ҠАРА ТӨЛКӨ
♦ Ҡара таш булып ятыу йөрәктә ауыр йөк булып тороу. □ Лечь камнем на сердце. ■ Ҡайтҡан саҡта Байдәуләт менән Йәнгилде, саҡ аяҡ шылдырып, бик яй ҡайтты. Ауыр эштән бигерәк ҡара таш булып йөрәктәрен баҫып ятҡан ҡайғы уларҙың һуңғы хәлен алды. Ә. Бейешев. Ҡара ташҡа ҡош ҡундырмаҫ үткер, батыр кешегә ҡарата әйтелә. □ О храбром человеке. Зәйни бер ниҙән дә ҡурҡып тормай, ҡара ташҡа ҡош ҡундырмаҫ батыр кеше.
ҠАРА ТИРЕҪ (Р.: перегной; И.: compost; T.: humus) и.
Янған, серегән тиреҫ; серетмә. □ Перегной, перегоревший навоз. Ҡара тиреҫ ту-геу. Ҡара тиреҫ һалып тутәл эшләу. Ҡара тиреҫ бик яҡшы ашлама булып тора.
ҠАРА ТОРМА (Р.: чёрная редька; И.: black radish; T.: kara turp) и. бот.
1. Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡуҙаҡ орлоҡло, ҡара тамырлы баҡса үҫемлеге. □ Чёрная редька (лат. Raphanus sativus var. niger). Ҡара торма сәсеу. Ҡара торма япрағы. ■ Сөгөлдөр, ҡауын, сельдерей, ҡара торма ҡояш аҙ, ямғырлы йылда нитраттарҙы уҙенә ныҡ һеңдерә. «Йәшлек», 3 июль 2012.
2. Шул үҫемлектең кеше ашай торған ҡара ҡабыҡлы йыуан әсе тамыры. □ Чёрная редька. Ҡара торма ашау. Ҡара торманан турама эшләу. ■ Бик тәмле лә, файҙалы ла, сөнки төп составын тәшкил иткән ҡара торма С витаминына бик бай. «Йәшлек», 1 май 2008.
ҠАРА ТОРНА (Р: журавль-красавка; И.: demoiselle crane; T.: telli turna) и. зоол.
Яландарҙа йәшәүсе, кәүҙәһе күкһел һоро, башы, муйыны, ҡанат остары, аяҡтары ҡара, суҡышы һары төҫтәге күсмә ҡош. □ Журавль-красавка (лат. Antropoides virgo). Ҡара торна ҡанаты. Ҡара торналар йылы яҡҡа осто. Н [Ҡара торна] йәш улән һабағы һәм тамырҙары, бөжәктәр менән туҡлана, һирәкләп сысҡандар ҙа аулай.
Э. Ишбирҙин.
ҠАРА ТОЯҠ I (тояғы) (Р: нижняя часть щиколотки у лошади; И.: lower part of horse’s ankle; T.: atın ayak bileği) и.
Йылҡы малының бәкәленә тиклемге урыны. □ Нижняя часть щиколотки у лошади. Ҡара тояғы йәрәхәтләнгән. Аттың ҡара тояғы. Ҡара тояғы тәңгәленән батҡаҡ.
♦ Ҡара тояҡ ҡарында ятмаҫ буласаҡ хәл барыбер булыр. □ соотв. Чему быть, того не миновать. Я Әсәһенең эсенә бер инеп ятҡас, нишләһен, ҡара тояҡ ҡарында ятмай бит инде, мөҙҙәте еткәс, [бала] донъяға яр һалған. «Йәшлек», 8 ғинуар 2011.
ҠАРА ТӨЯҠ II (тояғы) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуының ара, нәҫел, аймаҡ исеме. □ Каратуяк (название родового подразделения башкир племени юрматы). Ҡара тояҡ башҡорто.
ҠАРА ТӨЙЛӨГӘН (Р: коршун чёрный; И.: black kite; T.: kara çaylak) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош. □ Коршун чёрный (лат. Milvus migrans). Ҡара төйлөгән ҡанаты. Ҡара төйлөгән ҡысҡыра. Ҡара төйлөгән балаһы.
ҠАРА ТӨЙӘК (төйәге) (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенең ҡармыш ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара-туяк (название родового подразделения башкир). Ҡара төйәк аймағына ҡарау. Ҡара төйәк аймағынан булыу. Ҡара төйәк аймағынан сығыу.
ҠАРА ТӨЛКӨ (Р: чёрно-бурая лиса; И.: silver fox; T.: siyah tilki) и. зоол.
Ябай төлкөнөң ҡара көрән төҫтәге төрө. □ Чёрно-бурая лиса (лат. Vulpes vulpes). Ҡара төлкө тиреһе. Ҡара төлкө аулау. Я В.И.Далъ бәйән иткән бер легендала юха затлы әуермән башта ҡара төлкө булып куренә лә, һунарсы егет атып ултергәнсе, ун ике ҡиәфәткә, шул иҫәптән
271