ҠАТА
2. Ҡатын-ҡыҙҙың биҙәлгән тула ҡуныслы, күн башлы, бейек үксәле аяҡ кейеме. □ Женская кожаная обувь на каблуках с белыми суконными голенищами, украшенными разноцветной вышивкой и аппликациями. ■ Шәлен бөркәнеп, таяғын таянып, юрғалап килеп етте Бәҙеғолъямал әбей. Ҡатаһын сисеп, Торомтай эргәһенә менеп тә ултырҙы. Н. Мусин. [Хөппөниса:] Ашын яраштырырға ла, кейем, ҡата тегергә лә, киндер талҡырға ла, иләргә лә бер уҙем. Я. Хамматов. Ҡутәрмәлә оҙон халат, аяҡтарына матур ҡата кейгән ап-аҡ сәсле ҡатын куренде. Р. Солтангәрәев. Мәҙинә .. атаһы алып ҡайтҡан батистан куршеһе тегеп биргән кулдәген кейҙе, аяғына яңы ҡаталарын эләктерҙе. Т. Ғарипова. • Оло килен ҡатаһы кесе киленгә ярамай. Мәҡәл.
3. һөйл. Тиҙ генә эләктереп кейергә уңайлы булған, еңелсәгә кейә торған аяҡ кейеме. □ Лёгкая обувь. ■ Ялан аяҡтарына калуш йәки ҡата эләктергән, тубәләренә тиргә ҡатҡан, төҫһөҙ тубәтәй ултыртҡан утә арыҡ, йонсоу бер тиҫтер ҡарттар, кәзә һаҡалдарын кәшкәйтеп, йылғаға ҡарап торалар. 3. Биишева.
ҠАТА II (Р: к; И.: towards; Т.: ...(у)а (doğru) бәйл. диал.
Эш-хәрәкәттең билдәле бер ваҡытҡа яҡын булғанлығын, йүнәлешен белдерә; табан. □ К; по направлению к. Урманға ҡата барыу. Баҫыуға ҡата китеу. ■ Мин һәр ерҙә: шағир өҫтәлендә заман йырын яҙам төн ҡата. X. Ғиләжев.
ҠАТА III и. диал. ҡар. тояҡ. Аттың ҡатаһы ҡаты. Бейә ҡатаһын дағалау. Һыйыр ҡатаһы. Әллә ҡайҙан ҡата тауышын ишетеу.
ҠАТАЙ (Р.: название башкирского рода; И.: one of major Bashkir clans; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Көнсығыш башҡорттарының бер ырыуы. □ Катайцы (название башкирского рода). Оло ҡатай. Бала ҡатай. ■ Хәбәрем бар куп ерҙәрҙән, батыр ҙа батыр ирҙәрҙән,
тамъян, ҡатай, бөрйәндән .. Бары ла әҙер торалар. С. Юлаев. [Әсәди (Эсди) бей менән Шәкәрле бей] Ҡатай иленә килеп, туғыҙ өйлө Ҡатайҙан ер һорағандар. Ҡатай халҡы ер бирмәгәс, унан утеп, Инйәр даръяһын буйлап килеп, Ағиҙелгә еткәндәр. М. Өмөтбаев. Бер көн шулай Мәргән йылҡы көтөуе әйҙәп йөрөһә, янына ниндәйҙер сит бер кеше килде лә: «Мин Ҡатай иле батыры булам, айыу аңдып йөрөйөм, миңә ярҙам итешсе», — тип әйтте, ти. Ә. Чаныш. [Боғара:] Табын, ҡатай илдәре, моғайын, ят итмәҫ, әҙме-купме ер бирер ине әле, тип ярһыны. Ә. Хәкимов. • Ҡатайҙы дауға ҡуй, тамъянды яуға ҡуй. Әйтем.
ҠАТА ҠАЛЫУ (ҡата ҡал-) ҡ. диал. ҡар. ҡатып ҡалыу 1. Билем ҡата ҡалды. Һыуыҡтан ҡата ҡалыу.
ҠАТАЛАҠ (ҡаталағы) (Р: запор; И.: constipation; T: peklik) и. мед.
Эсҡатыуы. □ Запор. Ҡаталаҡ менән яфаланыу. Ҡаталаҡтан дауаланыу. Ж Дисбактериоз эсәк лямблиозы, шулай уҡ ҡаталаҡ менән интеккәндә йәки эс киткәндә, баба-һыр менән зарарланғанда уҫешә. «Ашҡаҙар», 15 июль 2009.
ҠАТАЛАҠЛАУ (ҡаталаҡла-) (Р: страдать запором; И.: suffer from constipation; T.: peklik çekmek) ҡ. һөйл.
Эс ҡатып ауырыу; эс ҡатыу, ҡаталау. □ Страдать запором. Эс ҡаталаҡлай. Ҡаталаҡлап тороу.
ҠАТАЛАУ I (ҡатала-) ҡ. ҡар. ҡаталаҡлау. Эс ҡаталау.
ҠАТАЛАУ II и. мед. диал. ҡар. ҡаталаҡ. Ҡаталауҙан ҡара емеш файҙалы. М [Фастфудтар менән] туҡланыу ашҡаҙан эшмәкәрлеген ауырлаштыра. Аҙаҡ йыуан эсәк ауырыуы, гастрит, уҙәк көйөу, ҡаталау менән интектерә. «Шоңҡар», № 7, 2010.
ҠАТАР I (Р: место, расположенное рядом; И.: place nearby; T.: yan) u.
1. Ҡемгә йәки нимәгәлер яҡын урын; ян, эргә. □ Место, расположенное рядом с кем-чем. ■ [Фатима] ҡулындағы белен
332