ҠАТА
ҠАҪТАҠ (ҡаҫтағы) (Р.: гнилое сено; И.: rotten hay; T.: çürük ot) и.
Серегән бесән. □ Гнилое, слежавшееся сено. Мал аҫтына ҡаҫтаҡ тушәу. Кәртәне ҡаҫтаҡтан таҙартыу.
ҠАҪТАЛЫ с. диал. ҡар. ауырыу III. Ҡаҫталы кеше. Ҡаҫталы бала. Ҡаҫталы булыу. Оҙаҡ ҡаҫталы булып ятыу.
ҠАҪЫҠ (ҡаҫығы) (Р.: пах; И.: groin; Т.: kasık) и. анат.
Эстең түбәнге өлөшө менән ике бот төбө араһы. □ Пах (между бедром и нижней частью живота). / Паховый. М һулаҡай яҡта 62-се полктың бер унтер-офицеры, уның ҡаҫығына пуля тейгән. А. Таһиров.
ҠАТ I (Р: ряд; И.: layer; T.: kat) и.
1. Аҫлы-өҫлө йәки йәнәш булған бер нисә нәмә һаны. □ Ряд, слой, пласт. / Рядный, слойный, пластовый. Ике ҡат тәҙрә. ■ Өҫтөнә етешәр ҡат бурәнә тушәлгән землянкаларҙың тәрәнлеге һигеҙ метрға етә. Я. Хамматов. [Зәһурә — шофёр егеткә:] Бында беренсе тапҡыр булғас, тағы ла берәр ҡат ҡара куҙлек кейер инегеҙ! Өҫтәп! Яҡшыраҡ курер өсөн! Ф. Аҡбулатова. Гәрәй тургә менеп, аҫтына ике ҡат мендәр һалып, аяҡтарын бөкләп ултырҙы. Б. Бикбай. Аттар бер һыҙыҡҡа һыймағанлыҡтан, уларҙы өс ҡат итеп теҙергә мәжбур булдылар. С. Ильясов.
2. Бөтәһе бер бөтөн, комплект тәшкил иткән нәмәләр (кейем-һалым, ҡаралды һ. б. ҡарата). □ Комплект, смена. / Комплектный, сменный. Ике ҡат эске кейем кейеу. Я Ирназар өшөй башланы. Өҫтөндә ҡыршылып-бысранып бөткән бер ҡат гимнастёрка, эске кулдәге сирәккә то-толдо. Ә. Хәкимов. Ялан баш, төймәләре ысҡындырылған йоҡа кәзәкей, бер ҡат киндер ыштан кейгән Миңлеғәле тирләне. Я. Хамматов.
3. Бураның бер ҡаты; ниргә. □ Венец. Ҡат буйы. Ҡат бурау. Бураның бер ҡатын һалыу.
4. Йорт йәки башҡа төҙөлөш ҡоролмаһының бер кимәлдәге айырым өлөшө. □ Этаж. / Этажный. Я Квартира минең һәйбә-әт! — тип ебәрҙе ҡарт ҡәнәғәт төҫ менән. — Элегерәк төҙөлгән иҫке йортта: бейек, яҡты, булмәләре лә, тәҙрәләре лә ҙур, коридоры киң, уҙе икенсе ҡатта ғына, ишек алды ағаслыҡ. Р. Солтангәрәев. Беренсе ҡатты атай кеше йәшәу өсөн эшләтмәгән. Ул — таштан. Көҙөн еуеш, ҡышын ифрат һалҡын. Был ҡат табаҡ-һауыт, тормош кәрәк-яраҡтары, артыҡ-мортоҡ әйберҙәр ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән. С. Поварисов.
5. Эш-хәлдең башҡарылыш, үтәлеш һаны; мәртәбә, тапҡыр, ҡабат. □ Раз. Я Урал тыңламаҡ булған, һуңғы ҡат һынамаҡ булған. «Урал батыр». Көрәшселәр бер-береһенә тағылышҡан килеш, майҙанды бер ҡат әйләнеп сыҡтылар, курәһең, бер-береһенең самаһын ҡарайҙар. Р. Солтангәрәев. Бына тәуге һәм һуңғы ҡат ҡайнар ирендәр аша ике йөрәк уҙенең ҡайнарлығын алмаша. М. Кәрим.
ҠАТ II (Р.: бок; И.: side; T.: yan) и. диал.
Эргә, ян. □ Боҡ, место рядом. Ағас ҡатында тороу. Ҡапҡа ҡатына ойоу. Өй ҡатына килеу. Тәҙрә ҡатына элеу.
ҠАТ III (Р: мало; И.: little; T.: az) р. диал.
Әҙ; тығыҙ. □ Мало. Ваҡытым ҡат булды. Эш бик ҡат килде.
ҠАТ IV и. диал. ҡар. ҡатлыҡ. Ҡат ҡушыу. Ҡат ҡушып бәйләу.
ҠАТ V и. диал. ҡар. ҡатмар I. Ҡат һалынған кулдәк. Итәк ҡаты.
ҠАТА I (Р: глубокие кожаные галоши; И.: national leather overshoes; T.: derin deri lastikler) и. этн.
1. Күндән тәрән калуш һымаҡ итеп тегелгән боронғо аяҡ кейеме (сарыҡ, итек, ситек өҫтөнән кейелгән). □ Глубокие кожаные галоши, надеваемые поверх войлочных или суконных чулок, сапог. Башмак ҡата. Бышым ҡата. Тәрән ҡуныслы ҡата. Суҡлы ҡата. • Мулла — ҡатаһыҙ булмаҫ, бәндә — хатаһыҙ булмаҫ. Әйтем.
331