ҠАРА ТАРАҠАН
ҠАРА ТАРАҠАН (Р.: чёрный таракан; И.: Oriental cockroach; T.: doğu hamam böceği) и. зоол.
Йортта иҙән аҫтында һәм башҡа ҡараңғы урындарҙа йәшәй, аҙыҡ эҙләргә төнөн сыға, төрлө бысраҡ нәмәләр менән туҡлана торған ҡара төҫтәге ҙур тараҡан. □ Чёрный таракан (лат. Blatta orientalis). Ҡара тараҡандар үрсегән. Ҡара тараҡан йүгереп килә. Ҡара тараҡанға ҡаршы ағыу.
ҠАРА ТАҪТАМАЛ (Р.: ритуальное полотенце; И.: magical towel; T.: siyah havlu) и. миф.
Өсйән ауырыуын имләгәндә ҡулланылған мифлаштырылған предмет. □ Ритуальное полотенце (мифологизированный предмет, с помощью которого лечили рахит). Ҡара таҫтамал менән имләү. ■ Өсйәнде ерәндереү өсөн баланың эсенә ҡара таҫтамал, ҡара күмер һалалар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРАТАУЛЫ (Р: название башкирского рода; И.: name of Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эй ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Каратаулы (название башкирского рода). Ҡаратаулы ырыуына ҡарау. Ҡаратаулы ырыуынан булыу. Ҡаратаулы ырыуы башҡорто.
ҠАРА ТАУЫҠ (тауығы) (Р.: чёрная курица; И.: magical chicken; T: siyah tavuk) и. миф.
Магик дауалауҙа ҡулланылған ҡош. □ Чёрная курица (мифологизированная птица, участвует в магическом лечении). Ҡара тауыҡ менән имләү. ■ Ҡара тауыҡ һуйып, шуның менән һуҡҡылап, аҙаҡ соҡорға ташлап та осоҡлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРА ТАУЫҠ ҠАНЫ (Р: кровь чёрной курицы (магическое отгонное средство); И.: magical way of healing; T.: siyah tavuk kanı) u. миф.
Ҡара тауыҡ ҡанын ҡулланып ен һуғыуҙы дауалау ысулы. □ Кровь чёрной курицы (магическое отгонное средство). ■ Кеше
оҙаҡ сарпыулап ауырыһа, уның кейемен ҡара тауыҡ ҡанына буяп ергә күмәләр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРАТАШ I (Р: графит; И.: graphite; Т.: grafit) и. мин.
Ҡара йәки ҡара һоро төҫтәге минерал (ҡәләм, электр кәрәк-ярағы яһау өсөн ҡулланыла)', графит. □ Графит. / Графитовый. Ҡараташ менән һыҙыу. Ҡараташ менән яҙыу. Ҡараташ ҡәләм.
ҠАРАТАШ II (Р: диабаз; И.: diabase, dolerite; T.: diyabaz) и.
Йәшкелт ҡара төҫтәге ҡара магматик тау тоҡомо; төҙөлөштә ҡулланыла. □ Диабаз. / Диабазовый. Юлға ҡараташ түшәү. Иретелгән ҡараташ. М Ҡойма эсендә, балта менән юнып шымартылған һымаҡ ҡараташ бағана тора. М. Тажи.
ҠАРАТАШ (Р: Чёрный камень; И.: Black Stone; T: Siyah Taş) u.
1. дини. Ҡәғбәнең мосолмандар табына торған ҡара төҫтәге, ярым түңәрәк формалағы, көмөш бау менән бәйләнгән бер нисә өлөштән торған ташы; ҡәғбә ташы. □ Чёрный камень; объект поклонения мусульман, расположенный в угловой стене Каабы — священного храма в Мекке. ■ Ҡәғбәнең ишеге 286 кг ауырлыҡтағы саф алтындан ҡойолған. Көнсығыш мөйөшөнә Ҡара таш беркетелгән. «Йәшлек», 21 август 2010.
2. Ниндәй ҙә булһа ҡара таш. □ Камень чёрного цвета. К Ирәндектең ҡара ташы — күк бүренең ояһы. Халыҡ йырынан. • Ҡара ташты йыуһаң да ағармай. Әйтем.
3. миф. Тапма ауырын имләүҙә, ҡан таратыуҙа ҡулланыла торған таш. □ Мифологизированный камень, используемый при лечении малярии, активизации кровообращения. ■ Тапмаға ағас төбөнән ҡара таш ҡаҙып алып, ваҡлап, шуға тоҙ ҡушып эсергәндәр. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Аҡ таш ағарып ята, күк таш күгәреп ята, ҡара таш ҡан тарата. Имләүҙән.
270