Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 314


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРЫЛЫУ
в горле. ■ Хажисолтан ауыҙын асты. Кинйәбулат у сындағы итте уның ауыҙына тыҡсыны. Хажисолтан ҡарылды. Я. Хамматов. • Һаранға һарылма, балыҡҡа ҡарылма. Мәҡәл.
♦ Ҡарғышыңа ҡарыл ҡарғыш ҡайтарыу һүҙе. □ Говорится в ответ проклинающему. соотв. Подавись своим ядом.
ҠАРЫЛЫУ II (ҡарыл-) (Р.: тошнить; И.: feel sick; T.: midesi bulanmak) ҡ. диал.
Уҡшыу, күңел болғаныу, ҡоҫҡо килеү. □ Тошнить. // Тошнота. Ауыр еҫтән ҡарыл -дың. Ҡарыла башлау. Машинала ҡарылыу.
ҠАРЫМҠА с. диал. ҡар. ҡуңыр I, 2. Карымҡа йөҙлө. Карымҡа ғына ҡыҙ. Ҡа-рымҡа булыу.
ҠАРЫМҠОТ АТАЙ (Р: отец Карым-кут; И.: saint person in Bashkir mythology; T: Başkurt mitolojisinde iyi adam, koruyucu) и. миф.
(баш хәреф менән) Башҡорт мифологияһында изге кеше, ҡурсалаусы, юраусы. □ Отец Карымкут (в башкирской мифологии святой, покровитель, предсказатель). ■ Карымҡот атай, ҡотоң бир. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРЫМТА (Р: кровная месть; И.: blood feud (vengeance); vendetta; T: kan davası) и.
1. map. Ҡан ҡойоуға ҡаршы ҡан ҡойоп, һөжүмгә ҡаршы һөжүм итеү рәүешендә алынған үс; ҡон. □ Кровная месть. ■ [Кенәз Бутурлин — Алдарбайға:] Әгәр ҡаҙаҡтар рус подданствоһына кусһә, башҡорттарға ла файҙаһы тейер ине. Һеҙ бит әле барымта, ҡарымталар менән бер-берегеҙҙең теңкәһен ҡоротаһығыҙ. Н. Мусин. [Мәсем хан, Һәу-бәндең был һорауына яуап итеп:] Суранан ҡон юлларлыҡ һис ҡарымтам юҡ минең; малым талап алды, тип барымтам да юҡ минең. «Аҡбуҙат». • Байға барымта юҡ, ярлыға ҡарымта юҡ. Әйтем. Барымтаға — барымта, ҡарымтаға — ҡарымта. Әйтем.
2. этн. Эшләнгән эш йәки бирелгән нәмәгә ҡаршы яуап. □ Ответный подарок. ■ Ҡоҙағыйға кулдәк кейҙергәйнем, ҡа
рымтаһына батшай сапан кейҙереп ҡайтарҙы. Т. Морат.
ҠАРЫМТА ҠЫЛЫУ (ҡарымта ҡыл-) ҡ. ҡар. ҡарымталау. ■ Ҡасандыр беҙҙә, бынан дурт-биш быуат элгәре, ете ырыу башҡорттары айырым-айырым йәшәгән, бер-береһенә ҡарымта ҡылып, барымтаға барған. «Ватандаш», №10, 2010.
ҠАРЫМТАЛАШЫУ (ҡарымталаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡарымталау, взаимн. от ҡарымталау. ■ Кире иленә ҡайтҡан башҡорт ир-аты, ҡоралланып, ҡаҙаҡтарға һөжум итә. Бына шулай барымталашыу, ҡарымталашыуҙар башлана. Ә. Сөләймәнов.
ҠАРЫМТАЛАУ (ҡарымтала-) (Р: мстить; И.: take revenge; T: intikam almak) ҡ. этн.
Үс алыу, ҡон ҡайтарыу. □ Мстить, вымещать. Ҡарымталап барыу. Дошмандар курше ырыуҙы ҡарымталағандар.
ҠАРЫМТАЛЫ (Р: упрямый; И.: obstinate; T.: inatçı) с. диал.
Үҙ һүҙле, кеҙе. □ Упрямый. Ҡарымталы кейәу. Ҡарымталы булыу.
ҠАРЫН (Р: желудок; И.: stomach; T.: karın) и.
1. анат. Тереклектәрҙең ашты ҡабул итеп эшкәртә торған эске ағзаһы; ашҡаҙан. □ Желудок. / Желудочный. ■ Дөңгөрҙөң тоноҡ тауышы ишетелде: доңҡ-доңҡ, доңҡ-доңҡ... Үгеҙ ҡарынын киптереп, туңәрәккә киргән был ҡоралдың доңҡолдауы әллә ҡайҙарға яңғырай, эргәләге ағастарға, ҡая таштарға бәрелеп ҡабатлана, бер урында ҡаҡһалар, бар ҡәлғәгә ишетелә. 3. Ураҡсин. Ҡуҙыйкурпәс, шифалы уләндәр йыйып, шунда уҙе атып алған ҡоралайҙың таҙартылған ҡарыны эсенә һала ла, уға һыу тултырып, бөрөп бәйләй. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Һарандың ҡарыны туйыр, куҙе туймаҫ. Әйтем. Һурпа эскәндең ҡарыны йыуан, ит ашағандың балтыры йыуан. Әйтем.
2. Һуйған малдың эске өлөштәре, эсәк-ҡарын. □ Внутренности. ■ [Рәхимә — Мәғфурәгә:] Бына бөгөн тирә-яҡ куршегә
314