Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 329


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҪМАҠ
ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Гөлбикә — Биксәнтәй ағайға:] Теге Сыс-ҡанһырт бейәнең көнө етәлер, аулаҡ тартып, ҡасып китеу яғын ҡайыра ла төра, мәлғун. И. Ноғоманов. Әсирлектән ҡасып килгән Ҡусем дә ҡыуғынсыларҙың шартын утәп, мәргәнлеген курһәтеуе арҡаһында, имен ҡала. Ә. Сөләймәнов. Туҡтамыштан ҡасып килгән сардары Иҙеукәй Тимерҙең ғәскәренә юл курһәтеусе рөлен утәй. «Шоңҡар», № 3, 2011.
6. кусм. Нимәлер бөтөү, юғалыу, юҡҡа сығыу. □ Терять. // Потеря. ■ Һарайҙы томан баҫып, быларҙың һушы ҡасып, һарайҙа шау-шыу ҡубып, ике уртаға ярылып, Шулгән, Зәрҡум икеһе ер аҫтына осҡан, ти. «Урал батыр». Тамам йоҡоһо ҡасып, инеп ятырғамы, юҡмы тип аптырап болдорҙа тапанып торған Рамаҙандың аяҡ аҫтына мендәр-тушәге, ваҡ-төйәк әйберҙәре килеп төштө. Ә. Хәкимов.
♦ Оят ҡасыу оятһыҙға әйләнеү, оятһыҙланыу. □ Потерять стыд, стать бесстыжим. ■ Яманлыҡты куберәк ишеткән, белгән һайын әҙәмдең әҙәбе асыла, ояты ҡаса. «Ватандаш», № 8, 2010. Төҫ ҡасыу берәй ауыр кисерештән, тулҡынланыуҙан, асыуҙан һ. б. ағарыныу, ҡурҡып китеү. □ Измениться в лице; побелеть. ■ [Зарифа:] Ни булды һиңә, Ҡарлуғас, төҫөң ҡасҡан? Б. Бикбай. [Тимерхан:] Атай, ниңә төҫөң ҡасып ҡайттың? Әкиәттән.
ҠАСЫУ II (ҡас-) (Р.: случиться (о животных)', И.: mate; T: çiftleşmek) ҡ.
Иркәк мал менән орғасы малдың ҡушылыуы, аталаныуы (һыйырға, һарыҡ-кәзәгә ҡарата). □ Случиться, спариваться (о животных). // Случка (о животных). • Буре балаһын тоторға өйрәтһә, һарыҡ бәрәсен ҡасырға өйрәтер. Мәҡәл.
ҠАСЫУ III (Р.: обычай, запрещающий невестам разговаривать со свёкром; И.: ancient rite forbidding to talk with bride’s father-inlaw; T.: gelinin kayınpederi ile konuşamaması geleneği) и. этн. диал.
Килен кешенең ҡайны-ҡайнағаһы менән һөйләшмәй йөрөүе, тел йәшереү йолаһы.
□ Обычай, запрещающий невестам разговаривать со свёкром, старшими братьями мужа. Ҡасыу йолаһы.
ҠАСЫШЛЫ и. диал. ҡар. йәшенмәк. Ҡасышлы уйыны. Йәйге йылы кистәрҙә балалар йыйылышып ҡасышлы уйнай.
ҠАҪА (Р: крайняя плоть; И.: foreskin; T.: sünnet derisi) и. анат.
1. Айғыр ғәүрәтенең тышҡы ҡабы, ҡаплап торған көбө. □ Крайняя плоть (у лошади). Айғыр ҡаҫаһы йәрәхәтләнгән. Ҡаҫаһы юҡ айғырҙай йөрөй.
2. Айғыр һәм аттарҙың тоҡсаһы. □ Мошонка.
ҠАҪАБА и. диал. ҡар. аҫаба 1. Беҙ уҙебеҙ ҡаҫаба башҡорт. Ҡаҫаба халыҡ. Ҡаҫаба булып һаналыу.
ҠАҪАЛАҠ (ҡаҫалағы) и. диал. ҡар. ҡаҫыҡ. Ҡаҫалаҡ ауыртыуы. Ҡаҫалакҡа эләк-тереу. Ҡаҫалаҡ буҫере.
ҠАҪАНСЫ (Р: мясник; И.: butcher; Т.: kasap) и. диал.
Ит һатыусы. □ Мясник. Баҙарҙа ҡаҫан-сылар кубәйҙе.
ҠАҪМАҠ I (ҡаҫмағы) (Р: пенка; И.: scum; T.: sütbaşı) и.
1. Ҡайнаған һөттөң ярыланған өҫтө; өйрә, һөт-ҡатыҡ өҫтөнә ултырған яры һымаҡ нәмә; шекәрә. □ Пенка. / Пенный. Һөт ҡаҫмағы. Ҡаҫмағын алыу.
2. һөйл. һауыт төбөнә ҡатҡан көйөк (һөтлө аҙыҡ, бутҡа һ. б. бешергәндә). □ Что-либо подгоревшее. Ҡаҫмағын ебетеу. Ҡаҫмағын таҙартыу. М Ҡаҙаның ҡаҫмаҡлы булһын. Сеңләүҙән.
3. Йәш баланың башында, лепкәһендә тыумыштан була торған һарғылт ҡауаҡ.
□ Леп, молочные корки, родимая перхоть (на темени младенца). Сабыйҙың ҡаҫмағы ҡойолоп бөтмәгән әле.
4. диал. Ҡубып төшөп торған баш тиреһе күҙәнәктәре; ҡауаҡ. □ Перхоть. Ҡаҫмаҡты
329