Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 317


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРЫУ
бишеккә, баш кейеменә тегеп ҡуялар, күҙҙән һаҡлай тип. Башҡорт мифологияһынан.
ҠАРЫНҺАУ (Р.: обжора; И.: glutton; Т.: obur) и. диал.
Туймаҫ кеше, ҡомағай. □ Обжора. Ҡарынһау бала. Ҡарынһау булыу. Ҡарынһауҙар һимеҙ була.
ҠАРЫНЪЯУ (Р.: сальник; И.: epiploon; T: iç organ askısı) и. анат.
1. Ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы ағзаларҙы ҡаплап торған ҡатлам-ҡатлам май йыйырсыҡтары. □ Сальник. / Сальный. Ҙур ҡарынъяу. Бәләкәй ҡарынъяу. Ҡарынъяу эске ағзаларҙы һаҡлау функцияһын үтәй.
2. Малдың ҡарынын ҡаплаған эс майы; ҡарын майы. □ Нутряное сало, һарыҡ ҡарынъяуы. һыйыр ҡарынъяуы. Ҡарынъяуҙы һыуыҡ тейгәндә ҡулланырға мөмкин.
ҠАРЫПЛАШЫУ (ҡарынлаш-) (Р: пререкаться; И.: wrangle; T: çekişmek) ҡ. диал.
Ҡа^шы һүҙ әйтеп әрләшеү, әрепләшеү. □ ПрёрекАться, препираться. // Пререкание, препирание. Минең менән ҡарыплашма. Ҡарыплашып ултырмағыҙ.
ҠАРЫС (Р: чижик; И.: playing stick; T.: çelik (iki ucu yontulmuş kısa bir tahta) u.
Сүрәкә уйынында ҡулланылған, ике яҡ башынан осланған бәләкәй ағас таяҡ. □ Чижик, чижика (заострённая с двух концов коротенькая палочка, используемая в игре «чижик»). Ҡарысҡа һуғыу. Ҡарыс тотоу. Ҡарыс ташлау.
ҠАРЫСҠЫ и. иҫк. ҡар. ҡарышҡыр II. Ҡарысҡы өйөрө. Ҡарысҡы аулау. ■ [Мөйтән бей] саңҡылдап ҡарысҡылай һөрән һалды, аҡыл менән бейеклектең түрен алды. Бәйеттән.
ҠАРЫУ I (ҡары-) (Р: состариться; И.: age; T: ihtiyarlamak) ҡ. иҫк.
Ҡартайыу, олоғайыу. □ Состариться, стареть. // Старость. Атай ҡарып киткән. Әсә-йем ҡарый бара.
ҠАРЫУ II (Р: сила; И.: force; T.: kuvvet) и.
Көс, ҡеүәт, ғәйрәт. □ Сила, мощь. / Сильный, мощный. В Ҡола тағы йөҙ илле ҡуһай
самаһы сапты. Тағы ла, тағы ла ун-ун биш урау сабыр ине. Һиҙә ине үҙ көсөн! Ҡоланың ҡеүәтен, ҡарыуын белһендәр\ С. Ильясов. Нимәгә һуң өмөт итеп ҡыштарға инеп барыу? Элеккеләй, ҡояш сөйөр йөрәктәрҙә юҡ ҡарыу. Ә. Әфтәх.
♦ Ҡарыуҙан ҡалыу ҡар. ҡарыуы ҡайтыу 1. Ҡарт көнөңдә ҡарыуҙан ҡалырға яҙмаһын. ■ Тора-бара ҡарыуҙан ҡалған ҡарттарҙың бала аҫрарлыҡ хәлдәре ҡалмай. Г. Әхмәтҡужина. Ҡарыуы ҡайтыу 1) көс, ҡеүәт, ғәйрәт бөтөү. □ Терять мощь, силу.
■ Илшат урта мәктәпте тамамлай, үҙе теләп армияға китә. Ул армияла ваҡытта ҡарыуы ҡайтҡан өләсәһен ҡарттар йортона тапшыралар. М. Бураҡаева; 2) күҙҙең нуры, көсө бөтөү; һуҡырайыу. □ Слепнуть.
■ Һуҡырайып, ҡарыуым ҡайтты инде, өнһөҙ ҡалып, бәғерем ҡатты инде!.. Й. Солтанов. һүҙеңә ҡарыу кеше һүҙен йөпләп, нығытҡанда әйтелә; һүҙеңә ҡеүәт. □ соотв. Твоими устами да мёд пить. ■ Һүҙеңә ҡарыу, амин, шулай булһын. Экспедиция материалдарынан.
ҠАРЫУ III (Р.: ответное действие; И.: reciprocal action; T: cevap) и.
1. Нимәгәлер ҡаршы эшләнгән яуап; ҡоһор. □ Ответное действие. ■ Шәрғиә гөнаһлы булды. Күрәһең, яҙмыш хәҙер шул тәкәбберлегенең ҡарыуын ҡайтара ла. Ә. Хәкимов. [Йылан — Урал батырға:] Ай, егетем, ярҙам, ит, ярҙамыңа ҡарыуға мин дә ярҙам итермен. «Урал батыр». • Йыраҡ тип, ханға тел тейҙермә — ҡулы етер, насар, тип ирҙе әрләмә — ҡарыуы етер. Әйтем. Тура һүҙгә ҡарыу юҡ. Әйтем.
2. Ҡылынған яуызлыҡҡа яуап итеп эшләнгән уҫаллыҡ; үс, ҡон. □ Возмещение; вымещение; месть. ■ Урҙаның бер һағауылы ғына ҡылыстан үтһә лә, бының ҡарыуына, ҙур ғәскәр килеп, ҡыпсаҡтарҙың көлөн күккә осорасаҡ. Ә. Хәкимов. • Ҡарыуға ҡарыу — ҡарт атҡа ябыу. Мәҡәл.
♦ Бер һүҙеңә биш ҡарыу әрепләшеп, яуаплашып торған кешегә әйтелә. □ Ты ему
317