Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 336


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТ-ҠАТ
ҠАТ-ҠАТ I (Р.: слоистый; И.: laminated; T.: kat kat) с.
Бер нисә ҡаттан торған, бер нисә ҡатлы. □ Слоистый, в несколько слоёв. Ҡат-ҡат юрған. Кат-ҡат кейем. ■ Тимерғәле ағаһы кейеп туҙҙырғандан ҡалған ҡат-ҡат ямаулы сәкмәнде элде лә, кистән әҙерләнгән төйөнсөктө тотоп, тышҡа сығып йүгерҙе. Я. Хамматов. Иҙәндән алып түбәгә тиклем күтәрелгән, стена буйына эшләнгән ҡат-ҡат кәштәләргә рота һалдаттарының эреле-ваҡлы, төрлө төҫтәге сумаҙандары, сумкалары теҙеп ултыртылған. Н. Мусин. Бейек икән тауҙың ай баштары, ҡат-ҡат икән тауҙың таштары. Халыҡ йырынан.
ҠАТ-ҠАТ II (Р.: слоями; И.: in layers; T.: kat kat) p.
Бер нисә ҡат итеп, ҡатлап. □ Слоями, пластами. ■ Иртәгеһенә Алтынсәсте, иҫке-моҫҡо юрғанға ҡат-ҡат урап, ҡарағай ылыҫы түшәлгән санаға ятҡырып, ауылға оҙаттылар. Ә. Хәкимов. Ел уның һайын ҡоторғандай итте. Яманһаҙ туғайында юлды һыланы, ҡат-ҡат итеп ҡар өйҙө. И. Насыри.
ҠАТ-ҠАТ III (Р: неоднократно; И.: repeatedly; T.: kat kat) р.
Бер нисә мәртәбә, ҡабат-ҡабат. □ Неоднократно, несколько раз. М Кат-ҡат саҡырҙы Гизелланы бейергә Сәлим. С. По-варисов. Ала аттың оло йыйында уҙып килеүе тураһында дала иленең гәзиттәре яҙып сыҡты, радиоһы ҡат-ҡат һөйләне. С. Ильясов. Мәҙинә уны [картуфты]яҡшылап таҙартып, ҡат-ҡат йыуған арала кәстрүлдәге һыу ҡайнап сыҡты. Ә. Хәкимов.
ҠАТҠАЯҠ I (ҡатҡаяғы) и. диал. ҡар. ҡатҡаҡ. Юлдағы ҡатҡаяҡ. Ҡаткаяҡ булыу. Киске ҡатҡаяҡ.
ҠАТҠАЯҠ II с. диал. ҡар. ҡатҡыл 1. Катҡаяҡ ҡул. Катҡаяҡ булыу. Катҡаяҡ балсыҡ. Катҡаяҡ үлән. Катҡаяҡ терһәктәр.
ҠАТҠЫЛ (Р.: твердоватый; И.: hardish; T.: katı) с.
1. Бер аҙ ҡатыраҡ, бик үк йомшаҡ түгел; ҡатыңҡы. □ Твердоватый, жестковатый, загрубелый, крепкий. Ҡатҡыл ҡул. ■ Миңлегөл кәүҙәһен текә тотоп, тыҡ-тыҡ баҫып, һаман ишек төбөндә торған Уйыл-данды ҡатҡыл терһәге менән төртә биреп сыҡты ла китте. Н. Мусин. Барсынбикә Моратова һин булаңмы? — Милиционерҙың ҡатҡыл тауышы Барсынбикәне әруахтар донъяһынан ысынбарлыҡҡа, фанилыҡҡа алып ҡайтты. Т. Ғарипова. Сөнәғәт көслө, ҡатҡыл беләкле, эшкә бик тилбер һәм егәрле ине. Ж. Кейекбаев.
2. Тәне ныҡ, көслө булған. □ Крепкий (о теле). ■ Атай! Атайым!.. Мәҙинә үҙе таныш түгел ят яҡ еҫтәре сыҡҡан, ҡатҡыл, бер үк ваҡытта йомшаҡ кәүҙәгә һыйынып, үкһеп ебәрҙе. Т. Ғарипова.
3. күсм. Холҡо, тәбиғәте менән ҡаты, ҡырыҫ күңелле. □ Жестковатый, суровый. Ҡатҡыл үгәй әсәй. Катҡыл булыу. ■ Туйҙан һуң иремде алмаштырҙылармы ни! Тупаҫ, өндәшмәҫ, ҡатҡыл кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. «Башҡортостан», 13 ғинуар 2012.
4. күсм. диал. Ҡыҙғаныусан, һаран.
□ Скуповатый, прижимистый. Катҡыл бай. Ул ҡатҡылдан ҡышын ҡар ҙа һорап алып булмай.
ҠАТҠЫЛЛАНДЫРЫУ (ҡатҡылдандыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡатҡылланыу, понуд. от ҡатҡылланыу.
ҠАТҠЫЛЛАНЫУ (ҡатҡыллан-) (Р: становиться твёрдым; И.: harden; T: katılaşmak) ҡ.
1. Ҡатҡылға (1) әйләнеү, ҡаты булыу.
□ Становиться твёрдым, жёстким, загрубелым; уплотниться. Ҡатҡылланған икмәк. Ҡатҡылланған ҡорот. ■ Ҡатҡылланған туңғаҡ ерҙе ап-аҡ итеп, тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. Ғ. Ибраһимов.
2. күсм. Көслөгә әйләнеү, аяуһыҙланыу.
□ Стать жёстче, суровее. ■ Заман! һинең менән даулашырға сыҡтым, ауғым килмәй ағас, гөл һымаҡ. Мин сәмләнгән һайын,
336