Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 306


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАР ҺЫУЫ
һылыу йугерә-атлай килеп еттеләр: кул өҫтәрен ятып уптеләр, шәп куперҙәр һалып уттеләр. Р. Назаров.
2. Яңы йыл персонажы. □ Снегурочка (новогодний персонаж). Балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй өйрөләләр, йыр йырлайҙар.
ҠАР ҺЫУЫ (Р.: талая вода; И.: ice water, melted ice; T.: buz suyu) и.
Ҡар йәки боҙ иреүенән барлыҡҡа килгән һыу. □ Талая вода. Ҡар һыуын эсеу. Ҡар һыуы байрамы. Я Ҡар илатып, буҙлап, ҡыштар китә, еңә алмай яҙҙың ярһыуын. Сынаяғым менән һирпеп алдым мөлдөрәмә тулы ҡар һыуын. Г. Ситдиҡова. Тып-тып, мин — тамсы, һин миңә ҡарап ҡалсы, тиҙҙән мин ағып китәм йугерек ҡар һыуы менән. Ә. Таһирова. Гөлйөҙөм бер нисә иптәш ҡыҙы менән Өсҡайын эргәһенән бөгөлөп ут-кән йыраҡанан шыялып аҡҡан көмөш кеуек ҡар һыуын сумесләп-сумесләп аҡ кунәктәргә тултыра ине. Һ. Дәүләтшина. Тау ҡултыҡтары, уйһыулыҡтарҙан тәгәрәшеп төшкән ҡар һыуҙары, юл буйлап йугерешеп аҡҡан шарлауыҡтар ҙа Ташлыйылғаға барып ҡушылдылар. М. Тажи. • Ҡар һыуы куп булһа, ашлыҡ уңыр. Һынамыш.
ҠАР ҺЫУЫҒЫ (Р: первые осенние морозы; И.: first winter frosts; T: kış soğuğu) и.
1. Көҙ көнө тәүге ҡар яуыр алдынан булған һыуыҡ. □ Первые осенние морозы. Ҡар һыуығы етте. Ҡар һыуығы башланды. Я Көҙгө иртә ҡар һыуығы менән өшөтһә, ингән йорт шыҡһыҙлығы менән ҡотто алды. «Һаҡмар», 25 октябрь 2011.
2. Яҙ мәлендә иреп бөтмәгән ҡарҙан килгән һыуыҡ. □ Холод, идущий от снега (весной, когда снег еще не до конца растаял). Я Ҡошсоҡтары өшөмәйме икән, ҡар һыуығы барҙыр ояла. Л. Абдуллина.
ҠАР ҺЫУЫНА БАРЫУ (Р: поход за талой водой; И.: going after melt water; T: ilkbaharda buz suyunu getirmek âdeti) и. этн.
Башҡорттарҙың яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә ҡар һыуын алып ҡайтыу йолаһы. □ Поход за та
лой водой (весенний обрядовый праздник у башкир). Я Ҡар һыуына барыу йолаһы ерҙәр асыла төшкәс уткәрелә: йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеу йолаһы ла. Интернет селтәренән.
ҠАРШАЖ и. зоол. диал. ҡар. ҡабырсаҡ
1. Ҙур ҡаршауа. Диңгеҙ ҡаршауаһы.
ҠАР ШЕКӘРӘҺЕ (Р: наст; И.: thin crust of ice over snow; T: köreşe) и.
Епшек көндән һуң ҡар өҫтөнә ҡатҡан йоҡа боҙ ҡатламы. □ Наст. Я Ыжғыр елле көҙ ине. Һауала ҡар бөртөктәре бөтөрөлә. Ҡаланың таш урамында ҡар шекәрәһе ята. Й. Солтанов.
ҠАРШУҒА и. зоол. диал. ҡар. ҡабырсаҡ
1. Йылға ҡаршуғаһы. Ҡаршуға ҡабырсағы.
ҠАРШЫ I (Р: против; И.: against; Т: karşı) и.
1. Ниҙеңдер алғы тарафындағы урын.
□ Место перед кем, чем; против, напротив кого, чего. Урман ҡаршыһы. Ҡаршыға баҫыу. Ҡаршыға ҡуйыу. Ҡаршыға ултырыу. Я Батыр кинотеатр ҡаршыһында тора. Ул туҙемһеҙләнеп тирә-яғына ҡаранып ала. Н. Ғәйетбаев. Атаһы йоҡларға ятҡан, әсәһе һурәу генә янған сыуал ҡаршыһында ниндәйҙер сепрәк-сапраҡ йыуа. Н. Мусин.
2. Тотҡан йүнәлеш алды, тотҡан йүнәлешкә кире тараф. □ Противоположное направление по отношению к кому, чему; против чего, навстречу. Я Иванов өҫтәл өҫтөндәге ҡағыҙҙарҙы сейфҡа йомарлап тығып бикләне. Ишектән ҡаршыһына инеп килгән Шәрифуллаға ҡағыҙлы кәнфит тотторҙо ла сығып та китте. Я. Хамматов.
ҠАРШЫ II (Р: противоположный; И.: opposite; T: karşı) с.
1. Нимәнеңдер алғы тарафындағы.
□ Противоположный. Ҡаршы урам. Я Эттәр һырттың ҡаршы яғына сабалар ине.
3. Ураҡсин.
2. Тотҡан йүнәлешкә ҡаршы булған.
□ Противоположный, встречный. Я Рамазан, ҡаршы ағымға эләгеп, саҡ һыуға османы.
306