Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 312


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРШЫ ТОРОУ
Зарифа. Атаһы өтәләнеп ҡаршы сыҡты. Р. Торомтаева. Урман юлы. Көтмәгәндә гөбөргәйел ҡаршы сыҡты. Мине күргәс, ҡурҡып, ахыры, панцирына башын тыҡты. М. Кәримов.
2. Кемдеңдер ниәтенә, иркенә, фекеренә кире мөнәсәбәт белдереү. □ Возражать, не согласиться с кем-л. // Возражение.
■ Суртмаҡ баҫҡаҡ барыбер уҙ эшен туҡтатманы, киреһенсә, оторо ҡыҙып китте. Хатта хан әмеренә ҡыйыуыраҡ ҡаршы сыҡҡан бер-ике ир-уҙаманға ҡамсыһы менән һелтәнеп тә алды. К. Мәргән.
3. Яу асҡан дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеү. □ Противостоять, оказывать сопротивление. // Противостояние. ■ Бүгәс, Салауат ишеләр, асыҡтан-асыҡ кәмһетеүҙәргә түҙеп тора алмайса, йәбер-золомға ҡаршы сыға. И. Ноғоманов.
ҠАРШЫ ТОРОУ (ҡаршы тор-) (Р: противостоять; И.: resist; oppose, withstand; T.: karşı koymak) ҡ.
1. Кемдеңдер эш-маҡсатына, ниҙеңдер тәьҫиренә кире тороу, бирешмәҫкә тырышыу. □ Противостоять. // Противостояние.
■ Мәҙинәнең дәлилдәренә ҡаршы тора алмаған Мирхәйҙәров дөрөҫөн әйтеп ҡотолорға булды. Т. Ғарипова. Шаршы ауыҙында, сыбар ҡойроҡтарын етеҙ елпелдәтеп, бер нисә ваҡ селбәрә шәп ағымға ҡаршы тора. И. Ноғоманов. • Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын. Әйтем.
2. Кемдеңдер ниәтенә, теләгенә кире булыу. □ Препятствовать, мешать кому-л. // Препятствие. ■ Өйҙө ҡыйыҡлап, кеше рәтенә индерәм тиһәң, һин һәр ваҡыт ҡаршы тораһың. Т. Йәнәби.
3. Кемдеңдер ниәтен, фекерен, һүҙен ҡабул итмәү, ҡаршы төшөү. □ Возражать, не согласиться с кем-л. // Возражение. ■ Был хәбәрҙе ипләп кенә Миңлегөлгә ишеттергәс, уныһы баш-аяғы менән ҡаршы торҙо, иланы, ялбарҙы. Н. Мусин.
ҠАРШЫ ТӨШӨҮ (ҡаршы төш-) ҡ.
1. ҡар. ҡаршы сығыу 1. ■ Тик ҡапҡаны инде ябып булмай, ҡапҡаларға инде ут ҡапҡан. Кемдер ҡаршы төштө һарыҡтарға теге яҡтан, ә мин — был яҡтан. Р. Түләк.
2. ҡар. ҡаршы сығыу 2. М Айҙар ҡаршы төштө: «Шыбағаны уйында ғына тоталар. Тапҡан уйын! Кемуҙарҙан ярышырға ла, уҙған кеше башлыҡ була». М. Кәрим. Солтанов .. ни әйтһә лә Тимерҙең ҡаршы төшөүенә өйрәнә башлағайны инде. Б. Бикбай.
ҠАРШЫ ТУЙ (Р: свадьба на стороне жениха; И.: wedding on the bridegroom’s side; T.: oğlan evinde düğün) и. этн. диал.
Егет яғында үткәрелгән туй. □ Свадьба на стороне жениха. Карты туй үткәреү. Ҡаршы туйға саҡырыу. Ҡаршы туйға барыу. Ҡаршы туйға әҙерләнеү.
ҠАРЪЯУI (ҡаръя-) (Р.: состариться; И.: grow old; T.: ihtiyarlamak) ҡ. иҫк.
Ҡарт булыу, ҡартайыу. □ Состариться, одряхлеть; стать дряхлым. // Старость. ■ [Иҙеүкәй — Мораҙымға:] Билеңә һаҙаҡ ураттым, хан урынына ултырттым. Ҡаръяған да көнөмдә үҙ башыма көс иттем. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАРЪЯУ II (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени кыпчак. Ҡаръяу араһы. Ҡаръяуҙар йыйыны. Ҡаръяу араһы егете.
ҠАРЫ I и. иҫк. ҡар. енсек. Аяҡ ҡарыһы. Ҡары һөйәге.
ҠАРЫ II (Р: древний; И.: ancient; T: eski) с. иҫк.
1. Бик күптән булған, боронғо. □ Древний. Ҡары һүҙ. Ҡары ҡулъяҙма. Ҡары йыр.
2. Оло йәшле, йәшкә оло; ҡарт. □ Старый, пожилой. Ҡары кеше. ■ Хан алдында ҡары ахун йыр йырланы, әйткәнен ҡолаҡ һалып күп тыңланы. «Буҙйегет».
ҠАРЫ III [ғәр. lsJ5] (Р: замужняя женщина; И.: married woman; T.: karı) и. иҫк. кит.
312