Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 324


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАСАП
да-то, когда-нибудь. ■ [Шаҡман:] Ҡасандыр бер көн килеп, илде төрлө яҡлап нығытып, бөтә тирә-яҡтағы ырыу-ҡәбиләләрҙе буйһондороп, баш булып ултырасаҡына ышана ул. К. Мәргән. [Ганя:] Бәлки, ҡасандыр беҙҙең балалар әҙәмсә йәшәр. Р. Камал. Ҡасандыр кешелек аңына оя ҡорған синфи дошман идеяһы, купме ваҡыт уткәс тә, ейәнсәрҙәребеҙ йөрәге аша һарҡып, буләсәрҙәребеҙ куңелендә шытып сығасаҡ, тигәйне Барсынбикә. Т. Ғарипова.
2. Элек бер ваҡыт; күптән. □ Когда-то, некогда. ■ Юрматылар куптән инде уҙҙәрен ул төбәктең ысын хужаһы итеп һанайҙар, ҡасандыр ил башында ултырған Бурнаҡ бей тарафынан мираҫ итеп ҡалдырылған һәм тәңре әмере менән нығытылған изге төйәк тип иҫәпләйҙәр ине. К. Мәргән. Был биттә ҡасандыр бик ҡаты ямғыр, ҡасандыр бик көслө дауыл, ҡайһы йылдылыр ҡарҙың оҙаҡ ятыуы тураһында бик куп нәмәләр яҙылып, сыбарланып бөткән. Ғ. Хәйри. Урындыҡта саҡ-саҡ тын алып ятҡан ап-аҡ сәсле әбей — Төлкөсураның әсәһе Ғәрифә, ә уның янында ултырған егет — ҡасандыр атаһы буре тиреһенә урап, улемдән ҡотҡарған Бикморат ине. Н. Мусин.
ҠАСАП [ғәр. и. ҡар. ҡассап.
■ [Саранский:] Һуғышҡа алып бара торған һалдатты тугел, ҡасапҡа алып бара торған малдарҙы ла туҡмамайҙар. А. Таһиров. [Әхмәт] мал һуя торған ҡасапҡа килеп эләгә. С. Агиш.
ҠАСАР I (Р.: полуторагодовалая тёлка; И.: one-and-a-half-year-old heifer; T.: 1,5 yaş civarında olan düve) u.
1. Йәш ярымлыҡ тана. □ Полуторагодовалая тёлка. Ике ҡасарым бар. ■ [Өмөтбай:] Һыйырың нисәу тип ни — яңғыҙ бер ҡасарым. Аслыҡ йылдан бирле балалар ҙа, уҙебеҙ ҙә аҡ төҫө кургәнебеҙ юҡ. Ғ. Дәүләтшин.
2. диал. Кейәүгә бирә торған ҡыҙ. □ Девушка на выданье. ■ Яусы ҡыҙ өйөнә: «Беҙҙең ҡасарыбыҙ юғалғайны, шуны эҙләп
килдек», — тип керә. Экспедиция материалдарынан.
ҠАСАР II (Р: нож, используемый при забое скота; И.: knife to slaughter cattle; T.: kasap bıçağı) и.
Мал һуя торған бысаҡ. □ Нож, используемый при забое скота. Ҡасар бысаҡ. Ҡасар уткерләу. Ҡасар һатып алыу. Яңы ҡасар. Оҙон ҡасар. Ауыр ҡасар.
ҠАСАУ I (Р: долото; И.: chisel; T.: oyma kalemi) и.
1. Ағасты соҡоу, тишеү, уйыу өсөн ҡулланылған үткер яҫы осло ҡорал. □ Долото. ■ Мотиғулла ағай шатланып бөтә алманы. Ағас аяғын туҡылдатып, улы тирәһендә уралды, уға ниндәй бысҡыны, ниндәй йышҡыны, ниндәй ҡасауҙы ҡулланырға кәрәклеген өйрәтеп торҙо. Й. Солтанов. Эйәр аша һалынған ҡуржынға Оҫта уҙ ҡулы менән төрлө шәкелдәге сукештәр, ҡасау-тишкестәр, тимер ҡайсылары, ҡул һандалсалары, мәғдән иретә торған һауыттар тултырҙы. Я. Хамматов.
2. диал. Бороп, тишек тишә торған ҡорал; бырау. □ Сверло; бурав. Тоҡом ҡатламдарын быраулау өсөн алмас ҡасауҙар етеш-тереу.
3. мед. Хирургияла һөйәк туҡымаһын киҫеү өсөн яҫы, үткер осло ҡорал. □ Долото {хирургическое). Хирургик ҡасау. Ҡасауҙар тартмаһы. Төрлө ҙурлыҡтағы ҡасауҙар.
ҠАСАУ II (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени кыпчак. Ҡасауҙар нәҫеле.
ҠАСАУЫР (Р: стойкий; И.: resistant; T.: dayanıklı) с. диал.
Тотороҡло, ҡаҡшамаҫ холоҡло, үҙ һүҙен тотоусан. □ Стойкий (о характере). М [Ҡо-миссар:] Эйе, башбирмәҫ фетнәселәрҙең иманын уҡытырға тап минең кеуек тоғро, ҡасауыр большевиктар кәрәк. Ә. Хәкимов.
324