ҠАСЫРЫУ
ҠАСЫМ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-юрматинцев. Ҡасым аймағына ҡараған ауыл. Ҡасымдар урамы.
ҠАСЫНҠЫ (Р.: расходящийся; И.: diverging; T: ayrılan) с. диал.
Ике яҡҡа асылып торған. □ Расходящийся. Сабыуҙары ҡасынҡы. Ҡасынҡы булып тороу.
ҠАСЫП-БОҪОП р. ҡар. ҡаса-боҫа. Ҡасып-боҫоп йөрөу.
ҠАСЫП СЫҒЫУ (ҡасып сыҡ-) (Р: убежать; И.: run away; T.: kaçıp gitmek) ҡ.
1. Йәшерен рәүештә китеү. □ Убежать. Өйҙән ҡасып сығыу. ■ Уставты боҙоу, дезертирлыҡ ҡылыу, дошман яғына ҡасып сығыу кеуек хәлдәр йыш булып тора. Р. Солтангәрәев.
2. этн. Ата-әсәнең ризалығынан тыш кейәүгә барыу. □ Выйти замуж тайком (без согласия родителей). М «Әгәр ҙә мәгәр көсләп Исмайға бирергә уйлаһаң, Ғари-фуллаға ҡасып сығам», — тигәс, [Мәстурә-нең] атаһы ла әкренләп һурелде, may ге ниәтенән кире ҡайтты. Ә. Хәкимов. [Әсәһе:] Бына, атайың менән бер-беребеҙҙе яратышып йөрөһәк тә, мине уға бирергә риза булманылар. Рәтен таптыҡ, бер төндө ҡастым да сыҡтым. Ғ. Хәйри.
ҠАСЫР (Р: мул; И.: mule; T.: katır) и. зоол.
Бейә менән ата ишәктән булған ҡатнаш тоҡом хайуан. □ Мул (лат. Mulus). ■ Әй, Вәлиш, .. башҡаларҙың айғырынан көлмәгел ҡасырың менән. Ш. Бабич. • Ҡасырҙан ат та тыумаҫ, ишәк тә тыумаҫ. Әйтем.
ҠАСЫР-ИШӘК (ҡасыр-ишәге) (Р: лошак; И.: hinny; T.: bardo) и. зоол.
Йылҡы айғыры менән инә ишәктән тыуған хайуан. □ Лошак (лат. hinnus). Ҡасыр-ишәк урсетеу. Ҡасыр-ишәк — тулһеҙ тоҡом. Ҡасыр-ишәктәр ҡасырҙарҙан сыҙам
лылығы, эшкә булған һәләтлеге менән купкә ҡалыша.
ҠАСЫРЫП АЛЫУ (ҡасырып ал-) (Р: умыкнуть невесту; И.: abduction (о/ bride from her parents)', T.: kız kaçırma) ҡ. этн.
Боронғо йола буйынса, ҡыҙҙың ата-әсәһе өйләнешергә ризалыҡ бирмәгән осраҡта, ҡыҙҙы урлап алып китеп, ситтә әйләнеү. □ Умыкнуть невесту. // Умыкание невесты. ■ [Гөлзәминә — Еҙсәлимгә:] Әгәр ҙә мине һөйһәң, бөгөн ук төндә мине ҡасырып алып кит, иртән эш һуң була. Ай байығас та, кәртә артыбыҙға сығырмын, һин өс тапҡыр һыҙғырып, килерһең. Й. Солтанов. [Ҡыҙ — Йылҡыбайға:] Һин, бер батырҙың тыуған-уҫкән илен ҡалдырып, алыҫҡа барып сығыуы һәм унда бер ҡыҙҙы ата-әсәһенән ҡасырып алып китергә кундереуе хаҡында йырлайһың, йырыңды ошо ерҙә бөтөрәһең. Әкиәттән.
ҠАСЫРЫП БОҪОРОУ (ҡасырып боҫор-) ҡ. ҡар. ҡасырыу I, 2. Ҡасырып боҫо-роп ҡуйыу. Ҡасырып боҫороп йөрөу. Ҡасырып боҫороп тороу.
ҠАСЫРЫУ I (ҡасыр-) (Р: позволить бежать; И.: let escape; T.: kaçırmak) ҡ.
1. Ҡасырға мөмкинлек биреү, ирек ҡуйыу; ҡасырға мәжбүр итеү. □ Позволить, давать возможность бежать кому, обращать в бегство кого. Я [Ҡараһаҡал — Айбулатҡа:] Тегеләренә хөкөмдө еренә еткерергә алып барғанда, Максимовты ҡасырып ебәрерһең. М. Буранғолов. [Мәзин:] һин, Хәлим, ҡас, бында торһаң, тағы тотоп ябырҙар», тип ҡурҡытып, Хәлимде ҡасырған. А. Таһиров. Аҡ ҡуянҡайҙарҙы, ай, ҡасырҙым, аҡбуҙ атҡай менән баҫтырҙым. Халыҡ йырынан.
2. һөйл. Йәшереп, йыйып ҡуйыу. □ Спрятать. Ҡасырып ҡуйыу. Ҡеше куҙенән ҡасырыу. ■ Беҙ, беҙҙе ултыртып алып бара торған Йоҡас ҡарт та, толоптарыбыҙға төрөнөп, төндәребеҙҙе һыуыҡтан ҡасырып, бөрөшөп ултырҙыҡ. Ғ. Дәүләтшин. [Алдарбай:] Яу ҡупһа, бисә-сәсә, бала-сағаны хәтәрҙән ҡасырып тоторға, тим. Яу тигән
327