Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 333


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТАРЛАУ
де ауыҙ янына еткергәс тә, ҡулы бешкән бер төҫ алып, беленде ҡапыл ҡатарында ултырыусы йәшкелт күҙле бесәй алдына төшөрҙө. Ғ. Хәйри. Беҙ ҙә Сәрби әбейҙең кәзәһен шундағы кәзәләр ҡатарына килтереп ҡуйып, һатып алыусы көтөргә керештек. М. Ғафури. Ап-аҡ ҡырау төшкән иртәлә Оло инәйем мине мәктәпкә алып китте. Мин уның ҡатарынан атламайым, үлән өҫтөнә һибелгән бәҫте ярып, үҙемә юл һалып барам. М. Кәрим.
2. Рәт, иҫәп. □ Ряд. М Төньяҡҡа ҡарай ике ҡатар булып аҡ казармалар теҙелгән. А. Карнай. Бикмырҙа үҙе лә һиҙмәҫтән ауылдың абруйлы, затлы кешеләре ҡатарына инде. Ә. Хәкимов.
ҠАТАР II (Р: расположенный рядом; И.: situated nearby; T.: yan) c.
Береһе береһенә яҡын; эргәләш булған.
□ Расположенный рядом. Ҡатар биналар. Ҡатар ағастар. Я Ҡитер кеүек бер саҡ келтер-келтер түбәнләскә генә тәгәрләп, ҡатар ғына ике эҙ ҡалдырып, ғүмер тигән етеҙ тәгәрмәс. Г. Яҡупова.
ҠАТАР III (Р: рядом; И.: side by side; T.: yanında) p.
1. Береһе береһенә яҡын; эргәләш.
□ Рядом, в ряду. Ҡатар йоҡлау. Ҡатар ҡайтыу. ■ Алдыбыҙҙан киткәне юҡ хәүеф-хәтәр, был халыҡ, белә тороп, ғафил ятар. Ғәфләттән уяныу юҡ, оялыу юҡ, каруандар үтеп ятыр ҡатар-ҡатар. М. Аҡмулла.
2. күсм. Бер төрлө кимәл, бер төрлө дәрәжәлә. □ Наравне, вровень. Башҡалар менән ҡатар эшләү.
3. күсм. Бер тиң булып; бергә. □ Вместе. Ҡатар үҫеү. Ҡатар йәшәү. К Йоҡас ҡарттың беҙҙең менән ҡатар йоҡлап барыуы миңә ятыраҡ кеүек күренде. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАТАР IV (Р: подкладка; И.: lining; Т.: astar) и. диал.
Кейем-ҡаралдының эске яғы, эслеге.
□ Подкладка. Итәк ҡатары. Пальто ҡатары. Ҡатар тегеү. Ҡатар өсөн сатин.
ҠАТАР БҮЛЕНЕҮ (ҡатар бүл-) ҡ. ҡар. ҡатарланыу II. Ҡатар бүленеү осоро.
ҠАТАРҘАН (Р: рядом; И.: alongside; Т.: yanında) р.
Бер рәттән, йәнәш, эргәләш, ҡатар. □ Рядом, в ряду. Ҡатарҙан барыу. Ҡатарҙан урынлаштырыу. Ҡатарҙан ултырыу. Я Йөрөп ҡайтҡас, Петербург менән ҡатарҙан баш ҡала иҫәпләнгән Мәскәүҙең мөһабәтлеге, байлығы тураһында ул [Вәлишин] ауыҙ һыуы ҡороп һөйләр ине. Ә. Хәкимов. Йәғәфәр генә һүҙгә лә, йырға ла ҡушылмай ултыра. Башҡалар менән бер ҡатарҙан кәйеф-сафа ҡороп ултырырға йән дә, тән дә тартмай. Н. Мусин.
ҠАТАРҘАШ I с. диал. ҡар. йәштәш 1. Ҡатарҙаш булыу. Минең ҡатарҙаш. Атайыма ҡатарҙаш кеше.
ҠАТАРҘАШ II р. ҡар. ҡатар III. ■ Юлдың һул яғында, ҡатарҙаш һуҙылып ятҡан баҫыу, уңған игене алынғас, йөнө ҡырҡылған һимеҙ ҡуй кеүек булып, еңеләйеп һәм моңайып ҡалған. С. Ҡудаш.
ҠАТАР КИЛЕҮ (ҡатар кил-) (Р: совпадать; И.: coincide; T.: birbirini tutmak) ҡ. диал.
Тап килеү. □ Совпадать. Уйҙары ҡатар килде. Ваҡыттары ҡатар килде. Мәле ҡатар килгән.
ҠАТАРЛАНЫУ I (ҡатарлан ) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡатарлау, возвр. от ҡатарлау. Ҡатарланып ҡайтыу. Ҡатарланып атлау. Ҡатарланып эшләү. ■ [Тимерғәле ҡарт:] Ай, Ныязғол ҡусты,.. һинең атайың мәрхүм менән ошолайтып мәсеттән ҡатарланып ҡайта торғайныҡ, һ. Дәүләтшина.
ҠАТАРЛАНЫУ II (ҡатарлан-) (Р: дробиться; И.: break (into), become divided; T.: bölünmek) ҡ. биол.
Аталанған йомортҡаның яралғы барлыҡҡа килеүе өсөн бүленеүе. □ Дробиться, делиться (об оплодотворённом яйце). Ҡатарланыу осоро. Тиҙ ҡатарланыу.
ҠАТАРЛАУ (ҡатарла-) (Р: ставить рядом; И.: put side by side; T.: yanına koymak) ҡ.
333