ҠАТЛАУ
ваемый на седло. Ҡатлансыҡ тушәу. Ҡатлансыҡ тегеу.
ҠАТЛАНСЫҠ V (ҡатлансығы) (Р.: барабанные тарелочки сепаратора; И.: cone shaped separator details; T.: ayırıcının detayı) и. диал.
Сепарат барабанының конус формаһындағы тимер беләҙеге (ҡатлап-ҡатлап кейҙерелә торған). □ Барабанные тарелочки сепаратора. Ҡатлансыҡ кейҙереу. Ҡатлансыҡтарҙы нығытып, барабанға ултыртыу.
ҠАТЛАНЫУ I (ҡатлан-) (Р.: напластовываться; И.: stratify; T.: katmanlaşma) ҡ.
Ҡатлы-ҡатлыға әйләнеү, ҡатлы-ҡатлы булыу. □ Напластовываться, наслаиваться, складываться слоями, пластами. ■ Эре-эре ҡайын, ҡарағай, ҡарағас бурәнәләр йылғаға һыйышмай артылып, ҡатланып аҡтылар ҙа аҡтылар. 3. Биишева. Йылғаларҙа һыуҙың артыуы бер хәуеф тыуҙырһа, боҙҙоң ҡатланып куперҙәргә тығылыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. «Көнгәк», 3 сентябрь
2012. Бер-береһенә ҡатланып өйөлгән Уралтау ҡаялары палеозой эраһында уҡ диңгеҙ төбөнән ҡалҡҡан. С. Сурина.
ҠАТЛАНЫУ II (ҡатлан-) ҡ.
1. диал. ҡар. ҡатнашыу I, 1,2. Оло эшкә ҡатланыу. Йыйылышта ҡатланыу. Өмәгә ҡатланыу. Уйынға ҡатланыу.
2. кусм. Тырышлыҡ күрһәтеү. □ Стараться. М Мин әйттем: «Дәхи һәр тарафтан хәбәр вә хәл аңларға ҡатлан»,— тинем. «Батыршаның хаты».
ҠАТЛАП р. диал. ҡар. тағы. Ҡатлап һорау. Ҡатлап китте. Ҡатлап килдек ҡунаҡҡа.
ҠАТЛАРЫУ (ҡатлар-) ҡ. диал. ҡар. ҡатланыу I. Ҡатларған боҙ. Ер ҡатларған.
ҠАТЛАУ I (ҡатла-) (Р: наслаивать; И.: make (several) layers; T.: katlamak) ҡ.
1. Өҫтө-өҫтөнә ҡуйыу, урынлаштырыу; бер нисә ҡат итеү. □ Наслаивать, напластовывать, складывать слоями, пластами. // Наслаивание. Ҡатлап өйөу. Таҡталарҙы ҡатлап ҡағыу. Ҡатлап һалыу. М Алдарбай
тирмә эсенә куҙ йугертә. Кирге аралары сағыу биҙәкле келәмдәр менән кәпләнгән, иҙәнгә лә ҡатлап-ҡатлап келәм йәйелгән. Н. Мусин. Төпкө яҡтың курке булған, әҫәрҙән ҡатлап ике буйға йәнәш ҡабартып ҡуйылған сигеуле яҫтыҡтар ҙа, ҡаралты-юрғандар урынлашҡан семәрле тимер көйка ла юҡҡа сыҡҡан. «Ағиҙел», № 4, 2010.
2. Бер ҡатлы нәмәгә икенсе ҡат өҫтәү. □ Сдваивать, уплотнять. Тәҙрә ҡатлау. Ҡатлап кейеу. Ҡатлап тегеу. Я Зифа аҡ сепрәк сығарҙы ла уны ҡатлап-ҡатлап бөкләп, Кәбирҙең маңлайын урағас, арттан ҡаушырып тегеп ҡуйҙы. Н. Мусин. Оло инәйем өлөшһөҙ ҡалған бәләкәс ҡыҙ өсөн һандыҡты яңынан асты, .. ҡыҙыл ситле зәңгәр яулыҡ сығарҙы, уны, йәйеп, бер ҡағып алды ла, уртаға ҡатлап, уҙ ҡулы менән баланың башына бәйләне. М. Кәрим. Ҡайһы берәуҙәр яҡшы гимнастёрка һәм салбарҙарҙы эстән ҡатлап кейеп алдылар. Д. Юлтый.
3. Йөн, еп һымаҡ нәмәләргә икенсе ҡат өҫтәп ике ҡатлы итеү. □ Складывать вдвое или в несколько раз. Йөнгә еп ҡатлап бәйләу. Капрон еп ҡатлап бәйләнгән ойоҡбаш. Йөндө ҡатлап сиратыу.
4. һөйл. Сәсеү өсөн тәғәйенләнгән ерҙе икенсе ҡатҡа һөрөү. □ Вспахать землю во второй раз. Баҫыу ҡатлау. Ҡатлауға сығыу. Ҡатлауҙы башлау. Парҙың икенсе ҡатын ҡатлау.
ҠАТЛАУ II и. ҡар. ҡатлам 1. Боҙ ҡатлауы. Ерҙең өҫкө ҡатлауы. Я [Егет сабатаның] ҡатлауын шундай тырышып ҡатланы, һыу утмәле лә тугел. Н. Мусин. Соҡорҙоң төбөндә аҡһыл-һарғылт боҙ ҡатлауҙары һуҙылған. Ғ. Хәйри. Ғилман ҡатыҡ янтауын ҡулына тотто, ҡыуыш эсендә ҡабыҡ ҡатлауындағы ҡыҫтырыулы икмәк тоҡсайын алды. Ж. Кейекбаев.
ҠАТЛАУ III и. диал. ҡар. ҡатмар. Ҡатлау тегеу. Кулдәк ҡатлауы. ■ Шәрғиә шунда уҡ эре ҡыҙыл барсалы, турпышалай киң кулдәгенең ҡырҡ ҡатлауы араһынан
339