ҠАРЫУ
слово, а он тебе десять. Бының менән яуаплаша башлаһаң, ул һинең бер һүҙеңә биш ҡарыу әйтә. Ҡарыуҙы ойотоу бик ныҡ асыуландырыу, һарыуҙы ҡайнатыу. □ Раздражать, злить, действовать на нервы. ■ «Хаҡ һөйләйһең! — Таяғына таянып аяғүрә баҫҡан Ҡолтой ҡарт хәрәкәтһеҙ күҙҙәрен Уралтау һырты яғына төбәне. — Ҡарыуҙы ойотто ҡаҙағы ла, урыҫы ла». И. Ноғоманов. Ҡарыуын ҡайтарыу үс алыу, асыуын сығарыу. □ Отомстить. ■ Әйтерһең, ул [Гөлйөҙөм] бында иркенгә сыҡҡас, ҡыштың-ҡыш буйы сараһыҙҙан өндәшмәй телен тешләп йөрөүенең ҡарыуын ҡайтара. Ф. Иҫәнғолов. Аҡназарҙың өмөтөн ҡырҡырға, күңелен һүрелтергә, ҡарыуын ҡайтарырға аҙаплана. Ғ. Дәүләтшин. Яҡшы һүҙгә ни ҡарыу берәүҙең бер яҡшы кәңәше, һүҙенә яуап итеп әйтелә. □ Ничего не скажешь; что правда, то правда.
ҠАРЫУ IV (Р.: вид древнего оружия; И.: ancient military weapon; T.: silah) и. хәрби.
1. Боронғо һуғыш ҡоралы. □ Вид древнего оружия. И Арыҫланды күреү менән батыр шашҡан: «Йә Хоҙай, үҙең ярҙам бирә күр»,— тип, ҡарыуын ҡулына алып яҡынлашҡан. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Яу кейеме. □ Военная одежда, доспехи. М Был тауыш уятты халыҡтың барын, батырҙар кейенә, ти, ҡарыуҙарын. Хикәйәттән.
ҠАРЫУ V (Р: причина; И.: cause; T.: sebep) и. диал.
Сәбәп, һылтау. □ Причина. Ҡарыу эҙләү. Юҡ ҡарыуҙы бар итеү. Ҡырҡ ҡарыу таба эшләмәҫкә.
ҠАРЫУ ИТЕҮ (ҡарыу ит-) (Р: отвечать; И.: answer; T.: cevap vermek) ҡ.
1. Яуап ҡайтарыу, яуаплау. □ Отвечать. ■ Указдан тыш ылау бирмәйбеҙ тип, ҡарыу иткән кешеләрҙе үлтермәк. «Батыршаның хаты».
2. Ҡаршылыҡ күрһәтеү, ҡарышыу. □ Противиться, сопротивляться. Эшләгән кешегә эш ҡарыу итмәй. ■ Ҡунағыңды һыйларға
тәкәләрен ит иткән; берәугә ҡарыу итмәгән, йыу ашлыҡта бер байғош — ҡуй-һарыҡты быуыусы бүрегә ышыҡ булған тау. «Ете ырыу».
ҠАРЫУЛАНЫУ (ҡарыулан-) (Р: стать сильным; И.: become strong; T.: kuvvetli olmak) ҡ.
Көс, дәрт өҫтәлеү, ғәйрәтләнеү. □ Стать сильным. ■ Беҙгә лә берәр көрөшкә ҡымыҙ тейҙе. Ул йылғы бесәндә ҡымыҙҙы тәү тапҡыр һәм һуңғы мәртәбә ауыҙ итһәк тә, үҙебеҙҙе шаҡтай ҡарыуланып киткәндәй тойҙоҡ. «Йәшлек», 25 июль 2010.
ҠАРЫУЛАШЫУ (ҡарыулаш-) (Р: мстить друг другу; И.: take revenge on each other; T.: bir birinden intikam almak) ҡ.
1. Бер-береңдән үс алышыу. □ Мстить друг другу. Оҙаҡ ваҡыт ҡарыулашыу. Дошман менән ҡарыулашыу. Ҡарыулашып барыу.
2. Ниндәйҙер көскә ҡаршы тороу; тартҡылашыу. □ Противиться, сопротивляться. ■ Бәйгегә һөҙөмтә яһағанда, Ғәлиәхмәт күпме ҡарыулашмаһын, беренсе урын Ирна-зарҙан егерме-егерме биш сажин артта ҡалып килгән Дауытҡа бирелде. Ә. Хәкимов.
3. Ҡаршы әйтешеү; әрепләшеү. □ Перечить, пререкаться. ■ Таиба әбей, күрәһең, Иштуғандың яуабын етди һөйләшеүгә иҫәпләмәне. Шуға хатта ҡарыулашып та маташманы. 3. Биишева.
ҠАРЫУЛЫ (Р.: сильный; И.: strong; powerful; T.: kuvvetli) с.
Көслө, ҡеүәтле, ғәйрәтле. □ Сильный, энергичный, имеющий силу. Ҡарыулы up. Ҡарыулы бала. ■ Күккә ашҡан мәғрур сағыл ҡаяларын сурайтып, текә урҙай ҡарурманын итәктәренә мәскәүләтеп, ҡарыулы ел-дауылдарға оторайып күкрәк киргән Урал тауҙары... Й. Солтанов. Ҡарыулы ир булыуың үҙе ғүмереңдең бәхетле миҡдары икән! Бөтәбеҙ ҙә әлегә ул ваҡыт миҡдарында һау, таҙа, ғәйрәтле инек бит. С. Ильясов.
318