Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 309


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРШЫЛАШЫУ
һөйләмдең тиң киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәрҙе үҙ-ара ҡаршы ҡуйыу функцияһын үтәгән ярҙамсы һүҙҙәр (мәҫәлән, ә, ләкин, әммә, фәҡәт, тик һ. б.). □ Противительный союз. ■ «Әммә», «ләкин» ҡаршы ҡуйыу теркәуестәре ҡайһы бер һөйлөмдәрҙә икеһе бергә ҡулланыла. Ғ. Сәйетбатталов.
ҠАРШЫЛАМА (Р.: противовес; И.: counterweight; T.: ağırlık) и. тех.
Инерция йәки ауырлыҡ көсөн тигеҙләү өсөн механизмдың бер осона беркетелгән ауырлыҡ; тигеҙләмә. □ Противовес. Ҡаршылама ҡуйыу. Ҡаршылама алмаштырыу. Ҡаршылама ҡулланыу.
ҠАРШЫЛАНЫУ (ҡаршылан-) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡаршылау, возвр. от ҡаршылау.
■ Әнғәм Атнабаевтың «Игеҙәктәр»е .. дәуләт комиссияһы тарафынан ыңғай, йылы ҡаршылана. «Ашҡаҙар», 2 октябрь 2010. Әхмәтзәкир мәғзум уҙенә лайыҡлы хөрмәт менән ҡаршыланды, тур башына ҡәҙерләп ултыртылды. Й. Солтанов. Шиңгән сәскә менән ҡаршылана байтаҡ иртәләр. М. Кәрим.
ҠАРШЫЛАУ (ҡаршыла-) (Р: встречать; И.: meet; T.: karşılamak) ҡ.
1. Килеүсенең алдына йәки юлына ҡаршы сығыу. □ Выйти навстречу, встречать кого-л. // Встреча. Ҡунаҡ ҡаршылау.
■ Арынбаҫаровты булек мөдире уҙе сығып ҡаршыланы. Д. Бүләков, һажәр ашығып урынынан торҙо һәм, килгән ҡунаҡты ҡаршылау өсөн, аш-һыу булмәһенә уҙа торған ишеккә табан атлай башланы. Ғ. Хәйри.
2. Ҡемде йәки ниҙелер ҡабул итеү.
□ Встречать кого, что. // Встреча. Яҡшы ҡаршылау. Ҡуш ҡуллап ҡаршылау. ■ Директор уҙенең ҡул аҫтындағы магазиндарҙың береһендә эшләгән һатыусыны бик яғымлы ҡаршыланы, утергә тәҡдим итте. Н. Ғәйет -баев.
3. Хәл-ваҡиғаны, күренеште көтөп алыу.
□ Встречать что-л. // Встреча. ■ Төнөн йылы ямғыр яуып, ҡар һыуҙары шаулап аға башлаған таңды ул [Шәһурә] куҙ йәше
ҡатыш шатлыҡ менән ҡаршыланы. Н. Мусин. Йәшәйһе ине, алдағы тормошто курәһе, егерменсе яҙыбыҙҙы ҡаршылайһы ине. Ә. Чаныш.
ҠАРШЫЛАШ I (Р: противолежащий, противостоящий; И.: opposite; T.: karşıdaki) с.
1. Бер-береһенә ҡаршы урынлашҡан. □ Противолежащий, противостоящий. Ҡаршылаш өҫтәл. Ҡаршылаш өй. ■ Ҡунаҡ тирмәһенең, уға ҡаршылаш яҡта Әлмейҙең ике бисәһенең тирмә ишектәре куренә. М. Буранғолов.
2. Бер-береһенә ҡаршы булған, ҡаршы көрәшкән. □ Противоположный, противостоящий. Ҡаршылаш командалар. Ҡаршылаш полк. Ҡаршылаш команда көйәрмәне.
■ С. Ш. Мырҙабулатов, яҡшы белә: хөку-мәттең регуляр ғәскәрҙәренә шундай уҡ ғәскәр менән генә ҡаршы торорға мөмкин, шунда ғына ҡаршылаш яҡ һинең менән иҫәпләшә, һөйләшә. Й. Солтанов.
ҠАРШЫЛАШ II (Р: друг против друга; И.: face to face; T.: karşısında) p.
Ҡапма-ҡаршы. □ Друг против друга, напротив. Ҡаршылаш ултырып һөйләшеу.
■ Улар урам аша ҡаршылаш ҡына торалар, татыу куршеләр. Б. Бикбай.
ҠАРШЫЛАШ III (Р: противник; И.: adversary; T.: rakip) и. спорт.
Ярышыусылар, көрәшеүселәр (бер-береһенә ҡарата). □ Противник, соперник. Ҡөслө ҡаршылаш, һәләтле ҡаршылаш.
ҠАРШЫЛАШЫУ I (ҡаршылаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡаршылау 1. взаимн. от ҡаршылау 1. Ҡунаҡ ҡаршылашыу. Ҡоҙаларҙы ҡаршылашыу.
ҠАРШЫЛАШЫУ II (ҡаршылаш-) (Р: противиться; И.: resist; T.: karşı olmak) ҡ.
1. Кемдеңдер ниәтенә, теләгенә кире тороу; ҡаршылыҡ күрһәтеү. □ Противиться, сопротивляться. // Сопротивление. ■ Солтанморат байға ҡаршы ҡаршылашырға баҙнатсылығы етмәгән егет, бал ҡорттарынан талана-талана, солоҡ ҡапҡасын япты. Я. Хамматов. Был юлы Рәмзил ҡаршылашып торманы. Көндөң бик тиҙ
309