ҠАРЫНДАШ-ЫРЫУ
ҠАРЫНДАШ-ЫРЫУ и. йыйн. ҡар. туған-ырыу. Ҡарындаш-ырыу йыйыны. Ҡарындаш-ырыу менән татыу йәшәу. Ҡарындаш-ырыуҙы эҙләу.
ҠАРЫНДЫҠ (ҡарындығы) (Р.: перепонка; И.: membrane; T.: zar) и. анат.
1. Һыйыр ҡарынының эске ҡатлауы.
□ Перепонка (из брюшины жвачных животных). Ҡарындыҡ һыҙырыу. Ҡарындыҡты киптереу.
2. Һыйыр ҡарынының эске ҡатлауынан һыҙырып, киреп киптереп эшкәртелгән йоҡа яры. □ Плёнка, сделанная из брюшины жвачных животных. Ҡарындыҡ ашъяулыҡ. Ҡарындыҡ ишек. ■ Бикйән ата-әсәһенә .. ҡарындыҡҡа төрөп бер юлаусы артынан кустәнәс ебәрҙе. Әкиәттән.
3. ҡар. ҡарындыҡ тәҙрә. ■ Ҡарабашлы турғай ҡарындыҡты ҡуймай. Һин дә егет, мин дә егет, кәләш алып булмай. Таҡмаҡтан.
ҠАРЫНДЫҠ ТӘҘРӘ (Р.: окно, затянутое перепонкой брюшины; И.: window with a membrane рапе; T: «cam» olarak pencereye gerilen karınzarı) и. тар.
Мал ҡарынынан яһалған тәҙрә. □ Окно, затянутое перепонкой брюшины. ■ Ауылды төнгө ҡараңғылыҡ тамам солғап алғас ҡына, Насир аҫҡы урамдағы яр буйында, бер ситтәрәк ултырған мунсанан саҡ-саҡ иҫкерәк ситән өйҙөң ҡарындыҡ тәҙрәһен ҡыштырлатты. 3. Ураҡсин. Ҡарындыҡ тәҙрә киске эңер яҡтыһын тугел, көндөҙгө яҡтыны ла уткәрмәй. Я. Хамматов.
ҠАРЫН ИМЕ (Р.: магический способ лечения с помощью желудка животного болезней, наведённых злыми духами; И.: magical way of healing; T: büyü ile tedavi türü) и. этн.
Тереклектәрҙең ҡарыны менән ен-шай-тандар төшөргән зәхмәтте дауалау ысулы.
□ Магический способ лечения с помощью желудка животного болезней, наведённых злыми духами. ■ Ҡарын име: осоҡ булһа, ҡуй һуйҙырып, йылы ҡарынын: «Эсендәге ауырыуҙы тарт», — тип ауырыуҙың эсенә,
биленә ябалар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАРЫН КЕЙҘЕРЕҮ (Р.: обычай надевания на голову сватов желудка животных; И.: jocular rite during Bashkir weddings; T: düğün âdeti) и. этн.
Туйға һуйылған мал ҡарынын, шаяртып, ҡоҙаларҙың башына ҡаплау йолаһы. □ Обычай надевания на голову сватов желудка животных, зарезанных на свадьбу. Ҡоҙаларҙың башына ҡарын кейҙереу — борондан килгән йола. ■ Никах туйы ваҡытында буләккә һаран ҡоҙаларҙы баштарына куҙле ҡарын кейҙереу менән ҡурҡыталар. Ә. Сөләймәнов.
ҠАРЫНЛАШЫП (Р: раззадорившись; И.: having got excited; T: heyecanla) р. диал.
Дәртләнеп китеп, сәмләнеп. □ Раззадорившись. Ҡарынлашып ярышыу. Ҡарынлашып эшләу. Ҡарынлашып уҡыу.
ҠАРЫН МАЙЫ и. ҡар. ҡарынъяу 2.
• Ашыҡ уйнаған — аҙыр, туп уйнаған — туҙыр, ҡуй көтөп, ҡарын майы ашаған — барынан да уҙыр. Әйтем.
ҠАРЫНСЫҠ (ҡарынсығы) (Р: желудочек сердца; И.: ventriculus; T: karıncık) и. анат.
Йөрәк алды камераһынан алған ҡанды артериялар буйынса ҡыуыусы йөрәк өлөшө. □ Желудочек сердца. Ҡарынсыҡ эшмәкәрлеге. Йөрәктең ике ҡарынсығы бар: һул һәм уң. ■ Балыҡтарҙың ҡан әйләнеше системаһы йомоҡ һәм ике камералы (йөрәк алды һәм ҡарынсыҡ) йөрәктән һәм ҡан тамырҙарынан тора. Интернет селтәренән.
ҠАРЫН СӘС(Е) (Р: первые волосы ребёнка; И.: baby’s first hair; T: çocuğun ilk saçları) и.
1. Баланың тәүге сәсе. □ Первые волосы ребёнка. Ҡарын сәс алыу. Ҡарын сәсте һаҡлау. Сабыйҙың ҡарын сәсен алыу.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, баланың һаҡлау көсөнә эйә булған тәүге сәсе. □ Первые волосы ребёнка (по представлениям башкир, они выполняют обе-режную функцию). ■ Баланың ҡарын сәсен
316