Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 275


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРАУ
ҡарау. Ауылды ҡарау. Эшҡыуар мәктәпте ҡарауҙы уҙ өҫтөнә алды.
16. Кемделер йәки нимәнелер табыу маҡсатында эҙләү. □ Присматривать, приглядывать, подыскивать, выбивать. Кәләш ҡарап йөрөу. Төҙөлөшкә урын ҡарау. Ҡарап биреу.
17. Йөҙ менән билдәле бер яҡҡа йүнәлгән булыу. □ Смотреть, глядеть, быть обращённым куда, выходить куда. Өйҙөң ике тәҙрәһе көньяҡҡа ҡарай. Йортобоҙ тәҙрәһе урманға ҡарап тора. Ҡапҡабыҙ Сәлимәләрҙең һарайына ҡарап тора.
18. кусм. Кемгәлер йәки нимәгәлер мөнәсәбәтле, бәйләнешле булыу. □ Относиться, касаться, иметь отношение. Был ерҙәр ҡайһы ауылға ҡарай? Был һорау темаға ҡарамай. Лексикографияға ҡараған һорауҙар.
19. кусм. Таяныс итеп күреү, өмөт бәйләү. □ Возлагать надежду. Ҡарап торған кешебеҙ шул инде. Һиңә генә ҡарап торам. Ата-әсәйемдең ярҙамына ғына ҡарап торам.
20. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең ниҙелер һынау, белеү маҡсатында башҡарылғанын белдерә. □ С деепричастием на -п другого глагола образует сложные глаголы со значением «пробовать, пытаться сделать что-л.». һынап ҡарау. Әйтеп ҡарау. Эшләп ҡарау. ■ Ғәләу, ямғыр тынғанын көтөп ҡараһа ла, ахыры, яланда бер кеше лә ҡалмағас, муйынынан батҡаҡҡа буялып, ҡайтып китте. Т. Йәнәби. Мин көршәкте тағы әйләндереп-тулғандырып, һәлмәкләп ҡарайым. 3. Биишева. Сәғиҙә уға ҡулъяулыҡ та болғап ҡараны, ләкин Хәйҙәр уны курмәне. М. Тажи.
♦ Алды-артыңа ҡарағансы бик тиҙ, һә тигәнсе. □ Быстро, сразу. Алды-артыңа ҡарағансы, эшләп тә ҡуям мин уны. Алдын-артын ҡарамай 1) һис ни уйламай. □ Не думая, к чему приведёт (содеянное), не подумав. Алдын-артын ҡарамай эшләу; 2) һис ни күрмәй, алға йомолоп. □ Быстро, мигом. Алдын-артын ҡарамай саба. Бер ҡарауҙа бик тиҙ, шунда уҡ. □ Мигом, моментально. Бер ҡарауҙа эшләп ҡуйыу. Бер
нигә (йәки нәмәгә) ҡарамай һис нәмәне иҫәпкә алмай, бер нәмәгә лә иғтибар итмәй. □ Несмотря ни на что, во что бы то ни стало. Бер нимәгә ҡарамай юлға сығыу. Күҙгә ҡарап ҡалыу кемдеңдер ярҙамына мохтаж булыу. □ Нуждаться в помощи, поддержке; быть зависимым. Эбей ныҡлап ятып киткәс, куршеһенең куҙенә ҡарап ҡалды. Күҙгә ҡарау (йәки ҡарап тороу) 1) түбәнселек, кеселеклек күрһәтеп, һәр һүҙҙе үтәргә әҙер тороу. □ Быть готовым выполнить любую просьбу. Хужаһының куҙенә ҡарап торған хеҙмәткәр; 2) ярҙамға мохтаж булыу. □ Нуждаться в помощи, поддержке; быть зависимым. Балаларымдың куҙенә ҡарап торам инде. Күҙгә <тура> ҡарап 1) кешенең үҙе алдында, туранан-тура (әйтеү). □ Смотря в глаза, без опасения, без стеснения. Сәлимә уйлағанын куҙгә тура ҡарап әйтә лә ҡуя; 2) оялып-тарты-нып тормай; күҙен дә йоммай. □ Без стыда и совести. Куҙгә ҡарап алдау. Куҙгә ҡарап, оятһыҙ һуҙҙәр һөйләу. Күҙеңде асып ҡара берәй күренеп торған нәмәне күрмәгәндә йәки яңылыш күргәндә әйтелә. □ Смотри лучше, раскрой глаза (о том, кто ничего не замечает). Һинән көлөп йөрөйҙәр бит, куҙеңде асып ҡараһаңсы. Ҡайҙа ҡараһаң да бөтә ерҙә, бөтә тирә-яҡта. □ Всюду, повсюду. Ҡайҙа ҡараһаң да, аллы-гөллө сәскәгә кумелгән клумбалар. Ҡайҙа ҡараһаң да, төҙөк өйҙәр. Ҡарағыҙ уны иҫкәрткәндә әйтелә. □ Смотрите, имейте ввиду. Ҡарағыҙ уны, мине лә алырға онотмағыҙ. Ҡара инде аптырау йәки һоҡланыуҙы белдерә. □ Ну и ну. Ҡара инде, ҡайһылай һылыу ҡыҙ булып уҫеп еткән беҙҙең Нәфисә. Ҡара ла тор берәй эш-хәлдең буласағын мотлаҡ белдереү өсөн әйтелә. □ Того и жди. Ҡара ла тор, һине алдап ҡасасаҡ ул. Ҡарап ҡарау һынап ҡарау мәғәнәһендә, бер төрлө бәхәскә ингән һымаҡ итеп әйтелә. □ Посмотреть, убедиться на опыте. Ҡарап ҡарарбыҙ, эште аҙағына нисек алып барып етерһең икән. Ҡарап торған ҙур өмөт тотоп, ҡәҙерле һанап йәшәгән берҙән-бер
275