Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 310


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРШЫЛЫҠ
ҡараңғыланыуын, өйөр-өйөр болоттарҙың һаман шыҡһыҙлана барыуын уҙе лә ҡурә ине хәҙер. Д. Бүләков. Аҙағы хөрт тамамланыу менән янаған аҡылһыҙ, ҡара мәкергә Ефим башта теше-тырнағы менән ҡаршылашты. И. Ноғоманов.
2. Кеше һүҙенә ҡаршы тороп, һүҙ әйтешеү. □ Перечить. Н [Әмилә:] «Был алдашыу була». «Булһын, — тип ҡаршылашты малай. — Юғиһә, эскә инә алмаясаҡбыҙ». Н. Ғәйетбаев. Әсәйем дә, уҙенең ҡушҡанын тыңламай ҡаршылашһам: «Шәһит булдыңмы әллә?» — тип асыулана. Н. Мусин.
ҠАРШЫЛЫҠ (ҡаршылығы) (Р.: возражение; И.: disagreement; T.: karşılık) и.
1. Кешенең ниәтенә, теләгенә ҡарата булған кире мөнәсәбәт; ризаһыҙлыҡ. □ Возражение, несогласие. Ҡаршылыҡ ишетеу. М Илсеғолда ҡыҙҙар, малайҙар бығаса ла ул хәтле ныҡ айырып, сикләп тәрбиәләнмәгәнгәме икән, башҡа урындарҙа иң ҙур ҡаршылыҡ булып торған бергә уҡытыу мәсьәләһе һиҙелерлек ҡаршылыҡҡа осраманы. 3. Биишева.
2. Кешенең ниәтенә, теләгенә йәки йәмғиәттәге ниндәйҙер хәрәкәткә кире йүнәлтелгән эш; ҡаршы ҡуйылған көс йәки хәрәкәт. □ Сопротивление, противодействие. М Бодархан бындай оҫта ойошторолған ҡаршылыҡты көтмәгәйне, сөнки тигеҙ ерҙә, киң далала һуғышып өйрәнгәйне. 3. Ураҡсин.
3. Тормошҡа, эшкә ҡамасау килтергән төрлө тотҡарлыҡ. □ Препятствие, противодействие, помеха. ■ Совхоз эшендәге ҡаршылыҡтар, береһе артынан береһе, директорҙың куҙ алдына килеп кенә торалар. А. Карнай. Урманлы бейек, бик бейек тауҙарҙан сығып, тау араларынан, ташлыҡтарҙан шылтырап, әрәмәлектәрҙән тыныс аға торған йылғалар, тауҙар һирәгәйгән урындарҙа бергә ҡушылып, ярҙы киңәйтеп, ҡаршылыҡ тура килгән урындарҙа туғайҙар яһап, ҙур булып ағалар. А. Таһиров.
Тәуге аҙымдарҙан уҡ минең план икенсе бер ҡаршылыҡҡа осраны. Драмтуңәрәктең етәксеһе, уҡытыусы Саяпова, беҙҙең эште туҡтатты. К. Мәргән.
4. Кешенең фекерендәге, ҡылығындағы йәки эшендәге тура килмәгәнлек. □ Противоречие, разногласие, расхождение; несовпадение. Ш Гәрәйҙең куңелендә баяғы асыу килеуҙең, эске ҡаршылыҡтың эҙе лә ҡалмағайны. А. Карнай. Идея-эстетик ҡаршылыҡтар уның [С. Ҡудаштың] был осорҙағы бутән шиғырҙарында ла купмелер дәрәжәлә һирпелеп утте. Ғ. Хөсәйенов.
5. фәлс. Тәбиғәт һәм йәмғиәт күренештәренә хас булған үҙ-ара килешмәүсәнлек.
□ Противоречие, антагонизм. Фекер ҡаршылығы. Ҡараштар ҡаршылығы. Эске һәм тышҡы ҡаршылыҡтар.
6. физ. Үткәргестең материалына, үлсәмдәренә, температураһына ҡарап үҙгәрә һәм ток үтеүенә тотҡарлыҡ яһай торған дәүмәл.
□ Сопротивление. Ҡаршылыҡ берәмеге. Материалдар ҡаршылығы. Электр ҡаршылығы. Сағыштырма ҡаршылыҡ.
ҠАРШЫЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ (ҡаршылыҡ күрһәт-) (Р.: препятствовать; И.: impede; T: engel olmak) ҡ.
1. Кешенең ниәтенә, эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршы тороу. □ Препятствовать.// Препятствие. ■ Ҡилембәт, буйһоноулы бала шикелле, ҡаршылыҡ курһәтмәне. К. Мәргән. Ҡыуғынсылар Заятуләкте, бер ҙә ҡаршылыҡ курһәтмәһә лә, аяҡ-ҡулын бәйләп, атаһы Сәмәр ханға алып ҡайталар. «Заятүләк менән һыуһылыу». Ҡаршылыҡ курһәтмәй, һәр саҡ алтын уртаны табырға тырышығыҙ. «Ашҡаҙар», 17 ноябрь 2012.
2. Килгән яу йәки дошманға ҡаршы сығып көрәшеү. □ Сопротивляться, оказывать сопротивление.//Сопротивление. Яу яланында ҡаршылыҡ курһәтеу. Ҡаһармандарса ҡаршылыҡ курһәтеу. ■ Берҙән-бер көндө ҡалабыҙға дейеу осоп килеп төштө. Бер ниндәй ҡаршылыҡ курһәтә алманыҡ. Әкиәттән.
310