ҠАРАУ
1. Күҙҙе ҡайҙалыр йәки нимәгәлер йүнәлтеү. □ Смотреть, глядеть, поглядеть. Алыҫҡа ҡарау. Ҡарап ҡалыу. Ҡарап ултырыу. Ҡарап тороу. Ҡарап ятыу. Ҡарап алыу. Ҡарап ҡуйыу. Ҡарап килеу. Ҡарап барыу. Ҡарап йөрөу. ■ Был тирәк шул тиклем бейек, осо куккә олғашҡан, ти, кутәрелеп ҡараһаң, баштан кәпәс төшөп китә, ти. Әкиәттән. Тауҙар, тауҙар! Ҡайһы тау бейек? — тип мин Уралға тағы ла ҡараным. Ғ. Сәләм. Ҡук йөҙөндә тулған айы йылмайып ҡарап тора. Р. Ниғмәти. • Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара. Мәҡәл.
2. Иғтибар итеү, күңел менән ҡараш ташлау. □ Смотреть, глядеть, поглядеть, обратить внимание. Ҡыҙҙар ҡарамай уға. Был ҡыҙға егеттәр ҡарай. ■ Беҙ һис нәмәгә ҡарамайынса, һис бер нәмә уйламайынса ҡыҙыу-ҡыҙыу алға атланыҡ. Д. Юлтый.
3. Ҡарашта ниндәйҙер эске кисереште, уй-тойғоно сағылдырыу. □ Отражать какое-л. чувство во взгляде. Йылмайып ҡарау. Тултырып ҡарау. ■ [Өйрәнсек] ялыныслы һәм меҫкен ҡиәфәт менән Һөнәрсегә тилмереп ҡараған. 3. Биишева.
4. Тамаша ҡылыу, күҙәтеү. □ Смотреть, осматривать, рассматривать, просматривать, наблюдать. // Осмотр, просмотр, наблюдение. Сериал ҡарау. Балет ҡарау. Ҡарап бөтөу. ■ Ҡырымдан ҡайтышлай, ҡарар өсөн Сәйҙелдәр тейҙеләр Мәскәугә. Ғ. Сәләм.
5. Танышыу, белеү, тикшереү өсөн күҙҙән үткәреү. □ Смотреть, осматривать, рассматривать, просматривать, ознакамли-ваться. // Осмотр, просмотр, ознакомление. Ҡарап сығыу. Картина галереяһын ҡарау. Яңы фатирҙы ҡарау. ■ Мин дә урынымдан тороп, фото алдына барып баҫам. Данлы көрәш йылдарының онотолмаҫ сәхифәләрен ниндәйҙер моңһоу тулҡынланыу менән ҡарарға керешәм. 3. Биишева.
6. Умарта, ау кеүек нәмәне тикшереү. □ Смотреть, осматривать, проверять. Ҡапҡанды ҡарау. Мурҙаны ҡарау. Тоҙаҡ ҡуйғайным, ҡарап килергә кәрәк.
7. Ауырыу, сирле кешене тикшереү, сирҙең булыу-булмауын билдәләү. □ Смотреть, осматривать, проверять, освидетель-стовать. // Осмотр. Ауырыуҙы баш табип ҡараны. Ауырыуҙы ҡарарға шәфҡәт туташы килде.
8. Тикшереп асыҡлау, асыҡлап хәл итеү. □ Рассматривать, разбирать. Документтарҙы ҡарау. Ғаризаларҙы ҡарау. Кө-нуҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау.
9. Кемгәлер йәки нимәгәлер эйәреү, өлгө йәки сығанаҡ итеп алыу. □ Смотреть, учитывать, следовать, последовать. Һурәткә ҡарап төшөрөу. Куршегә ҡарап йәшәу. Коллегаларға ҡарап эшләу.
10. Кемгәлер йәки нәмәгәлер иғтибар итеү, иҫәпкә алыу; эш иткәндә кем йәки нимә менәндер иҫәпләшеү. □ Считаться, учитывать мнение. Ата-әсәнең кәңәшенә ҡарау. • Атына ҡарама, затына ҡара. Мәҡәл.
11. кусм. Нимәнелер маҡсат итеп тотоу, иғтибарҙы йүнәлтеү. □ Смотреть. Үҙ яғын ҡарау. Аҡса яғын ҡарап эш итеу. • Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң бөткәс, эш һине ҡарар. Мәҡәл.
12. Ниндәйҙер мөнәсәбәттә, уй-фекерҙә булыу. □ Смотреть, относиться, считать, воспринимать, полагать, думать. Ғәмһеҙ ҡарау. Дөрөҫ ҡарау. Тигеҙ ҡарамау. ■ Ғөмумән, халыҡтың яманды, ялғанды, ҡурҡаҡты тугел, ә яҡшыны, хаҡлыҡты һәм батырлыҡты данлау ғәҙәтенә мин тәрән хөрмәт менән ҡарайым. 3. Биишева. Балаларҙы куҙ ҡараһы кеуек һөйөп ҡарай торған был тормош. Ғ. Сәләм.
13. Иҫәпләү, һанау, ниндәйҙер мөнәсәбәттә булыу, ҡабул итеү. □ Считать, относиться. Яҡын итеп ҡарау. Туған итеп ҡарау. Дуҫ итеп ҡарау.
14. Тейешле хеҙмәт күрһәтеү, тәрбиә итеү, тәрбиәләү. □ Смотреть, присматривать, приглядывать, ухаживать. Балаларҙы ҡарау. Ауырыу кешене ҡарау. Ҡунаҡ ҡарау.
15. Ниндәйҙер эштең хәстәрен күреү, шул эшкә яуаплы булыу. □ Смотреть, присматривать, приглядывать, ухаживать. Баҡсаны
274