ҠАРА СЫПҠАЙ
ҠАРА СЫПҠАЙ (Р.: черношейная поганка; И.: black-necked grebe; T.: kara boyunlu batağan) и. зоол.
Күлдәрҙә, йылға ятыуҙарында йәшәүсе, дөйөм төҫө ҡара, ҡорһағы аҡ, ҡабырғалары ҡыҙғылт ерән төҫтәге күсмә ҡош. □ Черношейная поганка (лат. Podiceps nigricollis). Ҡара сыпҡайҙар йылы яҡҡа осто. Ҡара сыпҡай балаһы. Я [Ҡара сыпҡай] башҡа сыпҡайҙар һымаҡ, ерҙән атлап йөрөй алмай, сөнки аяҡтары кәуҙәһенең артҡы яғында урынлашҡанлыҡтан, алғы яғын кутәрә алмай. Э. Ишбирҙин.
ҠАРА СӘЙ (Р.: чёрный чай; И.: black tea; T.: siyah çay) и.
Япраҡтарын оҙаҡ окислап киптерелгән ҡара көрән йәки ҡара төҫтәге сәй. □ Чёрный чай. Ҡара сәй эсеу. Ҡара сәй төрҙәре. Я Ҡара сәйҙәге флавоноидтар артерияларҙы һәм ҡан тамырҙарын зарарлы холестериндан һаҡлай. «Ашҡаҙар», 23 июнь
2012.
ҠАРА СӘПСЕК (сәпсеге) (Р: воробей;
И.: sparrow; T.: serçe) и. зоол. диал.
Сыбар көрән һыртлы, буҙ ҡорһаҡлы ваҡ ҡош; турғай. □ Воробей (лат. Passer domes-ticus). Ишек алдына ҡара сәпсектәр йыйылып киткән. Ҡара сәпсектәр оса. Ағас ботағына ҡара сәпсек ҡунған.
ҠАРА СӘПСӘҮ (Р: черныш; И.: green sandpiper; T.: yeşil düdükçün) и. зоол.
Шырлыҡтарҙа, һаҙлыҡтарҙа, йылға буйҙарында йәшәүсе, башы, муйыны һарғылт һоро, түше ҡара сыбар, арҡаһы һәм ҡанаттары ваҡ ҡына һары бөртөклө ҡара төҫтәге ҡош. □ Черныш (лат. Tringa осһго-pus). Ҡара сәпсәу ҡанаты. Ҡара сәпсәу балаһы. Я [Ҡара сәпсәу] тебеттән ҡара ҡанатттары һәм ҡойроҡ өҫтө аҡ булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҠАРА СӘСКӘ (Р: Черноголовка; И.: selfheal; T.: yara otu) и. бот.
Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡыҙыл күк төҫтәге сәскә атыусы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Черноголовка (лат. Prunella
vulgaris). Ҡара сәскәле ялан. Ҡара сәскәләр уҫә. Ҡара сәскә япрағы.
ҠАРА СӘСӘК (сәсәге) (Р: чёрная оспа; И.: smallpox; T.: çiçek hastalığı) и. мед.
1. Кешеләрҙә була торған, һуңғы стадияһында күперектәре ҡара ҡабыҡ менән ҡапланған йоғошло ауырыу. □ Чёрная оспа. Ҡара сәсәк эпидемияһы. Ҡара сәсәк сығыу. Я Бала-саға өсөн иҫ киткес ҡурҡыныс ауырыу булып ҡара сәсәк һаналған. Ә. Әсфәндиәров.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ Дух чёрной оспы. Ҡара сәсәкте ҡыуыу име. Ҡара сәсәк эйәһе йөрөй тиҙәр.
ҠАРА СЫСҠАҠ (сысҡағы) (Р: хронический понос у животных; И.: chronic diarrhea; T.: ishal) и. һөйл.
Малдарҙа була торған хроник эс кит-мәһе. □ Хронический понос у животных, непроходящий понос. Ҡара сысҡаҡтан яфаланыу. Ҡара сысҡаҡ булыу. Һыйырыбыҙ ҡара сысҡаҡ.
ҠАРАҪҠАҠ (ҡар а ҫ ҡа ғы) и. диал. ҡар. ҡара аҡһаҡ. Ҡараҫкаҡ булғанда, мал гелән аҡһап йөрөй.
ҠАРАТ [рус. < ғәр. (Р: карат; И.: carat; T.: kırat) и.
Аҫыл таш үлсәй торған үлсәү берәмеге, 0,2 грамға яҡын. □ Карат. Ике ҡарат алмас. Туғыҙ ҡарат алтын йөҙөк. Я Ҡартты бер нисә ҡарат алмас менән тотоп алалар. Картотека фондынан.
ҠАРАТА (Р: к, по направлению к; И.: towards; T.: ...(у)а (doğru) бәйл.
1. Эш-хәрәкәттең йүнәлешен белдерә; табан, ҡарай. □ К, по направлению к (послелог с дат. п.). Ҡөньяҡ тауға ҡарата. Я Ҡаратау морононан көньяҡ тауға ҡарата быуалар пәйҙә булып, яп-ялтыр кулгә әйләнә. Т. Хәйбуллин.
2. Эш-хәрәкәттең тоҫҡалышын, берәй нәмәгә йәки кемгә бәйләнешен белдерә. □ Применительно, относительно, в отношении, по отношению к (послелог с дат. п.). Дуҫыма ҡарата. Я Минең Ғәйшәгә карата әллә ниндәй мөхәббәт хистәрем юҡ. С. Агиш.
268