ҠАСАНДЫР
не баштарҙы ҡайһы ярҙарға илтеп ташлар, ҡасан осраштырыр әле... Р. Камал.
ҠАСАН БУЛҺА ЛА р. ҡар. ҡасан да. ■ Ҡояшлы ер, йондоҙло кук, аҡ ырыҫлы дала ҡасан булһа ла бер мәлдә һәр кемдән дә ҡала. Ғ. Сәләм.
ҠАСАНҒА (Р.: на какое время?; И.: till what time?; T.: ne zamana?) hop. a.
Нимәнеңдер ҡайһы ваҡытта билдәләнгәнен асыҡлау өсөн әйтелә. □ На какое время? К какому времени? В [Туҡтамыш:] Ҡасанға саҡлы?.. Иҙеукәй һарайымды килеп баҫҡансыға тиклем уйламаҡсы булаһығыҙмы? М. Буранғолов. [Вил Ваһапович — Флурәгә:] Ә һин ҡасанға планлаштыраһың һуң? Ш. Хажиәхмәтов.
ҠАСАНҒЫ I (Р: к какому времени относящийся?; И.: (pertaining) to which time?; T.: ne zaman?) hop. a.
Нимәнеңдер ҡайһы ваҡытҡа ҡарағанын белер өсөн әйтелә; ҡайһы ваҡыттағы? □ К какому времени относящийся? Ҡасанғы икмәк? Ҡасанғы көн булды был хәл? Әҫәрҙә ҡасанғы ваҡиғалар һурәтләнә?
ҠАСАНҒЫ II (Р: давний; И.: longstanding; T.: eski) с.
Ниҙеңдер элекке ваҡытҡа ҡарағанын билдәләр өсөн әйтелә; бик күптәнге; әллә ҡасанғы. □ Давний, давнишний. Ҡасанғы эш. Ҡасанғы хәл. Ҡасанғы аш. В [Морозов — Винокурға:] Ҡасанғы бойороҡ... Һуғыш бөтә бит инде... Хәҙер ултереуҙең ниндәй хәжәте бар? Т. Ғиниәтуллин.
ҠАСАН ҒЫНА (Р: недавно; И.: recently; T.: geçenlerde) р.
1. Күптән түгел, яңыраҡ. □ Недавно. ■ Ҡасан ғына әле ауыл урамдары бәрхәт сиҙәм ине, хәҙер, машина, трактор тапап, ер ҡыртышын әйләндереп бөттө... Р. Камал. Һоҡланғыс! Ҡасан ғына барыһы ла хыял ғына ине. Әле балалар ҙа, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә 1 сентябрь етеуен туҙемһеҙлек менән көтә. «Йәншишмә», 3 август 2012.
2. ҡар. ҡасан I, 2. Ҡасан ғына яҙ килер?! ■ Ҡасан ғына болот ҡулын болғар
азатлыҡҡа илтер ямғыр аша? Т. Дәүләтбирҙина.
ҠАСАН ҒЫНА БУЛМАҺЫН (Р: всегда; И.: always; T.: her zaman) р.
Һәр ваҡыт, һәр саҡ. □ Всегда, когда бы то ни было. В [Хәйри — Саматҡа:] Ҡасан ғына булмаһын, атайыма әйтеп, кәрәгеңде бирҙертермен, тип ҡысҡыра. Н. Мусин.
ҠАСАН ДА (Р: когда-либо; И.: ever; Т.: bir gün) р.
Кәрәк ваҡытта; ҡасандыр, берәй ваҡыт.
□ Когда-либо, когда-нибудь. Ҡасан да килер. Ҡасан да бер көн беҙгә лә килер яҡшы ваҡыттар.
ҠАСАН ДА БУЛҺА р. ҡар. ҡасан да. В [Сажидә:] Мин һине ҡасан да булһа барыбер тағы осратырмын тип йөрөй торғайным, Төлкөсура. Бына курештек... Н. Мусин. Берәй ергә йәшенәбеҙ ҙә куҙәтәбеҙ, — тине Батыр. — Ҡасан да булһа Әмилә килеп сығыр әле. Н. Ғәйетбаев. Хаҡлыҡ ҡасан да булһа табылыр әле, тип уйланды Сәғиҙә. М. Тажи.
ҠАСАНДАН I (Р: с каких пор?; И.: since what time?; T.: ne zamandan beri?) hop. a.
Нимәнеңдер ҡайһы ваҡыттан алып эшлә-неү-эшләнмәүен асыҡлау өсөн әйтелә.
□ С каких пор? С какого времени? ■ Ғәбиҙә, ниҙер иҫенә төшөрөп, иренә урелеп ҡараны. — Ризаитдин Фәхретдинов әфәнде менән һин ҡасандан бирле таныш? Я. Хамматов.
ҠАСАНДАН II (Р: давно; И.: long ago; T: çoktan) р.
Ниҙеңдер бик күптән, электән булғанын белдергәндә әйтелә; элек-электән, әллә ҡасандан. □ С давних пор, издавна. Ҡасандан дуҫ булып йөрөйбөҙ. Ҡасандан көткән хат-хәбәр килеп төштө. В Ихсанбай уҙенең тауышын уҙе таныманы. Ҡасандан бирле былай йылы итеп өндәшкәне юҡ әсәһенә? Т. Ғарипова.
ҠАСАНДЫР (Р: когда-то; И.: once; Т.: Ыг zaman) р.
1. Ваҡыты билдәһеҙ булған, ҡайһылыр бер ваҡытта (киләсәк мәғәнәһендә). □ Ког-
323