ҠАРШЫ СЫҒЫУ
ҠАРШЫЛЫҠЛЫ (Р.: имеющий препятствия; И.: with obstruction; T.: engelli) c.
1. Ҡамасау килтерерҙәй, төрлө тотҡарлыҡлы. □ Имеющий препятствия, с препятствиями. Ҡаршылыҡлы ярыш. Ҡаршылыҡлы эш. Ҡаршылыҡлы эстафета. ■ «Мәскәү юлы»н яҙғанға тиклем Динис Исламов ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы ижад юлы үтте. Н. Мусин.
2. Тап килмәгән, ярашмаған яҡтары булған. □ Противоречивый. В Мәҙинәнең күре-неүе Саяф Шәмсетдиновта һәр саҡ ҡаршылыҡлы һәм үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән тойғолар уята. Т. Ғарипова. Ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы хистәр зиһенен айҡаны Искәндәрҙең. Ә. Хәкимов. Аҙыҡ-түлекте тоҙлап ашау ғәҙәткә ингән, әммә был ҡаршылыҡлы күренеш. «Йәйғор», 17 декабрь 2011.
ҠАРШЫЛЫҠҺЫҘ I (Р.: беспрепятственный; И.: unhindered; T.: engelsiz) с.
1. Ҡамасау килтермәгән, тотҡарлыҡһыҙ.
□ Беспрепятственный. Ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт. Ҡаршылыҡһыҙ йәшәү мөхите. Ҡаршылыҡһыҙ йәшәйеш.
2. Ҡаршылыҡ күрһәтмәгән, риза булған.
□ Беспрекословный, безоговорочный. Ҡаршылыҡһыҙ ризалыҡ. В Ҡамауҙағылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һәм үкенесһеҙ, хатта ки битараф ҡиәфәттә ҡоралдарын, талап ителмәһә лә, бил ҡайыштары менән бергә һалып, ергә ырғытты. X. Ирғәлин.
ҠАРШЫЛЫҠҺЫҘ II (Р.: беспрепятственно; И.: without difficulty; with no hindrance; T.: engelsiz) p.
1. Ҡамасау килтермәҫлек, тотҡарлыҡһыҙ. □ Беспрепятственно. Ҡаршылыҡһыҙ кабул итеү. В Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән генә нығытылған өй ишеге бер тибеүҙә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ асылды. Т. Ғарипова. Республикала төрлө кимәлдәге етәкселек, ябай крәҫтиәндәр үҙ хужалығында етештергән продукцияны ҡаршылыҡһыҙ халыҡҡа һата алырға, бының өсөн баҙарҙа бушлай урындар бүленергә һәм шарттар булдырылырға тейеш. «Йәшлек», 29 август 2009.
2. Ҡаршылыҡ күрһәтмәй, риза булып. □ Беспрекословно, безоговорочно, без претензий. В Заһит атаһы әйткәнгә ҡаршылыҡһыҙ буйһондо. Я. Хамматов.
ҠАРШЫН (Р: название башкирского рода; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Башҡорт ырыуының исеме. □ Каршин (название башкирского рода). В Бөрө ҡалаһы һәм районы ерҙәрендә Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем тик башҡорттар ғына йәшәй. Ул заманда был ерҙәрҙә башлыса Шәмшәҙе, Дыуанәй, Ҡаршын һәм Табын ырыуҙары башҡорттары йәшәгән. «Йәшлек», 12 апрель 2008.
ҠАРШЫНДА (Р: перед кем-л., чем-л:, И.: before; T.: karşısında) бәйл.
1. Кем йәки нимәнең дә булһа алдында, кем дә булһа күреп, ишетеп торғанды белдергәндә ҡулланыла; алдында. □ Перед кем-л., чем-л. В Бер купела тәпәшәк буйлы, картуф танаулы бер ҡыҙ, һалмаҡ ҡына, сөсө тел менән үҙ ҡаршында ултырған күҙлекле сандыр кешегә тәржемәи хәлен һөйләй. А. Таһиров.
2. Ҡемгә йәки нимәгә булһа ла бәйләнешле эш-хәлде белдереү өсөн ҡулланыла; алдында. □ Перед кем-л., чем-л. Ил ҡаршында торған бурыстар. В һүҙгә сәсән Мәргән дә түрә ҡаршында бурыслы булып ҡалманы, ти, күкрәгенә ҡулын ҡуйып, башын түбән эйгәндәй булып: «Минең танау өсөн тыныс бул, түрәм, үҙ башҡайыңды халыҡ өҙөүен уйларға һуңға ҡалырһың»,— тип ярып әйтте лә һалды, ти. К. Мәргән.
ҠАРШЫНҠЫЛЫҠ (ҡаршынҡылығы) и. диал. ҡар. ҡаршы 1,1. Ҡеше ҡаршынҡылы-ғы. Тау ҡаршынҡылығы. Ағас ҡаршынҡылы-ғы. Өй ҡаршынҡылығына килеү.
ҠАРШЫ СЫҒЫУ (ҡаршы сыҡ) (Р: выходить навстречу; И.: come to meet; T: karşılamak) ҡ.
1. Кемдеңдер алдына сығыу, килеп баҫыу. □ Выходить навстречу. Ҡоҙаларға ҡаршы сығыу. Көтөүгә ҡаршы сығыу. В Ҡайтты
311