Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 325


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАСҠЫН
ҠАСД [ғәр. и. иҫк. ҡар. ҡасыд 1. ■ Ни өсөн хәҙрәт Ғосманды үлтерергә ҡасд ҡылдылар? М. Ғафури.
ҠАСИД [фарс. ^^1 (Р.: вестник; И.: messenger; T.: haberci) и.
Хат-хәбәр килтереүсе, илсе, берәй нәмә эшләргә ниәт ҡылыусы. □ Вестник. ■ Ка-сидтар, ҡырҡ көнлөк юлды егерме дүрт көндә үтеп Ағиҙел һыуы үҙәнендәге Аҡташ хан урҙаһына еттеләр. М. Өмөтбаев.
ҠАСИДӘ [ғәр. (Р: касида; И.: ode qasida‘, T.: kaside) и. кит.
Көнсығыш поэзияһында: баштан аҙағына тиклем бер төрлө рифмалы маҡтау шиғыры. □ Касида, ода. Ҡасидә сығарыу. Ҡасидә бағышлау. Я Күңелендә ярала башлаған ҡасидә юлдары шағирҙың балалыҡ, үҫмерлек йылдарының мәңге онотолмаҫ хәтирәләренә үрелеп китте. Ә. Хәкимов.
ҠАСИР [фарс. j—tf] (Р: слабый; И.: feeble, insufficient; T.: eksik) с. иҫк. кит.
Наҡыҫ, кәм, әҙ, етлекмәгән. □ Слабый, немощный. Я Камилдарҙы хур күрер ундай әҙәм тыумыштан зирәклеге ҡасир булһа. М. Аҡмулла.
ҠАСҠАЛАҠ I (Р: скрывающийся; И.: apt to run away; T.: kaçak) с.
1. Кемдәндер ҡасып, йәшенеп йөрөүсән.
□ Скрывающийся, прячущийся, склонный к бегству (о человеке). Я Бүре лә баһа был! — тине Рамазан. — Анау ҡасҡалаҡ Суми-новтың ҡотон алған аҡһаҡ бүре! Ә. Хәкимов. [Нажар ҡарт:] Бына ҡайҙа икән ул, ҡасҡалаҡ малай! — тип ҡулындағы сыбыҡ остоғо менән янай. Н. Мусин.
2. Көтөүҙән ҡасыусы малға ҡарата.
□ Убегающий из стада (о скотине). Каска-лак һыйыр. Я Юлыш мәрхүмдән Сырымға ҡалған һайҙаҡ йылҡы өйөрө, сыр-сыр талашып, алға ынтыла .. Күс тауға һарҡылған мәлдә генә бығаса әллә ҡайҙа боларып йөрөгән ҡасҡалаҡ тимер күк килеп сыҡты. Ә. Хәкимов.
ҠАСҠАЛАҠ II (ҡасҡалағы) (Р: скрывающийся человек; И.: person in hiding, fugitive; T.: kaçak) и.
1. Кемдәндер ҡасып, йәшенеп йөрөүсе кеше. □ Скрывающийся, прячущийся человек. Я [Ханнан — Гөлсәсәккә:] Ә, .. ҡасҡалаҡ! Эләктең, инде ҡаса алмаҫһың. М. Буранғолов.
2. Көтөүҙән ҡасыусы мал. □ Сбегающая из стада скотина. Я Көтөүҙән бер ҡасып ҡайтып, язаһыҙ ҡалған мал ҡасҡалаҡҡа әйләнә. И. Ғиззәтуллин.
3. диал. ҡар. ҡасҡын 1. Я Саҡ аяҡҡа баҫтырып, ҡабат сафҡа теҙҙек тә әҙәм им-гәктәрен, баяғы ҡасҡалаҡты алға сығарҙыҡ. Ә. Хәкимов.
ҠАСҠАЛАҠЛЫ и. диал. ҡар. йәшенмәк.
Касҡалаҡлы уйнау. Касҡалаҡлы уйыны.
ҠАСҠАР и. зоол. ҡар. ҡашҡар I. Я Айыры ҡойроҡ, йылтын күҙ ҡасҡары күп Балҡан-тау. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҠАС-ҠАСАН (Р: когда-нибудь; И.: one day; T.: bir gün) р. диал.
Ҡасандыр бер ваҡыт; ҡасан да (киләсәктә). □ Когда-нибудь (в будущем). Кас-ҡасан урманды ҡырҡып иген сәсерҙәр.
ҠАСҠЫ и. ҡар. ҡасҡын. Я Үҙен ул бында ла Ҡасымжан исеме менән таныштырҙы, сөнки ҡасҡы Насир тураһындағы хәбәр ҡаҙаҡ араһына ла ебәрелеүе мөмкин, уны хөкөм ҡулына тотоп биреп, иҫәбенә аҡса эшләргә теләүселәр ҡайҙа ла булыуы бар. 3. Ураҡсин. [Йәркәй:] Таймаҫ, һин мине өйрәтмә! Мин, тейешле тапһам, барынан да һорарға хаҡым бар! Унда һинең эшең юҡ. Бәлки, һин берәй ҡасҡылыр. Исемең нисек? М. Буранғолов.
ҠАСҠЫЛЫҠ (ҡасҡылығы) и. диал. ҡар. ҡасҡынлыҡ. Касҡылыҡта йөрөү. Касҡылыҡ яфалары. Касҡылыҡ тормошо.
ҠАСҠЫН (Р: беглец; И.: runaway; T.: kaçak) и.
1. Азатлығын, ғүмерен ҡотҡарыу өсөн (мәҫәлән, төрмәнән) ҡасып, йәшенеп йөрөгән кеше. □ Беглец. / Беглый. Я Тирә-яҡта ҡамышлы күлдәр, ваҡ ҡайынлыҡтар күҙгә ташлана башланы. Каскын өсөн ят ерҙәр ине был. 3. Ураҡсин. Дәүләтхан ҡасҡындарҙың бығауҙарын бысты, колодка
325