ҠАРА ТУЙЫҘ
берсә — эт, берсә — бесәй, берсә — ҡондоҙ, берсә юлбарыҫ ҡиәфәтенә инеп өлгөрә. Ә. Сөләймәнов. Төньяҡ Уралда бөйөк боҙлоҡҡа тиклем йәшәгән юлбарыҫтарҙы, арыҫландарҙы, мәмерйә айыуҙарын, ҡара төлкөнө хәҙерге арыҫландар, юлбарыҫтар, бөгөнгө Урал айыуҙары, буреләр һәм төлкөләр тап ошо заманда алмаштырған. «Йәшлек», 29 апрель 2008.
ҠАРА ТУЙЫҘ (Р.: кора старой берёзы; И.: old birch bark; T.: eski huş kabuğu) и.
Ҡарт ҡайын ағасының олон төбөндәге телгеләнеп, ҡытыршы булып торған ҡалын ҡабығы; суғырмаҡ. □ Кора старой берёзы. Ҡара туйыҙға ҡулымды һыҙырҙым.
ҠАРА ТУҠ (туғы) (Р.: крот; И.: mole; Т.: köstebek) и. зоол. диал.
Ер аҫтынан юл йырып йөрөй торған осло моронло, тарбаҡ ҡыҫҡа аяҡлы, ләпәк кәүҙәле ваҡ йәнлек; һуҡыр сысҡан. □ Крот (лат. Talpa). Ҡара туҡ ояһы. Ҡара туҡ ояһына инеп китте. Ҡара туҡ — ер аҫтын йырып йөрөусе йәнлек.
ҠАРА ТУҠРАН и. зоол. диал. ҡар. ҡара тумыртҡа. Ағаста ҡара туҡран туҡылдай. Ҡара туҡран ағас ҡортон ашай. Ҡара туҡран ағасҡа ҡунды.
ҠАРА ТУМЫРТҠА I (Р: желна; И.: black woodpecker; T.: kara ağaçkakan) и. зоол.
Бейек ағаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәүсе тоноҡ ҡара төҫтәге ултыраҡ ҡош. □ Желна (лат. Dryocopus martius). Ҡара тумыртҡа балаһы. Ҡара тумыртҡа ағас ҡорто супләй. М [Ҡара тумыртҡа] ағас бөжәктәре, ҡарағай һәм шыршы орлоҡтары менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҠАРА ТУМЫРТҠА II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Кара тумыртка (название родового подразделения башкир). Ҡара тумыртка аймағынан сығыу. Ҡара тумыртҡа аймағына ҡарау. Ҡара тумыртҡа аймағынан булыу.
ҠАРАТУН ҠЫПСАҠ (ҡыпсағы) (Р.: название родовых подразделений башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, сәҙе ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Каратун кыпчак (название родовых подразделений башкир). Ҡаратун ҡыпсаҡ аймағынан сығыу. Ҡаратун ҡыпсаҡ аймағына ҡарау.
ҠАРА ТУҢ (Р: осенние заморозки; И.: autumn frosts; T.: sonbahar kırağı) и. диал.
Көҙгө туңғаҡ. □ Осенние заморозки, бесснежные морозы. Ҡара туңда утын алып килделәр. ■ Хәҙер малды кәртәгә туплап бөттөләр бит инде. Ҡара туңда килеп ҡалырға кәрәк ине. 3. Ураҡсин.
ҠАРА ТУҢҒАҠ (туңғағы) и. ҡар. ҡара туң. Был ҡара туңғаҡта малды көтөугә сығармайыҡ. Ҡара туңғаҡта утын алып килергә кәрәк.
ҠАРА ТУПРАҠ (тупрағы) (Р: чернозём;
И.: chernozem, black earth; T.: kara toprak) u.
Ҡуйы ҡара төҫтәге, серетмәгә бай булған тупраҡ төрө. □ Чернозём, чернозёмная почва. ■ Боронғо грек һәм рим тарихсыларының әҫәрҙәрендә Башҡортостан гузәл тәбиғәтле, урмандарға, тауҙарға, ҡара тупраҡлы уңдырышлы баҫыуҙарға, инеш-йылғаларға, кулдәргә бай, ғәҙел һәм эшсән, ҡыйыу һәм ҡаһарман кешеләр иле итеп тасуирлана. Н. Асанбаев. • Ҡара тупраҡ иген уңдыра. Әйтем.
ҠАРА ТУРҒАЙ (Р: чёрный дрозд; И.: blackbird; T.: karatavuk, kara bakal) и. зоол. диал.
1. Кәүҙәһе ҡара, суҡышы, күҙ ҡабаҡтары сағыу һарғылт ҡыҙыл төҫтәге, урмандарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәүсе күсмә ҡош; ҡара барҡылдаҡ. □ Чёрный дрозд (лат. Turdus merula). Ҡара турғай төрлө еләк, улән һәм ағас орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана. Ҡара турғайҙар көньяҡҡа осто. Ҡара турғайҙар осоп килде.
2. Сыбар көрән һыртлы, буҙ ҡорһаҡлы ваҡ ҡош; турғай. □ Воробей. Сыйырсыҡ
272