Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 307


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРШЫ БАРЫУ
Ә. Хәкимов. Егор Николаевич асыу менән тибеп ебәрһә лә, ҡаршы ел әлеге ҡамғаҡты аяҡ араһына йәнә ҡыуып индерҙе. 3. Ураҡсин
3. Ниндәйҙер бер эш-ҡылыҡҡа яуап рәүешендә башҡарылған. □ Встречный, ответный. Кунаҡҡа ҡаршы ҡунаҡ саҡырыу. Бүләккә ҡаршы бүләк. Хатҡа ҡаршы хат яҙыу. • Һыйға ҡаршы һый. Әйтем.
4. Ҡемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата көрәш алып барған, дошман булған. □ Противостоящий; a-, анти-, противо-. Ҡаршы көрәш. Я һәр яҡ, тупты нығыраҡ һуғып, ҡаршы команданы ҡыҫырыҡларға тырыша. Н. Мусин.
5. Ҡемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата кире мөнәсәбәтле. □ Противоположный. Ҡаршы кеше. Ҡаршы фекер. ■ Арынбаҫаров ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Д. Бүләков.
ҠАРШЫ III (Р.: против; навстречу; И.: towards; T.: karşı) р.
1. Тотҡан йүнәлешкә кире йәки йүнәлешкә табан. □ Против, навстречу. Ҡаршы йөҙөү. Ҡаршы барыу. Ҡаршы атлау. Я һыбайлылар .. Нөгөш буйындағы оло юлға төшөп, беҙгә ҡарай сабып килә башланылар. Халыҡ йәнләнде, бала-саға ҡаршы йүгерҙе. Д. Бүләков.
2. Ҡемгә йәки нимәгәлер ҡарата кире. □ Против кого, чего. Ҡаршы көрәшеү. Ҡаршы өндәү. Ҡаршы эш алып барыу. Я Әмер бөтә ҡәлғә хеҙмәткәрҙәре алдында уҡылып, уға ҡаршы ялыу яҙыу мөмкин түгеллеге тураһында иҫкәрмә лә яһалды.
3. Ураҡсин. Малайҙың иманы камил: әсәһе насар кешеләргә ҡаршы көрәш башлаған. Н. Ғәйетбаев.
3. Кемгә йәки нимәгәлер ҡарата кире мөнәсәбәттә. □ Против, наперекор, вопреки. Ҡаршы әйтеү. Ҡаршы өндәшеү. Ҡаршы һөйләү. Ҡаршы эшләү. Ҡәғиҙәләргә ҡаршы эш итеү. Я Гөлсирәнең һүҙҙәре, үҙе лә һиҙмәҫтән, Лоҡманға ҡаршы булып сыҡты. И. Насыри.
♦ Хәйерсегә ел ҡаршы эш көтөлмәгән бер ҡаршылыҡҡа, тотҡарлыҡҡа осрағанда әйтелә. □ соотв. Мерзлой роже да метель
в глаза. Я Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡойоп ямғыр яуа, ышыҡланыр урын юҡ. Ә. Хәкимов.
ҠАРШЫ IV (Р: на, под; И.: towards; Т: karşı) бәйл.
1. Эш-хәлдең ниндәйҙер миҙгел йәки ваҡиғанан алда булғанын белдерә. □ На, под (послелог с дат. п.). Төнгә ҡаршы килеп сығыу. Таңға ҡаршы йоҡлап китте.
2. Төбәү килештәге исемдәр, сифаттар менән килеп, әйтелгән фекергә ҡарата һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдергән инеш һүҙбәйләнеш яһай. □ К (с сущ. и прилаг. в дат. п. образует вводные словосочетания). Үкенескә ҡаршы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Я Бәхеткә ҡаршы, һыбайлылар оҙаҡ туҡтаманы. 3. Биишева.
ҠАРШЫ V с. диал. ҡар. кәрше 1.
• Ҡаршы ағасҡа ҡаты сөй. Мәҡәл.
ҠАРШЫ VI (Р: судорога; И.: cramp; Т: kramp) и. диал.
Көҙән йыйырыу, тартышыу. □ Судорога. / Судорожный. Аяҡты ҡаршы тотто. Ҡаршы һуғылғанмы әллә?
ҠАРШЫ VII с. диал. ҡар. ҡаты I, 1—4. Ҡаршы түмәр. Ҡаршы ағас. Ҡаршы тауар. Ҡаршы имән.
ҠАРШЫ АЛЫУ (ҡаршы ал-) (Р: встречать; И.: meet; T: karşılamak) ҡ.
1. Кемдеңдер йәки ниҙеңдер алдына, юлына сығыу; ҡаршылау. □ Встречать кого, что. // Встреча. Я Йола буйынса, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар. «Көнгәк», 10 август 2012.
2. күсм. Кемде йәки ниҙелер ҡабул итеү, ҡаршылау. □ Воспринимать, встречать что. Яңылыҡты ҡаршы алыу. Яңы йылды ҡаршы алыу. Я Былкитаптыуҡыусыларҡушҡуллап ҡаршы аласаҡ. Р. Ниғмәти. [Гриша:] Әйҙә һөжүм итһендәр, мәйтәм, ә беҙ тейешенсә тоҙлап-борослап ҡаршы алырбыҙ. Туп менән мылтыҡҡа ҡаршы ни эшләй алырҙар тиһең. И. Ноғоманов.
ҠАРШЫ БАРЫУ (ҡаршы бар-) (Р: идти навстречу; И.: go to meet smb\ T: karşı çıkmak) ҡ.
307