ҠАРЫШЛАМА
Бүренең ысын исемен йәшереү өсөн барлыҡҡа килгән, булдырылған атама.
□ Табуированное название волка. И «Бүре» тип телгә алһаң, йәнәһе, малды талай, «ҡарышҡыр» тиһәң, ҡарышып килмәй, малға зыян итмәй. Экспедиция материалдарынан. • Малдың эйәһе булһа, ҡарышҡырҙың Хоҙайы бар. Мәҡәл.
ҠАРЫШЛАМА и. зоол. диал. ҡар. ҡарышлауыҡ I. Күбәләк ҡарышламаһы. Йәшел ҡарышлама.
ҠАРЫШЛАУ (ҡарышла-) (Р.: измерять пядью; И.: span; T: karışlamak) ҡ.
Ниндәйҙер араны ҡарыш менән үлсәү.
□ Измерять пядью. Ш [Ниғмәтулла] ос урындан шына ҡағылған йыуан ҡарағай бүрәнәне бармағы менән ҡарышлап үлсәне. Я. Хамматов.
ҠАРЫШЛАУЫҠ (ҡарышлауығы) (Р.: гусеница; И.: caterpillar; T: tırtıl) и.
1. зоол. Күп аяҡлы, йөнтәҫ, селәүсен һымаҡ ҡорт; күбәләк ҡорто. □ Гусеница. / Гусеничный. Ебәк ҡарышлауығы.
2. Трактор, танк кеүек ауыр техниканың быуынлы-быуынлы таҫма рәүешендәге оҙон сылбыры. □ Гусеница (тяжёлой техники). / Гусеничный. Трактор ҡарышлауығы. ■ Иң алдан килгән танкының башняһы ҡайырылып ташланды. Икенсеһенең ҡарышлауығы өҙөлдө, өсөнсөһө яндырылды. Я. Хамматов.
ҠАРЫШЛАУЫҠЛАНЫУ (ҡарышлауыҡлай-) (Р: превращаться в гусеницу; И.: turn into larva; T: tırtıl olmak) ҡ.
Ҡарышлауыҡҡа әйләнеү. □ Превращаться в гусеницу. Карышлауыҡланыу осоро.
ҠАРЫШЛАУЫҠЛАУ (ҡарышлауыҡла-) (Р: покрываться гусеницами; И.: become covered with larvae; T: tirtillanmak) ҡ.
Ҡарышлауыҡлы булыу, ҡарышлауыҡ менән ҡапланыу. □ Покрываться гусеницами. Ҡарышлауыҡлаған үләндәр. Кәбеҫтә ҡарышлауыҡлаған. ■ Муйыл ағастары ҡарышлауыҡлаған. И. Ғиззәтуллин.
ҠАРЫШЛАУЫҠЛЫ (Р: покрытый гусеницами; И.: covered with caterpillars; T: tırtıllı) c.
1. Ҡарышлауыҡ (1) менән ҡапланған, ҡарышлауығы булған. □ Покрытый гусеницами; с гусеницами. Ҡарышлауыҡлы кәбеҫтә. Ҡарышлауыҡлы үҫемлек. М Балауыҙ менән ҡорттар иртә яҙҙан ҡарышлауыҡлы күҙәнәктәрҙе — үрсемде кәпләп бикләй. «Башҡортостан», 25 апрель 2012.
2. һойл. Ҡарышлауыҡ (2) һымаҡ быуын-быуын сылбыры булған. □ Гусеничный. Ҡарышлауыҡлы трактор. Ҡарышлауыҡлы таҫма. М Атауылла дуҫым йөрөткән ҡарышлауыҡлы трактор, осһоҙ-ҡырыйһыҙ аҡ диңгеҙҙә тулҡындарҙы ярған карап һымаҡ, аҫҡа бер батып, бер ҡалҡып, эс бошорғос талғын дырылдап бара; тауышы бер көсәйеп, бер һүлпәнәйеп сыға; ә ҡарышлауыҡ табанлы «тимер ат» артында беҙ — санала бейек йөк башында буран өйөрмәһе эсендә һерәйешеп ултырып киләбеҙ. Й. Солтанов.
ҠАРЫШЛАШЫУ (ҡарышлаш-) (Р: пререкаться; И.: wrangle; T: çekişmek) ҡ. диал.
Телләшеү, ҡаршы әйтеү. □ Пререкаться. // Пререкание. Ҡарышлашып тороу. Тыңламай ҡарышлашыу. Туҡтауһыҙ ҡарыш-лашыу.
ҠАРЫШМА с. диал. ҡар. ҡарышмал. Ҡарышма булыу. Ҡарышма бала.
ҠАРЫШМАЛ (Р: упрямый; И.: stubborn; T: inatçı) с.
Үҙ һүҙле; тиҫкәре, ҡарышҡыр. □ Упрямый, своенравный. Н Мин шулай ҡарышмал бит ул! — тип көлдө Емеш. 3. Биишева.
ҠАРЫШТЫРЫУ I (ҡарыштыр ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡарышыу I. понуд. от ҡарышыу I. Баланы ҡарыштырыу. Ҡарыштырып бөтөү. Ҡарыштырып тороу. Юрый ғына ҡарыштырып алыу.
ҠАРЫШТЫРЫУ II (ҡарыштыр ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡарышыу II. понуд. от ҡарышыу II. Аяҡтарҙы ҡарыштырғансы урамда торҙоҡ.
320