ҠАТАРЛАШ
Үҙ-ара яҡын, эргәләш итеү, эргәләш булыу, ҡатар итеү. □ Ставить рядом, ставить в ряд. Ҡатарлап ҡағылған таҡталар. Ҡатарлап ҡуйылған кәштәләр. Ҡатарлап уҫенте ултыртыу. ■ Өлкән ишек алдының тап уртаһында ҡатарлап ҡуйылған ике «Интернационал» тракторы тирәһендә Айбикә менән Әхәй, ҡаштарын йыйып, етди төҫ менән уларҙың бөтә киҫәктәрен тикшереп, барлап, майлап, бензин ҡойоп, ходҡа ебәреп йөрөйҙәр, һ. Дәүләтшина.
ҠАТАРЛАШ с. ҡар. йәштәш 1. Әсәйем менән ҡатарлаш. Миңә ҡатарлаш кеше.
ҠАТАРЛАШЫУ (ҡатарлаш-) ҡ.урт.ҡар. ҡатарлау, взаимн. от ҡатарлау. Ҡатарлашып килеу. Ҡатарлашып барыу. ■ Тракторҙар артынса икешәр ат егелгән ике сәскес машина, уның арты тимер тырмаларға егелгән аттар, янындағы сменаға тигән парҙары менән ҡатарлашып, ҡапҡанан ҡаҡлыға-һуҡлыға сыҡтылар, һ. Дәүләтшина. Әкрәм, етеҙлек менән уртаға инеп, Маһиҙарға ҡатарлашты. А. Таһиров.
ҠАТАРЛЫ (Р.: стоящий рядом; И.: standing side by side; T.: yanında duran) с.
1. Йәнәш торған. □ Стоящий рядом.
2. Н иҫәлер рәттән булған. □ Состоящий из рядов. ■ Ике ҡатарлы гармун тауышы казарма эсен шаулата. А. Карнай.
ҠАТАРЪЯН и. зоол. диал. ҡар. селәүсен
1. Ер ҡатаръяны. Тиреҫ ҡатаръяны. Ямғырҙан һуң ҡатаръяндар кубәйә.
ҠАТАСАН I (Р.: в лёгкой обуви; И.: in light footwear; T.: açık ayakkabında) р.
Ҡата ғына кейгән көйө. □ В лёгкой обуви. Ҡатасан йөрөу. Ҡатасан сығып йугерҙе.
ҠАТАСАН II и. диал. ҡар. бәлә. Ҡатасан килеу. Ҡатасан килтереу.
ҠАТАУ (Р: столб; И.: pillar; pole; T: direk) и. диал.
Ҡағып ултыртылған ҡаҙыҡ, бағана. □ Столб, кол. Ҡатау ултыртыу. Ҡатау тергеҙеу. Ағас ҡатау. М [Әлибай:] Дуҫ өсөн таш ҡатау һымаҡ ныҡ торорға кәрәк. Ғ. Ибраһимов.
ҠАТАҺАБА (Р.: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Ҡатай ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-катайцев. Ҡатаһаба аймағына ҡараған ауыл. Ҡатаһабалар йыйыны.
ҠАТАШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir tribal subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun adı) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир-усерген. Ҡа-таш араһы ҡыҙы. Ҡаташтар шәжәрәһе. Ҡаташтар урамы.
ҠАТАШМА (Р: упрямый; И.: stubborn; T: inatçı) с. диал.
Тиҫкәре, еңмеш. □ Упрямый, несговорчивый; своенравный. Ҡаташма булыу. Балаһы ҡаташма. Ҡаташма булып уҫеу.
ҠАТАШЫУ (ҡаташ-) (Р.: упрямствовать; И.: persist (in); T: inat etmek) ҡ. диал.
Кешегә ҡаршы ҡыланыу; тиҫкәреләнеү. □ Упрямствовать, упорствовать. // Упрямство, упорство. Баш бирмәй, ҡаташа ла йөрөй.
ҠАТЕЛ ИТЕЛЕҮ (ҡател ител-) ҡ. ҡар. ҡатил ителеү. Ҡател ителгәндәр исемлеге.
ҠАТЕЛ ИТЕҮ (ҡател ит-) ҡ. ҡар. ҡатил итеү. Башлыҡты дошмандар ҡател иттеләр.
ҠАТИЛ I [ғәр. lW] (Р: убийца; И.: killer; murderer; T: katil) и. кит.
1. Кешенең үлеменә сәбәп булған кеше; кеше үлтереүсе; башкиҫәр. □ Убийца, головорез. ■ Халыҡтың изге тип хисаплаған кешеләре шул төрмәнең төлкө төҫлө ҡатилдары. Ғ. Хәйри.
2. (баш хәреф менән) миф. «Урал батыр» эпосындағы яуыз батша. □ Катил (мифический царь). ■ «Һау булығыҙ», — тигән дә, арыҫланына менгән дә Ҡатил батша йортона Урал ҡарап киткән, ти. «Урал батыр».
334