ҠАСА-БОҪА
ҠАРЫШТЫРЫУ III (ҡарыштыр-) ҡ. диал. эйһ. ф. ҡар. ҡарышыу II. безл. от ҡарышыу II. Аяҡты ҡарыштырҙы. Тәнде ҡарыштырҙы.
ҠАРЫШ УЙЫНЫ (Р.: обычай башкир ходить друг к другу в гости после весенних работ; И.: visiting each other ritual; T: bahar işlerinden sonra ziyaret etme geleneği) и. этн.
Яҙғы эштәр бөткәс, ҡунаҡҡа йөрөшөү йолаһы. □ Обычай башкир ходить друг к другу в гости после весенних работ. Ҡарыш уйындары башланып тора. Ҡарыш уйынына саҡырыу.
ҠАРЫШЫ (Р.: сквозняк; И.: draught; Т.: cereyan) и. диал.
Ишек, тәҙрә һ. б. үтәнән-үтә өргән ел; үтә ел. □ Сквозняк. / Сквозной. Ҡарышы булыу. Ишектән ҡарышы бәреу. Ҡарышыла ултырырға ярамай. Тәҙрәнән өргән ҡарышы.
ҠАРЫШЫП АУЫРЫУ (ҡарышып ауыры-) (Р: лихорадить; И.: be feverish; T.: ateşlenmek) ҡ. диал.
Янып-өшөп ауырыу; биҙгәк тотоу. □ Лихорадить. Бала ҡарышып ауырыны ла китте. һыуыҡ тейеуҙән ҡарышып ауырыу.
ҠАРЫШЫУ I (ҡарыш-) (Р: упрямиться; И.: be obstinate; T.: inat etmek) ҡ.
Үҙһүҙләнеү, ҡаршы тороу; тиҫкәреләнеү. □ Упрямиться, упорствовать, артачиться. В [Туйбикә:] Былай ҙа уҙ башына ҡарышҡан нәмә булыр икән. М. Буранғолов. Химкаби-нетҡа ингәс ук Ғәйнан Вәхиттән әйтелгән «роман»ды һорай башланы. Вәхит оҙаҡ ҡарышып торманы. «Йәшлек», 28 ғинуар 2008. • Эшләһәң, эш ҡарышмай. Әйтем.
♦ Ҡарышҡан һымаҡ ниндәйҙер эш-хәл теләгәнсә түгел, киреһенсә, гел кире килеп торғанда әйтелә. □ сооте. Как назло. ■ Ә балыҡ ҡарышҡан һымаҡ ҡапты ла ҡапты. Ж. Кейекбаев.
ҠАРЫШЫУ II (ҡарыш ) (Р: сводить судорогой; И.: convulse, twitch; T.: kramp girmek) ҡ.
Өшөүҙән йәки сирҙән тартышып ҡатыу; ҡорошоу. □ Сводить судорогой. ■ Ғариф
староста уянып китте... Ул тороп ултырҙы һәм яңағы ҡарышҡанса иһәннәне. Ж. Кейекбаев.
ҠАРЫШЫУ III (ҡарыш-) (Р: сердиться; И.: be angry; T.: kızmak) ҡ. диал.
1. Асыу тойғоһонда булыу, асыуланыу.
□ Сердиться. // Сердитость. Ул миңә һаман ҡарыша. Ҡарышып йөрөу. Ҡарышып сығып китеу.
2. Һүҙгә килешеү, әрләшеү. □ Разругаться. // Ругань. Ҡаты ҡарышыу. Оҙаҡ ҡарышыу. Куршеләр менән ҡарышыу. Ауыл кибетендә ике ҡатын ҡарышып китте.
ҠАС I [ғәр. (Р: точь-в-точь; И.: to a tag; T.: tıpatıp) киҫ. диал.
Сағыштырыу, оҡшатыуҙы көсәйтеп килә; хас. □ Точь-в-точь. Ҡас атаһы. Ҡас бала һымаҡ ҡылана. Ҡас инәһе кеуек йөрөшө.
ҠАС II (Р: враг; И.: foe; T.: hasım) и. диал.
Дошман, яуыз. □ Враг. Ҡас булыу. • Ике ас бер-береһенә ҡас. Әйтем.
ҠАСАБА [ғәр. (Р: посёлок; И.: settlement; T.: kasaba) и.
Ҙур булмаған ҡала йәки ауыл. □ Посёлок. / Поселковый. М Елизаветино — урыҫ ауылы. Заманында ике сиркәуле ҙур ҡасабаның купселек халҡы урыҫтар булғас, украиндар ҙа урыҫлашып бөткән. Т. Ғарипова. Әптек ауылы ерендә «лагерь» ойошторола, һәләуек ярында ҡасабаға нигеҙ һалалар. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ҠАСА-БОҪА (Р: скрытно; И.: secretly; Т.: gizli (olarak) р.
Йәшенеп-йәшеренеп кенә; һиҙҙермәй.
□ Скрытно, украдкой, прячась. ■ Ғәжәп итмә, сәсән. Арттан ҡаса-боҫа барғансы, бергә-бергә хәуефһеҙ ҙә, куңеллерәк тә йөрөлөр, тип уйланым, — тине Ҡарасәс ҡәтғи төҫтә. Ә. Хәкимов. Салауат, башын бороп, диңгеҙ яғынан ҡаса-боҫа яҡынлашып килеусе кешене курҙе. Б. Рафиҡов. Шулай ҡаса-боҫа аҙна тирәһе барҙы былар [ҡасаҡтар], эсәр һыуҙары ла, юллыҡ ризыҡтары ла бөттө тиерлек. 3. Ураҡсин. Ауылдың иң осҡо бер йортона ҡаса-боҫа
321