ҠАРАУЛАҒАС
(нәмә). □ Обнадёживающий, вселяющий надежду. Ҡарап торған малым шул һыйыр. Ҡарап туймаҫлыҡ (туйғыһыҙ) бик матур тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Ненаглядный, одно загляденье. ■ Хисам ҡарап туйғыһыҙ матур, таҙа бала булып уҫә башланы. Б. Бикбай. Ҡарап туймау (туя алмау) матурлығына һоҡланып, яратып күҙҙе ала алмау. □ Не наглядеться на кого, что. М Ҡырҙарымды күҙҙәр ҡарап туймай, һәр бер аҙым алға баҫҡанда. Д. Юлтый. Ҡарар ере ҡалмау (ҡалмаған) бик ныҡ бысраныу (йәкитаушалыу, тетелеү). □ Живого места нет (не осталось) на ком, на чём. Кулдәгенең ҡарар ере ҡалмаған. Ҡарар күҙгә тышҡы ҡиәфәте, күренеше менән; ҡарап тороуға, ҡарамаҡҡа. □ На вид, на взгляд. Ҡарар куҙгә һәйбәт кеуек. Ҡара сәүкә кеүек бик күмәк булып (эркелгән халыҡҡа ҡарата). □ Тьма, как саранча. М Абдрахман ҡара сәукә кеуек ябырылып килгән дошман яуына атырға керешкән. Ә. Вахитов. Ҡара һин уны берәй нәмәгә ғәжәпләнгәндә, һоҡланғанда әйтелә. □ Смотри-ка, гляди-ка, ишь ты. Ҡара һин уны, бигерәк матур кейенеп алған. Ҡара әле 1) иғтибарҙы тартыу өсөн әйтелә. □ Слушай-ка. Ҡара әле, минең һиңә бер һорауым бар ине; 2) ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Смотри-ка. Ҡара әле, һин кисә генә ҡалаға киткәйнең тугелме? Ҡыйып ҡарағыһыҙ бик матур, бик яҡшы, төҙөк тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Ненаглядный, одно загляденье. Донъялары ҡыйып ҡарағыһыҙ төҙөк, бик матур йәшәп яталар. Ҡырын <күҙ менән> ҡарау ҡырыҫ мөнәсәбәт белдереү, кире ҡарау. □ Смотреть Косо, коситься, относиться недружелюбно. ■ Яратманы дуҫым мине хатаһын әйткән өсөн, ҡырын ҡарап, минең менән һөйләшмәй йөрөй бөгөн. Ш. Бикҡол. Ни ҡарап «нйңә» тигән мәғәнәлә шелтә рәүешендә әйтелә. □ Почему? что такое? Ни ҡарап бер ни эшләмәй ултыраһың? Тишерҙәй итеп ҡарау ныҡ текләп ҡарау. □ Уставиться, пристально смотреть на кого, что. {'әлим миңә тишерҙәй
итеп ҡарап ҡуйҙы. Тәү ҡарауҙа (йәки ҡарағанда) тәүге тәьҫорат буйынса. □ На первый взгляд. Тәу ҡарауға миңә бында бик изге куңелле кешеләр йәшәй һымаҡ тойолдо. Үҙ юлын ҡарау үҙ файҙаһынан сығып эш итеү. □ Преследовать свои интересы. Был кеше уҙ юлын ғына ҡарай, шикелле. Үрә ҡарау йәки үрә ҡарап йөрөү үҙеңде ҙурға ҡуйып, маһайып йөрөү. □ Быть высокомерным. Үрә ҡарап йөрөгән әҙәмдән ни көтәһең? Әҙәм ҡарағыһыҙ бик ямаҡ, бик йәмһеҙ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Очень неприглядный. Әҙәм ҡарағыһыҙ бысраҡ кейем кейеп алған. Әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булыу бик ныҡ биҙеү, биҙәр булыу. □ Сильно охладеть. Был кешенән шул тиклем ялҡтым, әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булдым. Яҡшы күҙ менән ҡарау яҡшы мөнәсәбәт белдереү. □ Относиться хорошо. Сит илдән кусеп килеп, донъя көтөргә, тырышып эшләргә ынтылған был халыҡҡа мин һәр ваҡыт яҡшы куҙ менән ҡарайым. Яман күҙ менән ҡарау насар мөнәсәбәт белдереү. □ Относиться плохо. Ҡәйнәһе килененә яман куҙ менән ҡарай башланы.
ҠАРАУЛАҒАС (Р.: деревянная подпорка печи; И.: detail of a stove made of wood; T.: sobanın ağaç direği) и. диал.
Ағастан эшләнгән мейес терәге. □ Деревянная подпорка печи. Ҡараулағас эшләу. Ҡараулағасты буяу.
ҠАРАУЛЫ (Р.: находящийся под присмотром; И.: under smb’s саге / supervision; T.: bakımlı) с.
Ҡарап, тәрбиәләп тотоулы; тәрбиәле. □ Находящийся под присмотром, ухоженный. Ҡараулы йорт. Ҡараулы балалар. Я Ҡустым ҡараулы, уҙемдең әҫтәмдә ғумерҙә лә курмәгән затлы, матур-матур кейемдәр, икебеҙҙең дә тамаҡ туҡ. «Атайсал», 19 июнь 2012.
ҠАРА УРМАН (Р: дремучий лес; И.: dense forest; T.: sık orman) и.
1. Кеше аяғы баҫмаған, көн яҡтыһы төшмәгән ҡараңғы ҡуйы урман. □ Дремучий лес, тёмный лес. ■ Ҡара урман эсенән
276