ҠАРАСАЙЫЛҒА
ҠАРАСАБАҠ (карасабағы) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Карасабак (название родового подразделения башкир). Ҡарасабак аймағы башҡорто. Ҡарасабак аймағынан булыу. Ҡарасабак аймағынан сығыу.
ҠАРАСАБАН (Р: турпан; И.: velvet scoter; T.: kadife ördek) и. зоол.
Өйрәктәр төркөмөнә ҡараған ҡара төҫтәге һыу ҡошо. □ Турпан (лат. Melanitta fused). Ҡарасабан йомортҡаһы. Инә ҡарасабан. Ата ҡарасабан. ■ [Ҡарасабан] урмандарҙағы һәм тауҙарҙағы күлдәрҙә йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана.
Э. Ишбирҙин.
ҠАРА САҒАН (Р: клён остролистный; И.: Norway maple; T.: çınar yapraklı akçaağaç) и. бот.
Европала һәм көньяҡ-көнбайыш Азияла киң таралған ҡара олонло саған. □ Клён остролистный (лат. Acer platanoides). Ҡара саған ағасы. Ҡара саған олоно. Ҡара саған ботағы. Ҡара саған япрағы.
ҠАРАСАЙ I (Р: карачаевец; И.: Karachai; T.: Karaçaylar, Karaçaylılar) и. этн.
Ҡарасай-Черкес Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың береһе һәм шул халыҡтың бер кешеһе (төрки телдәрҙең береһендә һөйләшә). □ Карачаевец. / Карачаевский. Ҡарасай теле. М Башҡорт, Ҡазан татарҙары, ҡарасай халыҡтарының хөрәфәти хикәйәләрендә ул [өй эйәһе], нигеҙҙә, зарарһыҙ йән эйәһе булһа, Көнбайыш Себер татарҙарының һөйләүендә иһә — кешеләргә дошман булған үтә зарарлы демо-нологиҡ образ. Ф. Нәҙершина.
ҠАРАСАЙ II и. зоол. диал. ҡар. ҡарасабан. ■ Ҡарасай ҙа китә, яҙын ҡайта. Ҡаҙҙай беҙ ҙә юлдар табырбыҙ. Йырҙан. Ҡарасай, өйрәк көлөшкән ҡамышлы күл, йылғалы .. Бына шундай Уралым. Ҡобайырҙан.
ҠАРАСАЙ III (Р: октябрь; И.: October; T.: Ekim) и. иҫк.
Йылдың унынсы айының исеме; октябрь. □ Октябрь. Ҡарасай айы. ■ Ул йылы ҡарасай ҡаты һыуыҡтары менән барса халыҡты аптыратты. «Йәшлек», 17 февраль 2012. Октябрь — тулыһынса көҙ айы. Юҡҡа ғына был ай ҡарасай тип аталмаған — был миҙгелдә тирә-яҡта ҡара төҫ өҫтөнлөк итә. «Йәйғор», 16 ноябрь
2011.
ҠАРАСАЙ IV (Р: чёрненький; И.: rather dark; T.: kara) с. диал.
Ҡара ғына. □ Чёрненький. Ҡарасай күҙле ҡыҙ. Ҡарасай егет. ■ Ҡарасай ҙа күҙең, ҡыйғас ҡашың. Халыҡ йырынан.
ҠАРАСАЙ-БАЛҠАР ТЕЛЕ (Р: карачаево-балкарский язык; И.: Karachay-Balkar language; T.: Karaçay-Malkar dili) u.
Ҡарасайҙар һәм балҡарҙар теле (төрки телдәрҙең береһе). □ Карачаево-балкарский язык. Ҡарасай-балҡар телен өйрәнеү. Ҡарасай-балҡар телен белеү. М Уға [ҡыпсаҡ төрки телдәренә] башҡорт, татар, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, ойрот, нуғай, ҡумыҡ, караим, ҡарасай-балҡар телдәре һәм үзбәк теленең ҡышлаҡ диалекты инә. Ж. Кейекбаев.
ҠАРАСАЙСА (Р: по-карачаевски; И.: in Karachay; T.: Karaçay dilinde) p.
1. Ҡарасай телендә. □ По-карачаевски (на карачаевском языке). Ҡарасайса һөйләшеү. Ҡарасайса уҡыу. Ҡарасайса яҙыу.
2. Ҡарасай халҡына хас рәүештә. □ По-карачаевски, собственно карачаевцам (петь, танцевать и т. д.). Ҡарасайса кейенеү. Ҡарасайса бейеү. Ҡарасайса йырлау.
ҠАРАСА-ЙЫЛҒА (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаңны ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Карача-елга (название родового подразделения башкир). Ҡа-раса-йылға аймағынан булыу. Ҡараса-йылға
265