ҠАРШЫ БУЛЫУ
1. Килеүсенең алдына, юлына табан хәрәкәт итеү; ҡаршылау. □ Идти, выходить навстречу. Ҡунаҡтарға ҡаршы барыу. Атлыларға ҡаршы барыу. Йәйәү ҡаршы барыу. Ҡаршы барып алыу. ■ Азамат Ба-тыргәрәйгә янғын машиналарына ҡаршы барырға ҡушты. Аңлашырға кәрәк, юҡһа, аңды-тоңдо белмәгән көйҙәренә, әллә ниҙәр килтереп сығарыуҙары бар. Р. Солтангәрәев. Ҡыуанысы эсенә һыймаған Сарыбай Ҡа-рыбайҙарға ҡаршы бара ла дуҫын ҡосаҡлап ала. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Сапҡан атҡа ҡаршы барма. Әйтем.
2. Нимәнеңдер йүнәлешенә кире хәрәкәт итеү. □ Идти напротив. Ағымға ҡаршы барыу. • Елгә ҡаршы барһаң, елдән етеҙ бул. Әйтем.
3. Ниндәйҙер эш-хәрәкәткә, көскә ҡаршы тороу. □ Противостоять. ■ [Урал — һомайға:] Ил теләген алырға, илде байман ҡылырға, үлемгә ҡаршы барырға, уны тар-мар итергә; .. яуҙа ҡорҙаш булырҙай буләк бир, тип һорайым. «Урал батыр». Ҡыҙҙан хәл-әхүәл һорашып, Таң батыр алты башлы дейеугә ҡаршы барып, быныһын да ултереп, ҡыҙға көтөргә ҡушып, артабан киткән. Әкиәттән. Ҡылыс тотоп танкка ҡаршы барыу айыуға куҫәк менән тороуға бәрәбәр. «Башҡортостан», 26 ғинуар 2012.
4. кусм. Кемдеңдер ниәтенә, эшенә йәки йәмғиәттәге ниндәйҙер торошҡа ҡарата кире эш итеү. □ Противостоять, противоборствовать. Бойороҡҡа ҡаршы барыу. М Батшаға, батша режимына ҡаршы барыу — оло юл, әлбиттә. Билдәле булыуынса, был Крәҫтиәндәр һуғышында куп халыҡ вәкилдәре берләшеп, ғәскәр төҙөп, ошо «оло юл»ға баҫа. Интернет селтәренән.
ҠАРШЫ БУЛЫУ (ҡаршы бул-) (Р.: быть против; И.: be against; T.: karşı olmak) ҡ.
Кемдеңдер теләгенә, ниәтенә ҡарата кире мөнәсәбәттә булыу. □ Быть против. ■ [Айгөл һағынбаева:] Бала саҡтан уҡ мине йырсы итеп курергә теләгән атайым, ошо ҡыйынлыҡтарҙы кургәс, минең сәнғәт юлын
һайлауға ҡырҡа ҡаршы булды. «Ашҡаҙар», 17 сентябрь 2012.
ҠАРШЫҒА (Р: навстречу; И.: towards; T.: karşıya) р.
Ҡаршы йүнәлештә, ҡаршы килгән. П Навстречу. Ҡаршыға йугереу. Ҡаршыға сығыу. Ҡаршыға барыу. Н Юлаусылар, алтынды тоҡҡа һалып, ҡайтып китәләр. Ҡайтып барған юл өҫтөнә көтөусе ҡаршыға сыға. Әкиәттән. Атайым менән әсәйем өйҙәге эште тамамлағас, .. һайлауға киттек. Ҡаршыға һайлап ҡайтып килгәндәр осрай. «Һаҡмар», 4 декабрь 2011.
ҠАРШЫ КИЛЕҮ (ҡаршы кил ) ҡ.
1. ҡар. ҡаршы сығыу 1. ■ Шул арала офоҡто иңләп ҡаршы килгән ялҡын күбәләре, төтөн бағаналары күренде. 3. Ураҡсин.
2. ҡар. ҡаршы сығыу 2. ■ Торомтай уйлап ултырҙы-ултырҙы ла: «һөйләгәндәреңә ҡаршы килә алмайым, Бәҙеямал апай», — тине. Н. Мусин. Тимербулат .. донъя курергә сығып китмәк булған. Ата-әсәһе ҡаршы килмәгән. Әкиәттән. Яңғыҙ бөртөгөн йәлләп, Гөлзәйнәп: «Ярай, атаһы, ек атыңды, икәүләшеп барайыҡ та ҡайтайыҡ, әллә нимә булмаҫ әле», — тигәс кенә, ҡаршы килә алманы. И. Ноғоманов.
ҠАРШЫ ҠУЙЫУ (ҡаршы ҡуй-, ҡаршы ҡуя) (Р: противопоставлять; И.: oppose; Т.: karşı karşıya koymak) ҡ.
1. Бер нәмәне икенсе нәмә менән сағыштырыу. □ Противопоставлять. // Противопоставление. М Атаһының был дәлиленә оло улы ҡустыһы менән икәү ҡороп ҡайтҡан пландарын ҡаршы ҡуйҙы. Ә. Хәкимов.
2. Кешеләрҙең араһын боҙоп, дошманлаштырыу. □ Вносить разлад, сеять вражду между кем -л., настраивать против. ■ Әмир Тимерҙең ниәте — Алтын Урҙаны тамам юҡ итеу тугел, ә үҙенә тоғро мәмләкәткә өйләндереп, урыҫ кенәздәренә ҡаршы ҡуйыу. Ә. Хәкимов.
ҠАРШЫ ҠУЙЫУ ТЕРКӘҮЕСЕ (Р.: противительный союз; И.: adversative соп-juction; T.: karşıtlık bağlacı) и. лингв.
308