ҠАҪМАҠ
бөтөрөу. Ҡаҫмаҡ менән яфаланыу. Ҡаҫмаҡ баш.
5. диал. Ҡайнап сыҡҡан һурпа өҫтөндәге ҡара күбек; турта. □ Накипь (образующаяся при варке мяса и т. п.). Ҡаҫмағы ҡалҡҡан. Ҡаҫмағын һөҙөп алыу. Ҡаҫмаҡлы аш.
ҠАҪМАҠ II (ҡаҫмағы) (Р.: окалина; И.: scale, dross; T.: çapak) и. тех.
Тимерҙе яндырғанда барлыҡҡа килгән көйөк. □ Окалина. ■ Ҡойған ҡылысым бит уҙем менән, бында ҡалған бары ҡаҫмағы. Р. Ғарипов.
ҠАҪМАҠЛАНЫУ (ҡаҫмаҡлан-) (Р: покрываться пенкой; И.: become covered with scum; T: kaymaklanmak) ҡ.
1. Күбек менән ҡапланыу, ҡаҫмаҡ барлыҡҡа килеү. □ Покрываться пенкой. Ҡатыҡ ҡаҫмаҡланған. К һары сәсле, танау осо ҡояшҡа бешеп ҡаҫмаҡланған, ҡамыт аяҡлы йәш ҡыҙылармеец ярты шаҡмаҡ шәкәрен, бер телем икмәктең ҡатыһын ҡуйы яллы ҡола ҡашҡаһына ҡаптырҙы. А. Таһиров.
2. Сепараттан айыртҡан һөттө ҡайнатҡанда яры барлыҡҡа килеү. □ Образование пенки при кипячении молока-обрата. Һөт өҫтө ҡаҫмаҡланған.
3. Ойошоп ҡатыу, кейеҙләнеү (йөн, сәскә һ. б. ҡарата). □ Спутываться, сбиваться, садиться (о шерсти, волосах ит. nJ. М Заһит [Ғәмиләнең] ҡарайған йөҙөнә, ҡаҫмаҡланған сәсенә ҡарап: «Бигерәк бала шул әле. Ҡайғы белмәй, уйнап йөрөй торған сағы. Ә ул — ярты һыныҡ икмәк артынан йөрөп туңды», — тип уйланы. Я. Хамматов. [Януарҙың] .. ерәнһыу йөнө ҡаҫмаҡланып, урыны-урыны менән төләп бөткән. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
4. Ҡауаҡ менән ҡапланыу. □ Покрываться перхотью. Оҙаҡ йыумауҙан баш ҡаҫмаҡланған.
ҠАҪМАУ I и. диал. ҡар. турта 1. Ҡаҫмауын алыу. Ҡаҫмауы сыҡҡан.
ҠАҪМАУ II и. диал. ҡар. ҡысмау. Ҡаҫмау тағыу. Ҡаҫмау йөрөтөу. Сарыҡ ҡаҫмауы. Ун икенән ишелгән ҡаҫмау.
ҠАҪМҮК (ҡаҫмүге) (Р: оперение стрелы; И.: fletching; T: ok yeleği) и. диал.
Уҡ ҡауырһыны. □ Оперение стрелы. Ауыр ҡаҫмук. Уҡтың ҡаҫмуге еңелерәк булған һайын, уҡ тиҙерәк оса.
ҠАҪМЫҠ (ҡаҫмығы) (Р: передняя верхняя десна коровы; И.: front upper gum of a cow; T: sığırın üst çenesindeki diş eti) и. анат. диал.
Һыйыр тешенең алғы өҫкө сирсаһы. □ Передняя верхняя десна коровы. Һыйырҙың ҡаҫмығы ҡаты була.
ҠАҪТА I [ғәр. -^| (Р: скрытая злоба; И.: hidden malice; T: hınç) и.
Яуыз уй, хаслыҡ, үс. □ Скрытая злоба. Я Никифорҙы байтаҡтан белә Лапшин: аҫтыртынлыҡты, хәйләкәрлекте, яһиллыҡты, ҡаҫтаны Хоҙай уға йәлләмәй биргән. Н. Мусин.
♦ Ҡаҫта һаҡлау үс тотоу. □ Таить злобу. Я Байморат бергә эшләу дәүерендә Атаһулла ҡарттың йөрәк төбөндә ҡаҫта һаҡламай торған эскерһеҙ кеше булыуына тамам ышанғайны. Н. Мусин. Ҡаҫта эсле тар күңелле, үсле. □ Очень скрытный; злопамятный. Я Һаҙый бай бының ғөҫөрөн ҡайтармайынса ҡалырмы икән, бик яуыз кеше бит ул, ҡаҫта эсле әҙәм. Н. Мусин.
ҠАҪТА II [фарс. и. диал. ҡар. ауырыу II, 1. М Ай ҡайтты, көн ҡайтты, яман ҡаҫта, һин дә ҡайт! Башҡорттарҙың им-том китабынан, [һыуһылыу — Заятуләккә:] Беҙҙең ерҙәр ташлылыр — ҡайын булып ятырһың, ҡаҫта булып ятырһың, ҡайтып китсе, Туләгем, ҡайтып китсе, Туләгем. «Заятүләк менән һыуһылыу».
ҠАҪТА III (Р: короткий, низкорослый; И.: shorty; T: kısa boylu) с. диал.
Кәүҙәгә бәләкәй, тәпәш (кешегә ҡарата). □ Короткий, низкорослый (о человеке). Ҡаҫта кеше. Ҡаҫта булыу. Ҡаҫта егет. Ҡаҫта кәуҙәле.
330