Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 267


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАСЫБЫН
хәлде ғибрәт итеп һөйләйҙәр. «Йәшлек», 11 ғинуар 2011.
4. Йәмһеҙ нәмә, күренеш. □ Безобразное. К Ер өҫтөндәге барса илаһилыҡ тоноҡлана: әле генә йәшелгә, алтынға мансылып ултырған урмандар ҡарасҡыға әйләнә, аҡлан-ҡырҙар уларҙың ҡотһоҙ шәуләһен хәтерләтә. «Ағиҙел», № 11, 2012.
5. кусм. Алыҫта йәки ҡараңғыла тоноҡ ҡына булып күренгән нәмәнең шәүләһе. □ Силуэт. К Тирмә тирәһендәгеләр бөтәһе лә, ҡулдарын маңлайҙарына ҡуйып, юлға, алыҫтан куренгән ҡарасҡыға текләнеләр, һ. Дәүләтшина. Офоҡта һыбай ҡаҙаҡтарҙың ҡарасҡылары куренеп ҡала. Ғ. Ғүмәр. Юлындағы һәр бер ҡарасҡынан өркһә өркһөн әйҙә ҡырҡмыш тай. Р. Бикбаев. [Зәрҡум — Шулгәнгә:] Ул куренгән ҡарасҡы — һарайҙы һаҡлап тороусы, беҙҙе куреп килеусе ҙур дейеуҙең берәуһе. «Урал батыр».
6. диал. ҡар. уба. ■ Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр райондарында таштан өйөлгән боронғо 3—4 мөйөшлө убалар — ҡарасҡылар бар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРАСҠЫЛ I (Р: темноватый; И.: darkish; fuscous; T.: grimsi kahverengi) c.
Ҡара төҫкә тартым; ҡараһыу. □ Темноватый. Ҡарасҡыл шәулә. М Торбанан сыҡҡан ҡуйы ҡарасҡыл төтөн, аҡрын ғына таралып, тауҙарҙы төрөп уҫкән ағастар араһында юғалып ҡала. И. Абдуллин. Димдең тирә-яғы ҡарасҡыл ҡуйы йәшел урман менән ҡапланған. С. Агиш.
ҠАРАСҠЫЛ II и. диал. ҡар. ҡарасҡы 5. К Өркөргә әҙер торған аттарҙы аланда-тып, ниндәйҙер ике ҙур ҡарасҡыл сабышып уҙғандай тойолдо. Я. Хамматов.
ҠАРАСҠЫЛАНЫУ (ҡарасҡылан-) (Р: чернеть, виднеться; И.: resemble a shadow; T: kararmak) ҡ.
1. Ҡарасҡы (5) булып күренеү. □ Чернеть, виднеться (о чём-л. чёрном). Ҡарасҡыланып тороу. Ҡарасҡыланып куренеу. Алыҫта нимәлер ҡарасҡыланып куренә.
2. диал. Ҡараңғы, ҡараһыу төҫтә булыу. □ Темнеть, потемнеть. Ҡарасҡыланып тороу. Ҡарасҡыланып китеу. Ш Ҡук йөҙө элекке кеуек асыҡ зәңгәр тугел, ҡарасҡыланып тора. С. Агиш.
ҠАРАСҠЫЛАУ (ҡарасҡыла-) (Р: затемнять; И.: shade; T: karartmak) ҡ. диал.
Ҡараңғылау, ҡараңғы итеү. □ Затемнять. Ҡараскылап торма әле. Утты ҡарас-ҡылама. Ҡараскылап тороу.
ҠАРАСҠЫЛТ с. ҡар. ҡарасҡыл I.
■ Татлыбайҙың битендәге ҡарасҡылт ҡыҙыллыҡ артты, куҙҙәре теремекләнеп китте. Ш. Шәһәр.
ҠАРАСМАН (Р: тёмненький; И.: swarthy; darkling; T: koyu renk) c.
Ҡара йөҙлө кешегә йәки ҡара төҫтәге малға ҡарата ҡулланыла. □ Тёмненький, чёрненький, смуглый. М Ҡартатай ҡарасман булған, шуға ҡушамат алған ул «Ҡара Вәли» тигән. Ә. Әсәҙуллина. Артабан да ҡарасман булып йөрөргә теләмәһәгеҙ, ябай ғына ысулдар ярҙамында ҡабаттан аҡ йөҙлөгә әуерелергә мөмкин. «Йәшлек», 27 июль 2012.
ҠАРАСМЫ (Р: смуглый; И.: swarthy; Т: esmer) с. диал.
Ҡыҙғылтыраҡ ҡара, ҡара һөрөңкө йөҙлө; ҡуңыр. □ Смуглый. Ҡарасмы кеше. Ҡарасмы бала. Ҡарасмы егет.
ҠАРА СУРНАЙ (Р: смуглый; И.: swarthy; T: esmer) с. диал.
Ҡыҙғылтыраҡ ҡара, ҡара һөрөңкө йөҙлө; ҡуңыр. □ Смуглый. Ҡара сурнай бала. Ҡара сурнай кеше. Ҡара сурнай егет.
ҠАРА СЫБЫҠ (сыбығы) (Р: дерево без листьев; И.: tree with no leaves; T: yapraksız ağaç) и. диал.
Япраҡ ярып өлгөрмәгән ағас, япраҡһыҙ ағас. □ Дерево без листьев. Ҡара сыбыҡтан башҡа бер ни ҙә юҡ. Был ағас торғаны ҡара сыбыҡ.
ҠАРАСЫБЫН и. зоол. диал. ҡар. ҡарасабан. Ҡул өҫтөнән ҡарасыбындар осоп киттеләр. Ҡарасыбын балаһы. Ҡарасыбын ояһы.
267