ҠАРЫНДАШЛЫҠ
һуғым ашатайыҡ .. тип ҡайнашып ятҡан көн әле. Ҡарын алғанда килендәр етешә алмай ҡырын-ҡыйҡыу булды. Һ. Дәүләтшина.
3. анат. Кәүҙәнең күкрәк аҫтынан сатҡа тиклемге өлөшө; ҡорһаҡ. □ Живот, брюхо. / Брюшной. ■ [Ерәнсәй:] Мөгөҙө менән саҡ ҡарынымды ярып ебәрмәне [кәзә]. М. Буранғолов. Ҡарағөлөмбәт ҡыпсаҡтарҙың еренә бара һалды. Ҡатын, бала, ҡарт-ҡоронө аямаҫтан, осрағандың ҡарынын яра һалды. «Бабсаҡ менән Күсәк».
4. һөйл. Ҡатын-ҡыҙҙың бала ярала торған эске ағзаһы; аналыҡ. □ Утроба, чрево, нутро, матка. / Утробный, чревный, нутряной, маточный. ■ Ҡапыл Мәҙинә ҡарынындағы йән эйәһенең сабырһыҙланып тулағанын тойҙо. Т. Ғарипова. Кеше өсөн әсә ҡарыны кесе йыһан булһа, кешелектең кесе йыһаны — ауылдыр. Г. Яҡупова.
♦ Ас карынлай (йәки ҡарынға) ашамаған көйө, ас хәлдә. □ Натощак. ■ Ҡоро һыу ас ҡарынға әллә ни бирмәһә лә, бөтөнләй буш торған ише тугел, ял булып ҡала. Р. Солтангәрәев. Ҡарын асыу ашағы килеү, асығыу. □ Проголодаться, испытывать голод. ■ Яҙ көнөндә ҡырҙа йөрөгәндә, исмаһам, ҡарын асып китһә, ҡаҡы, көпшә, кәзә һаҡалы, ҡымыҙлыҡ кеуек төрлө уҫемлектәр ашап тамаҡ ялғап ебәреп була ине, хәҙер улар ҙа юҡ бит!.. М. Ғафури. • Ҡарыны асҡанға ҡара талҡан майҙай куренер. Мәҡәл.
ҠАРЫН АҪТЫ БИҘЕ (Р.: поджелудочная железа; И.: pancreas; T.: pankreas) и. анат.
Умыртҡалыларҙың аш эшкәртеүҙә ҡатнашыусы ағзаһы. □ Поджелудочная железа. ■ Әгәр ай нәҙегәйһә йә бөтөнләй юғалһа, эсәк, бауыр, ҡарын аҫты биҙе эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк. «Шоңҡар», № 3, 2011.
ҠАРЫНҒАУ с. диал. ҡар. ауырлы. Ҡарынғау килен. Ҡарынғау ҡатын. Ҡарынғау булыу. Ҡарынғауҙар өсөн тәғәйенләнгән кейем.
ҠАРЫНДАШ (Р: единоутробный (брат или сестра)', И.: uterine children; T.: ana bir kardeş, karındaş) u.
1. Бер әсә балалары (бер-береһенә ҡарата ). □ Единоутробный (брат или сестра), родные дети. / Единоутробный, родной. М Сырым менән ҡарындашы, елкәләрен ҡашып, бер-береһенә аңшайып ҡарап торҙолар ҙа мал һуйыу өсөн билдәләнгән соҡор янына ташландылар. Ә. Хәкимов.
2. Ир-аттың үҙенән бәләкәй ҡыҙ туғаны, һеңле. □ Младшая сестра, сестрёнка (по отношению к брату). М [Алпамыша:] Ҡол-таба ағай, Ҡолтаба ағай, Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай, мине тапҡан ҡарт әсәмде, ҡарындашым Ҡарлуғасты һиңә фиҙа ҡылам, ағай, ҡылам ағай! — ти. «Алпамыша». Ба-туч турәнән ҡотолғаныма шатланып, доға уҡып, саҙаҡа биреп йөрөһәм, Ҡарабалыҡ ҡаҙаҡтары солтаны Иҫәнгилде уҙенең тол ҡарындашын димләй башланы. Ф. Янышев. Ағаҡайым, салғы янығанда талмаймы ни һинең беләккәйең, ҡарындашыңды алып киткәнгә янмаймы ни һинең йөрәккәйең? Сеңләүҙән.
3. Ир-аттың үҙенән кесе ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Сестричка, сестрица (форма обращения мужчин к женщинам моложе себя). Я «Бәй-й... Гөлйыһан ҡарындаш та бында икән дәһә»,— тип уңайһыҙланып ҡына көлөмһөрәне Закир. 3. Биишева. Аҡ быймалы ир уҙе һуҙ башланы: «Нәсибуллиндарҙың һин кеме булаһың, ҡарындаш?» Т. Ғарипова. «Бына, ҡарындаш, — тип теге ағай уға [Менәуәрәгә] билет һондо, — бер сәғәт самаһынан һинең поезың килә, радионан әйткәндәрен тыңлап ҡына тор ҙа сығып ултыр». Н. Мусин.
ҠАРЫНДАШЛЫҠ (ҡарындашлығы) (Р: родство; И.: kinship; T.: akrabalık) и. диал.
Ҡан-ҡәрҙәшлек,туғанлыҡ. □ Родство./ Родственный. ■ Ҡарындашлык ҡаты без-дә шәриғәт хөрмәте берлә, пәйғәмбәр өммәте берлә барымыз бер туған сарпай. Ғ. Соҡорой.
315