-) ҡ. ҡар. ҡарар итеү. Мин сит илгә сығып йөрөп
килергә ҡарар ҡылдым. ■ Мәртәбәле йыйын аманат юллап хәйләкәр уә ғәйрәтле Батырхан менән йәш, йылғыр Әхмәтйәнде ебәрергә ҡарар ҡылды. И. Ноғоманов.
ҠАРАРЛАНЫУ (ҡарарлан-) (Р: устраиваться; И.: settle; T.: yerleşmek) ҡ. иҫк.
Урынлашыу, урында тороу. □ Устраиваться, обосновываться. Мин был ҡалала ҡарарландым. М Бер ай миҡдар ҡарарланып кирегә дунделәр. «Башҡорт шәжәрәләре».
ҠАРАРЛАУ (ҡарарла-) (Р: решать; И.: decide; T.: kararlaştırmak) ҡ.
Ниҙер эшләү хаҡында уйлап, аныҡ бер фекергә килеү. □ Решать, постановлять, выносить решение. ■ Юлиә аҙаҡ, уҙ бул-мәһендә яңғыҙ ҡалғас, туйғансы иланы ла уҙен уҙе .. орошто, был тойғоно башынан бөтөнләй алып ташларға, бының өсөн уҙен ҡулға алырға ҡарарланы, һ. Дәүләтшина.
ҠАРАРНАМӘ и. ҡар. ҡарар I. М Рәсәйҙең ЗАГС органдарының барлыҡҡа килеу көнө тип 1917 йылдың 18 декабре һанала, ул көндө «Гражданлыҡ никахы, балалар һәм хәл акттарын теркәу китабы тураһында» ҡарарнамәгә ҡултамға ҡуйылған. Интернет селтәренән.
ҠАРАСА I (Р: поздняя осень; И.: late autumn; T.: sonbahar) и.
1. Көҙгө ҡара һыуыҡ миҙгел. □ Поздняя осень. Ҡарасала уҡ ҡар яуҙы. ■ Ул [Бай-ғубәк] ашыҡты, йәтешле урын табылһа, көҙгө ҡараса айҙары тыуғансы, илде ҡуҙғатып ҡына тугел, урынлаштырып, оя ҡороп ҡалыу теләге уны ана шулай бер тегендә, бер бында сабырға мәжбур итте. К. Мәргән.
2. ҡар. ҡарасай III. Ҡараса айы. • Ҡараса килмәй көҙ булмаҫ, ҡаңтар килмәй, боҙ булмаҫ, һынамыш.
ҠАРАСА II и. зоол. диал. ҡар. ҡарасабан. Инә ҡараса. Ата ҡараса. ■ Ары ла осор ҡараса, бире лә осор ҡараса, тал төбөндә тоноҡ һыу — тондороп эсер ҡараса. Халыҡ ижадынан.
264