ҠАСЫРЫШЫУ
нәмәнең ни менән бөтөрөн белеп булмай. Н. Мусин.
3. кусм. Нимәнелер бөтөрөү, юҡҡа сығарыу, ҡурҡытыу. □ Отогнать, спугнуть.
■ һуңғы һуҙҙәр ағайҙарҙың кәйефен кутә-реп ебәрҙе. Әйтерһең, улар йөҙҙәрендәге асыуҙы касырыу өсөн, ошо һуҙҙәрҙе генә көтөп торғандар. Ә. Чаныш. Бынау килгән йөк автомобилдәре, анау, артына ике арба тағып, гөрөлдәп килгән олпатлы СТЗ тракторҙары даланың был йоҡоһон мәңгегә ҡасырғандар. С. Ҡудаш. Дворҙың лапаҫ менән ҡапланған мөйөшөндәге бер рус крәҫтиәне һаман йоҡламаған. Йоҡоно ҡасыра торған әсе еҫле тәмәке тарта, уҙе йөктәрен тар-тып-тартып ҡарай. С. Агиш. • Бәрәшән тотоноп бәрәкәтте ҡасырма. Мәҡәл.
4. кусм. Ыскындырыу, ебәреү, файҙалана алмай ҡалыу. □ Упустить, отпустить.
■ Миңнеғәлиев менән Семён форсатты ҡасырмайынса, уҙ-ара йәшерен кеше ебәрергә кәрәклек тураһында һөйләшеп алдылар. А. Таһиров.
ҠАСЫРЫШЫУ (ҡасырыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡасырыу I. взаимн. от ҡасырыу I. Ҡасаҡтарҙы ҡасырышыу. Емле тоҡтарҙы ҡасырышыу.
ҠАСЫУ I (ҡас-) (Р.: убегать; И.: run; flee; T: kaçmak) ҡ.
1. Кемдән йәки нимәнәндер ситкә йүгереп китеү. □ Уходить, удаляться откуда-л. бегом, убегать. Ҡасып барыу. ■ Ҡалала оло ғауға башланған, кешеләр өйҙәрен ташлап ҡасырға тотонған. Н. Ғәйетбаев. Аҡһаҡ Буренең уҙ иш-тошо баш һуҡҡан яҡҡа ҡасып бөттө. Ә. Хәкимов. [Нәркәс:] Ошо егет тотоп алды, китә алманым мин ҡасып. «Аҡбуҙат». Бесәйҙәр тағы ялп итеп ҡалды. Бына улар, ҡасып барған ыңғайға, бер-бер артлы һыулы тасҡа барып сумды. Г. Ғиззәтуллина. Бабайының ҡасып барғанын кургән әбейе, был айыу-фәлән куреп ҡасамы икән, тип уйлап, бабайы артынан төшә. «Йәшлек», 30 апрель 2011. • Айыуҙан
ҡасҡан — бурегэ. Әйтем. Ҡасып китһәң дә сәсеп кит. Әйтем.
2. Мотлаҡ йәки мәжбүри нәмәлә ҡатнашмау. □ Уклоняться, избегать, дезертировать. Йыйылыштан ҡасыу. Армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөу. Я Грицько төрлө яҡтан ҡасып ҡайтҡан украин егеттәрен туплап, отряд ойошторорға, уны Львов ҡалаһы яғына алып китергә тейеш икән. Ә. Хәкимов. Эш ташлап ҡасыу килешмәй, кире боролайыҡ, — тине Миңлеғәле. Я. Хамматов. [Ғәлимов — Нәфисәгә:] Килеп куренһә, әйт Ғәлимйәнгә, һаҡ булһын, эше ябылмаған. Ат юғалтыу, һуңынан хөкөмдән ҡасып йөрөу — ҙур енәйәт. Ә. Ғибәҙәтов.
3. кусм. Тейеш йәки мөмкин булған нәмәнән ситләшеү, ялтарыу. □ Убегать, уходить (от ответственности). // Бегство, уход. Яуаптан ҡасыу. ■ [Рәхимә — Ныязғолға:] Бармай ҡалыу ирлек тугел инде ул. Саҡырырға хәленән килмәне, ҡунаҡ куреуҙән ҡасты, тиер. Һ. Дәүләтшина.
4. Күренмәҫкә тырышыу, йәшеренеү. □ Укрываться, прятаться. // Укрытие. ■ Өммөкәй, эскерһеҙ генә көлөп, һуҙҙе, көтмәгәндә, өйҙөң ҡараңғы мөйөшөнә ҡасып ултырған Емешкә бороп ебәрҙе. 3. Биишева. [Ирназар олатай:] Кулдән сыҡҡан аттар тәуге мәлдә кешенән ҡасып йөрөй әле. Ни өсөн тигәндә, ҡырағайҙар. Ә. Хәкимов. Ырҙындың ҡояш байышы яғындағы муйыллыҡта ҡасып ятҡан бер өйөр божор, нимәнәндер ҡурҡып кутәрелде лә, ҡанат елпеуҙәренән металл тауыштары кеуек шау сығарып, пырылдап, бойҙай ҡамылы өҫтөнә осоп китте. С. Ҡудаш.
5. Кемдән йәки ҡайҙандыр йәшерен рәүештә китеү. □ Сбегать; спасаться бегством, скрываясь от кого-л. или от чего-л. Дәрестән ҡасып китеу. Өйҙән ҡасып китеу. ■ Ҡара Табын ырыуы, Нуғай хандарынан ҡасып, Ҡазан ханы ебәргән баҫҡаҡтар тырнағына эләгеуен һиҙмәй ҙә ҡалды. К. Мәргән. Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу .. кук толпарға атланып ҡасып китергә һуҙ ҡуйыштылар,
328