Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 326


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАСҠЫНДА ЙӨРӨҮ
ларын систе. Р. Камал. Беҙ, апай, алыҫтан, Магниттан киләбеҙ... — Гөлбаныу хәлде шунда уҡ аңланы: ҡасҡындар. Индерһә, үҙенә ҡыйын, индермәһә... Юҡ, юҡ... Т. Ғарипова. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыға, ҡойоп яуған ямғырға ҡарамай, ҡасҡындар төн буйы саптылар. Ә. Хәкимов.
2. Хәрби йәки башҡа хеҙмәттән ҡасып йөрөгән кеше. □ Дезертир. ■ Ҡасҡын һалдаттарҙың береһе электән таныш завод эшсеһе булып сыҡты. Я. Хамматов.
ҠАСҠЫНДА ЙӨРӨҮ (ҡасҡында йө-рө-) (Р.: находиться в бегах; И.: be on the run; T.: kaçak olmak) ҡ.
Азатлығын, ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡасып йөрөү. □ Находиться в бегах. Оҙаҡ йылдар ҡасҡында йөрөү. Сит ерҙәрҙә ҡасҡында йөрөү.
ҠАСҠЫН ЙЫРЫ (Р: жанр песен о беглых; И.: runaways’ songs; T.: kaçak türküsü) и.
Ҡасҡындар тарафынан сығарылған йәки ҡасҡындар хаҡында йыр. □ Жанр песен о беглых. Ҡасҡын йырын йырлау. Ҡасҡындар йырын сығарыу. Ҡасҡын йырының көйө.
ҠАСҠЫНЛЫҠ (ҡасҡынлығы) (Р.: бегство; И.: fugitive’s position; T.: kaçış, kaçma) и.
Ҡасҡын булыу хәле. □ Бегство. ■ Икенсе һәм өсөнсө шаршауҙарҙа ҡасҡынлыҡта йөрөгән Йәркәйҙең аяныс яҙмышы әлеге йырҙар тарихындағы фажиғәле ваҡиғалар менән тығыҙ бәйләнештә күрһәтелә. М. Буранғолов. Урал урмандары яғына сығып, йәнә ҡасҡынлыҡ михнәтенә сумды ул [Алтынбай ]. 3. Ураҡсин.
ҠАССАП [ғәр. (Р: забойщик; И.: slaughterer; T.: kasap) и. иҫк.
1. Мал һуйыусы; һуғымсы. □ Забойщик. Ҡассап саҡырыу. Ҡассапсылар урамы. Ҡас-сап балтаһы.
2. Мал һуя торған урын. □ Место забоя скота, бойня. ■ Ҡассап янынан үткәндә эшселәрҙең гөжләүе, күп мал еҫе Сәғиттең баярҙа эшләгән сағын иҫенә төшөрҙө. А. Таһиров.
ҠАССАПСЫ и. иҫк. ҡар. ҡассап 1.
Ҡассапсы һәнәре.
ҠАСТА и. диал. ҡар. ауырыу II, 1. Әжәл ҡаҫтаһы. Оҙайлы каста. Ҡаҫталы булыу.
ҠАСТАЛАНЫУ (ҡа стал ан-) ҡ. диал. ҡар. ауырыу I. Ҡасталанып алыу. Ныҡ ҡасталаныу. Йүтәл менән ҡасталаныу.
ҠАСТА ЯТЫУ (ҡаста ят-) ҡ. диал. ҡар. ҡасталаныу. Ҡаста ятып китеү. ■ Бер аҙна ҡаста яттым да ҡуйҙым. Экспедиция материалдарынан.
ҠАСЫД [ғәр. (Р: намерение; И.: intention; T: kasıt) и. иҫк. кит.
1. Ниәт; теләк, маҡсат, ынтылыш. □ Намерение, цель; замысел. ■ Әл-хасил, барыһы ун бер бейҙәр Сыңғыҙ ханды һөйөп, кәңәш ҡылып, уны эҙләп тапмаҡ ҡасыдында булдылар. Ғ. Кейеков. Заятүләкте үлтереү ҡасыды илә, алтмыш кеше бергә ҡош сөйөргә ауға сыҡҡан. «Заятүләк менән һыуһылыу».
2. Яуыз уй, ҡаҫта. □ Скрытая злоба.
■ Бирмә күңелең һандығын шайтан әленә (ҡулына) кем, аның ҡасыды иманыңда вә йәнеңдә вә ҡаныңдалыр. Ш. Зәки. Беләһеңме, ҡасыдтан һөжүм шәриғәттә йөрөйҙөр үлтереү менән бер рәттә. М. Ғафури. • Бүре юлдашына ҡасыд ҡылмаҫ. Әйтем.
ҠАСЫД ИТЕҮ (ҡасыд ит-) ҡ. ҡар. ҡасыд ҡылыу. ■ Ен-пәрей тигән нәмәләр әҙәм балаларына зыян-зарар килтерергә ҡасыд итеп кенә торалар. М. Ғафури.
ҠАСЫД ҠЫЛЫУ (ҡасыд ҡыл-) (Р: намереваться; И.: intend; T: niyetlenmek) ҡ.
Нимәлер эшләргә ниәтләнеү. □ Намереваться, замыслить. // Намерение, замысел.
■ [Бер кеше — Заятүләккә:] Юлдаштарың һине үлтерергә ҡасыд ҡыла. «Заятүләк менән һыуһылыу». Әсәди (Әсди) бей менән Шәкәрле бей Себер йортонда Ибаҡ, Шибаҡ тигән Сыңғыҙ нәҫеленән булған ике ханға табиғ булып торғандары заманында, был хандар барса бейҙәрҙе үлтермәгә ҡасыд ҡылғандар. М. Өмөтбаев.
326