ҠАТЛАМА
ҡатҡылланып, быуа бараһың һин нығыраҡ. Ә. Әсәҙуллина.
ҠАТҠЫРЫУ (ҡатҡыр-) ҡ. диал. ҡар. шарҡылдау. Хәбәрен һөйләп, ҡатҡырып көлөп ҡуя. Ҡыҙҙар ҡатҡырып көлә.
ҠАТЛАМ (Р.: слой; И.: layer; stratum; T.: kat) и.
1. Өҫтән йәйелеп, ҡаплап торған бер ҡат; ҡатлау. □ Слой, прослойка. Асфальт ҡатламы. ■ Эре-эре таштар аҡҡан саҡта ла алтын аҡмай, ҡомдарҙы утеп, кәҫ ҡатыш ҡара ер ҡатламына ултыра. Я. Хамматов.
2. геол. Файҙалы ҡаҙылмалар урыны, ятҡылыҡ. □ Пласт, напластование, наслоение; отложение. Ҡом ҡатламы. Эзбиз ҡатламы. Нефтле ҡатлам. Я Саҡма таш кеуек ҡаты, көҙгөләй йылтыр тоҙ ҡатламына бәрелгән осло сукеш, кәйлә сыңдары, бысҡы зыңы көнө буйы ҡолаҡты иҙә. 3. Ураҡсин. Инженер Мордер әйткәнсә, бындағы пласт ҡатламы бик ук «йәш», өҫтә булып сыҡманы. Я. Хамматов. Республикабыҙҙың тубәнге карбон ҡатламдарында нефть һәм ташкумер ятҡылыҡтарын асыу буйынса [Диҡҡәт Бураҡаевтың] ғилми хеҙмәттәре илебеҙҙәге геология-минералогия ғилеме әлкәһендә генә тугел, сит илдәрҙә лә танылыу таба ине. М. Бураҡаева.
3. кусм. Ижтимағи, мәҙәниәт һ. б. билдәләре буйынса бер төрлө булған халыҡ төркөмө. □ Слой, прослойка, сословие; элемент. Я Атаһы кеуек ҡулында байлыҡ булған кешеләрҙең тубән ҡатламға айырыуса ҡанһыҙ мөнәсәбәте менән куңеленән ризалашып бөтмәй ине Роман. Н. Мусин. Юғары ҡатлам ҡалдыҡтарын, милли зыялыларҙы иләктән уткәргән, иҫке идара органдарын бөтөрөп, яңыларын төҙөгән ваҡыт ине. Ә. Хәкимов.
ҠАТЛАМА I (Р.: булка пресная; И.: unleavened loaf; T.: katlama) и. кул.
1. Ҡамырҙы йәйеп, өҫтөнә май, йомортҡа һөртөп, буй-буй ҡырҡып, йомарлап бешерелгән ваҡ икмәк. □ Булка пресная. Сөсө ҡатлама. ■ Кулинарҙар барыһын да милли аш-
һыу: бауырһаҡ, бишбармаҡ, ҡатлама, эремсек, ҡорот һәм былау менән һыйланы. Интернет селтәренән. [Рус ҡатындары] башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан сөсө икмәк, ҡатлама бешерергә, талҡан яһарға, шәл бәйләргә өйрәнәләр ине. М. Бураҡаева. Туйлыҡ, һарыҡ менән бергә бер һандыҡ кустәнәс килтерелә, уның эсендә бәлеш, ҡатлама һәм башҡа аштар ҙа була. Хикәйәттән.
2. Ҡатлы-ҡатлы итеп бешерелгән күмәс. □ Слойка, слоёная лепёшка. Ҡатлама һатып алыу. Ҡатлама ҡамыры. Эслекле ҡатлама. Я Берәуҙәр — ҡыҙыу табала ҡоймаҡ, икенселәр — бәлеш, өсөнсөләр — ҡыҫтыбый, дуртенселәр — тултырған тауыҡ, бишенселәр — ҡатлама, алтынсылар — бауырһаҡ, етенселәр... тағы әллә нәмәләр, әллә нәмәләр килтерә. М. Бураҡаева.
3. Төрлө эслек һалынған төрөп бешерелгән ашамлыҡ, урама. □ Рулет. Итле ҡатлама. Емешле ҡатлама. Ҡайнатмалы ҡатлама.
4. этн. диал. Йомортҡаға баҫып, йомор-саҡлап майҙа бешерелгән ризыҡ; бауырһаҡ. □ Баурсак (сваренные в масле кусочки теста). Ҡатламаға ҡамыр баҫыу. Ҡейәу ҡатламаһы. Кукәй ҡатламаһы. Я Табаҡ та табаҡ ҡатламам, әсәкәйем бармай, башламам. Сеңләүҙән.
5. диал. Аслыҡ йылдарында серек картуфты иҙеп бешергән күмәс. □ Лепёшка, приготовленная из гнилого картофеля. Ҡатлама бешереу. Ҡатламаға картуф әҙерләу.
ҠАТЛАМА II и. анат. диал. ҡар. аңҡау
I. Ҡатламаһы шешкән. Ҡаты ҡатлама. Йомшаҡ ҡатлама. Алғы ҡатлама. Артҡы ҡатлама.
ҠАТЛАМА III и. диал. ҡар. балитәк. Ҡатламалы кулдәк. Ҡатлама тегеу. Төрлө төҫтәге ҡатлама.
ҠАТЛАМА IV и. диал. ҡар. ҡатлансыҡ IV. Ҡатлама кейҙереу. Ун дурт ҡатламалы сепаратор.
ҠАТЛАМА V (Р: жерди-перекладины; И.: beanpole beams; T.: sırık) и. диал.
337