ҠАРАУ
ояһына ҡара турғай оялаған. Ҡара турғайҙар сырылдаша. Беҙҙең бесәй ҡара турғай балаһы тотҡан.
ҠАРА ТУТ АҒАСЫ (Р.: шелковица чёрная; И.: black mulberry; T.: kara dut) и. зоол. диал.
Япрағы менән ебәк ҡорто туҡлана торған ҡарағусҡыл төҫлө емештәре булған көньяҡ ағасы. □ Шелковица чёрная (лат. Morus nigra). Ҡара тут ағасы үҫтереү. Бында ҡара тут ағасы күп үҫә. Ҡара тут ағасы төбөндә ятыу.
ҠАРАТҮШ (Р.: черногрудка; И.: stint species; T.: bir cins kuş) u.
Оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы, һорғолт ҡом төҫөндәге ҡош (һыу буйында була). □ Чер-ногрудка (лат. Sylvia erythacus). Ҡаратүштәр оса. Ҡаратүш ҡанаты. Ҡаратүш суҡышы.
ҠАРА ТЫРМА и. бот. диал. ҡар. ҡара торма. Ҡара тырма үҫтереү. Ҡара тырманан турама эшләү. М Тупалама менән ауырыһа, борон ҡара тырманы ҡырып яба торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРА ТЫРНАҠ (тырнағы) (Р: нарыв на нижней части щиколотки у лошади; И.: sort of veterinary condition; T.: atın ayak bileğindeki çıban) u.
Ат тырнағына сыҡҡан шешек. □ Нарыв на нижней части щиколотки у лошади. Ҡара тырнаҡ сыҡҡан. Ҡара тырнаҡтан яфаланыу. Байталға ҡара тырнаҡ сыҡҡан, бик яй бара.
ҠАРА ТЫРЫШ (Р: усердный; И.: zealous; diligent; T.: inatçı) с.
1. Һис бер ҡаршылыҡҡа ҡарамай, алдына алған эште башҡарырға тырышҡан. □ Усердный, старательный, проявляющий усердие в достижении своей цели. Балалары бигерәк ҡара тырыш. ■ Ни булһа ла, тура һүҙле, ҡара тырыш, ғорур башҡорт батыры Ҡаһым түрәнең ғәзиз башҡайы сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала. «Һаҡмар», 6 сентябрь 2012.
2. Үҙ һүҙле, еңмеш. □ Упрямый. Эй, ҡара тырыш та инде был Мәрфуға. Ҡара тырыш Сәлим үҙ һүҙен һүҙ итмәйенсә туҡтамай.
ҠАРАТЫУ (ҡарат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡарау. понуд. от ҡарау. Ҡаратып алыу. М Иртәгәһенә мейестең үр яҡ эргәһендә, ҡартты арҡаһы менән яҡтыға ҡаратып ултыртып, Барсын әбей уның бөтә биленә буйлатып һөлөк һалды. һ. Дәүләтшина. Егеттең егетлеге шунда — күңеле төшкәнен үҙенә ҡаратмай ҡуймай. М. Тажи. һүҙ тапмаҫлыҡ матурлығың менән һин ҡараттың мине үҙеңә. М. Хәй. Балаларҙың иғтибарын йәлеп итеп, үҙенә ҡаратып, ғилем донъяһына сәйәхәткә алып китер өсөн һәләт, ихтыяр көсө, түҙемлек кәрәк. «Атайсал», 13 июль 2012.
♦ Ауыҙға ҡаратыу һүҙгә әүрәтеп, бөтә иғтибарҙы алыу. □ Отвлекать, развлекать разговором кого, заставить внимательно слушать. М Була бит шундай кешеләр: юҡты бар итә, күрмәгәнен үҙ күҙем менән күрҙем, ишетмәгәнен үҙ ҡолағым менән ишеттем, ти ҙә, сәғәттәр буйы кешене ауыҙына ҡаратып ултыра. С. Кулибай. Ә ҡарт оттора торған кешеләрҙән түгел: башҡаларҙы һүҙе менән ауыҙына ҡаратып ҡуя ла, үҙе табынға килтерелгән ашамлыҡтарҙы һыпыра биреүен белә. Б. Бикбай.
ҠАРА ТӘНЛЕ (Р.: темнокожий; И.: dark skinned; T.: koyu renk) c.
1. Негроид расаһына ҡараған, тәненең төҫө ҡара булған. □ Темнокожий (имеющий тёмный цвет кожи как признак негроидной расы). Ҡара тәнле раса. ■ Африкала тыуым юғары, шуға 2100 йылға планетаның һәр өсөнсө кешеһе ҡара тәнле булыр тип фа-разлана. «Башҡортостан», 25 август 2011.
2. Тән тиреһе ҡарағусҡыл төҫтә булған. □ Темнокожий (имеющий кожу темноватого, смуглого цвета, с кожей темноватого, смуглого цвета). Ҡара тәнле егет. Ҡара тәнле бала. Ҡара тәнле кеше.
ҠАРАУ (ҡара-) (Р.: смотреть; И.: look; Т.: bakmak) ҡ.
273