Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 266


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРА САЛАМАНДРА
аймағынан сығыу. Ҡараса-йылға аймағына ҡарау.
ҠАРА САЛАМАНДРА (Р.: чёрная саламандра; И.: Alpine salamander; T.: Alp semenderi) и. зоол.
Европаның бейек тауҙарында йәшәй торған саламандра. □ Чёрная саламандра (лат. Salamandra atra). Ҡара саламандра ҡойроғо. Ҡара саламандралар төбәге.
ҠАРА САРЛАҠ (сарлағы) (Р.: чёрная крачка; И.: black tern; T: kara sumru) и. зоол.
Башы сөм ҡара, һырты, түше һорғолт ҡара төҫтәге, йылға һәм күлдәрҙә йәшәүсе күсмә ҡош. □ Чёрная крачка (лат. Chli-donias nigra). Ҡара сарлаҡтар йылы яҡтарҙан осоп килде. Был кулдә ҡара сарлаҡтар бар. ■ [Кара сарлаҡ] балыҡ, һыу бөжәктәре, ҡусҡарҙар, һөлөктәр менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАРАСБАЙ I с. диал. ҡар. ҡарасман. Ҡарасбай ғына улы бар. Ҡарасбай ғына бесәй. Ҡарасбай ғына бала.
ҠАРАСБАЙ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъяндарҙың, күбәләк башҡорттарының ара, зат исеме. □ Название родовых подразделений башкир-тамьянцев, кубэлэков. Ҡарасбай ерҙәре. Ҡарасбай башҡорто. Ҡарасбай араһынан сығыу.
ҠАРА СЕБЕН (Р: комнатная муха; И.: domestic fly; T: karasinek) и. зоол. диал.
1. Аш-Һыу тирәһендә була торған ҡара себен; өй себене. □ Комнатная муха (лат. Musca domestica). Ҡара себен кубәйгән. Ишекте асып ҡуйып, өйгә ҡара себен тултырғанһығыҙ. Н Ҡара себен һау ергә куҙ һалмайҙыр, бар булһа эрен, ҡутыр — шунда ҡуныр. М. Аҡмулла.
2. Ваҡ ҡына себен; һуҡыр себен, ләпәкәй. □ Мошка, мошкара (лат. Simuli-idae). Ҡара себендәр куҙгә, танауға инә. Ҡара себендәр кубәйеп киткән. Ҡара себен тешләй.
ҠАРА СЕРЕТКЕ (Р: яйцо-болтун; И.: egg gone bad; T: bozuk yumurta) и. диал.
Баҫҡанда себеше сыҡмай боҙолған йомортҡа. □ Яйцо-болтун. Йомортҡаның береһе ҡара серетке булып сыҡҡан. Ҡара серетке йомортҡа. Оянан ҡара сереткеләрҙе алып ташланыҡ.
ҠАРА СИҢЕРТКӘ (Р: саранча; И.: locust; T: çekirge) и. зоол. диал.
Тура ҡанатлылар төркөмөнә ҡараған, яу булып осоп йөрөп, игенде, үләнде бөтөргән зарарлы ауыл хужалығы ҡоротҡосо. □ Саранча (лат. Acrididae). Ҡара сиңерткәләрҙән кургән зыян. Ҡара сиңерткә баҫҡан. S Ҡара сиңерткәләрҙең ун йыл һайын кумәкләп һөжум итә торған ғәҙәте бар. «Йәшлек», 28 июль 2009.
ҠАРАСИРА и. бот. диал. ҡар. ҡаразирә. Ҡарасира орлоғо. Ҡарасира япрағы. Ҡа-расира уҫкән ялан.
ҠАРАСҠЫ (Р: пугало; И.: scarecrow; Т: korkuluk) и.
1. Ҡош-ҡортто өркөтөү өсөн, кеше рәүешендә яһап, баҡсаға, баҫыуға ҡуйған нәмә. □ Пугало. Ҡарасҡы элеп ҡуйғас, себештәрҙе ҡурҡмай йорт алдына сығарҙыҡ.
2. Йәнлек, ҡош-ҡорт тиреһен тултырып уны кәүҙәләндергән йәки берәй икенсе нәмәне һынландырған килбәт. □ Чучело. М [Ҡышты оҙатыу байрамы аҙағында] шат тауыштар менән ҡышты һынландырған ҡарасҡы яндырылды. «Торатау», 11 март 2011. Ҡаһым турә.. атын ҡыҙҙырып сабып барған хәлдә, бер уңға, бер һулға әйләнеп, бер сыбыҡты ла ҡалдырмай өҙә сабып, һөңгө менән ҡарасҡыны, ҡылысы менән йомро «баш»ты сәнсеп алыуы булған, ҡарап тороусылар хайран ҡалып, Ҡаһымды хөрмәт ҡылғандар. Ф. Нәҙершина.
3. кусм. Һалбыр, килешһеҙ кейем кейгән йәки бысраҡ кешегә ҡарата. □ Чучело (о неряшливо, нелепо одетом или грязном человеке). Ҡарасҡыға әйләнгән берәҙәктәр. М Һәр саҡ һылыу, матур ҡатын куҙ алдында ҡарасҡыға әуерелеуен куреп, был
266