ҠАРЫШҠЫР
ҠАРЫУ ТОРОУ (ҡарыу тор-) ҡ. диал. ҡар. ҡаршы булыу. Ниәткә ҡарыу тороу. Теләккә ҡарыу тороу.
ҠАРЫУҺЫҘ I (Р.: бессильный; И.: powerless; T.: güçsüz) с.
Көсһөҙ, ҡеүәтһеҙ, ғәйрәтһеҙ, хәлһеҙ. □ Бессильный, слабый, немощный. Ҡарыуһыҙ ҡарт. ■ Беҙҙә ул саҡта колхоз председателе булып Ҡотипов тигән бер ғәмһеҙ кеше эшләй ине. .. Һәлкәулеге менән бөтә эште лә артҡа ҡалдырып, колхозды ҡарыуһыҙ итеп китте ул, бахыр. 3. Биишева.
ҠАРЫУҺЫҘ II (Р.: беспрекословный; И.: unquestioning; T.: itirazsız) с.
Ҡаршылыҡһыҙ, яуапһыҙ; ыңғай, күндәм. □ Беспрекословный. Ҡарыуһыҙ егет. Ҡарыуһыҙ булыу. ■ Был командир шулай ихтыярһыҙ, ҡарыуһыҙ йомшаҡ иптәш инде. С. Әлибаев.
ҠАРЫУҺЫҘ III (Р: беспрекословно; И.: unquestioningly; T.: itirazsız) р.
Ҡаршылыҡһыҙ, яуапһыҙ. □ Беспрекословно. Ҡарыуһыҙ тыңлау. ■ Аҡбуҙ сығыр — мал ҡото, телгә килеп һөйләр ул. Ни теләһәң, бар эшең һис ҡарыуһыҙ эшләр ул. «Аҡбуҙат». [Сатмыр хан:] Ошо һүҙемдең осон табып сисһәң, Иҙеүкәй, ни теләһәң, ҡарыуһыҙ бирә торған уйым бар. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАРЫУ-ЯРАҠ (ҡарыу-ярағы) (Р: оружие; И.: weapons; T.: silah) и. йыйн.
Төрлө һуғыш ҡоралы. □ Оружие, снаряжение воина. ■ Таңдап-таңдап йөҙ һикһән батыр алған, ҡарыу-яраҡ, сайман һайлап алған, ил-йорт менән хушлашып, аманлашып, Тимерғотло Мәсем ханға китеп ҡалған. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҠАРЫ ҺҮҘ и. ҡар. ҡарһүҙ. Ҡары һүҙ һөйләү. ■ Яңы йыр, ҡары һүҙ ишетеүемде ҡыуанып көтәм. Ә. Вахитов.
ҠАРЫШ (Р: пядь; И.: span; T.: karış) и.
Баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡтың киреп ҡуйылған араһына тиң булған үлсәү берәмеге. □ Пядь {мера длины). Биш
ҡарыш. Ҡарыш менән үлсәү. М Һылыу ҡыҙҙың майлап үргән сәс толомо кеүек, ише-леп-сылтырап, өс-дүрт ҡарыш киңлектәге ҡаран ағып ята. Н. Мусин. Алтынсәс тә иптәштәренә ярҙамға ашыҡты. .. Бер ҡарыш күтәрһәләр, бүрәнә арба күсәренә ята. Ә. Хәкимов. Ҡармасан Сәрмәсәндән бер ҡарышҡа бейек ине, күҙҙәре уның ямғырға сыланған сөм-ҡара ҡарағат төҫлө ине. «Һуңғы Һартай».
♦ Бер ҡарыш ниҙеңдер оҙонлоғон, буйын бәләкәйләтеп әйткәндә ҡулланыла. □ Очень короткий, маленький. ■ Нисек кенә булмаһын, Миңлегөл шатлығынан бер ҡарышҡа үҫеп киткәйне. Н. Мусин. Күлдәгемдең итәктәре ергә етмәй бер ҡарыш. Халыҡ йырынан. Үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш әкиәттәрҙәге яуыз сихырсы ҡарт тураһында. □ Злой волшебник. доел. Ростом в одну пядь, борода в тысячу пядей. ■ Аҡъял батыр ишекте асһа, үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш бер ҡарт тора, ти. Әкиәттән.
ҠАРЫШ АЯЛЫҠ (Р: очень короткий; И.: very short; T.: çok kısa) с.
Оҙонлоғо бер ҡарыш та бер ая; бик бәләкәй, ҡыҫҡа. □ Очень короткий, маленький. Ҡарыш аялыҡ ҡына китапсыҡ. ■ Томбойоҡ араһындамы, был кескәй сөмбәйҙә әле лә, моғайын, ҡарыш аялыҡ бәрҙеләр леберләшеп яталыр. Н. Мусин.
ҠАРЫШҠАҠ с. диал. ҡар. ҡарышмал.
• Орошҡаҡ булһа — улың яу, ҡарышҡаҡ булһа — ҡыҙың яу. Мәҡәл.
ҠАРЫШҠА ҺАЛЫУ (ҡарышҡа һал-) ҡ. ҡар. ҡарышлау. Тауарҙы ҡарышҡа һалып үлсәнек.
ҠАРЫШҠЫР I с. ҡар. ҡарышмал. ■ Шәңгәрәйҙең башын төрлө яҡҡа бороп була. Ҡарышҡыр яғы сығып, һарыуҙы ҡайнатһа ла, тиҙ онота, тиҙ һүрелә. Т. Ғарипова.
ҠАРЫШҠЫР II (Р: табуированное название волка; И.: wolf’s taboo name; T.: kurdun tabu ismi) и. диал.
319