Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 340


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТЛАУ
ниҙер һәрмәп алды ла өҫтәлгә һибеп ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ҠАТЛАУ IV (Р.: пар (паровое поле); И.: fallow (land); T.: nadasa bırakılan arazi) и. диал.
Парға һөрөлгән ер. □ Пар (паровое поле). Ҡатлауға һөрөу. Ҡатлау ере. Сәсеуле ҡатлау. Ҡара ҡатлау.
ҠАТЛАУЛАНЫУ (ҡатлаулан-) (Р.: слоиться; И.: be stratified, stratify; T.: katmerleşmek) ҡ.
Ҡатлаулы булыу, ҡатлауҙарға бүленеү. □ Слоиться, наслаиваться, напластовываться. Тырнаҡтар ҡатлауланып айырыла. Ҡатлауланып торған болоттар. ■ Урман тын. Эскә ингән һайын ул тынлыҡ ҡуйыра, тағы ла ҡатлаулана, телһеҙ тынлыҡтың матурлығы һине тағы ла нығыраҡ солғап ала. С. Ҡудаш.
ҠАТЛАУЛЫ (Р: слоистый; И.: laminated; T.: katmerli) с.
1. Бер нисә ҡатламы булған, ҡатлы-ҡатлы. □ Слоистый, слоёный. Ҡатлаулы ҡамыр. Ҡатлаулы башаҡ. Ҡатлаулы минералдар. ■ Ер ҡабығының ҡатлаулы төҙөлөшө. Алыҫтарға куҙ атһаң, ҡатлаулы-ҡатлаулы бейек Урал тауҙары куренә. Ғ. Минһажев.
2. кусм. Үҙ-ара булған мөнәсәбәт, бәйләнештәр төрлөсә, күп яҡлы булған; ҡатмарлы. □ Сложный. Ҡатлаулы ижад юлы. М [Николай Григорьевич — Таняға:] Ҡешенең тормошо оҙон, яҙмышы ҡатлаулы, бындай ғына бәрелештәрҙе куп кисерерһең әле. Р. Камал. Рауил Бикбаев ижадында ҡатлаулы мөнәсәбәттәр, куңел тетрәнеуҙәре, юғалтыу-табыштар хәҡиҡәтте эҙләу һәм табыу юлына алып сыға. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ҠАТЛАУҺЫҘ (Р: простой; И.: simple; Т.: basit) с. кусм.
Башҡаларҙан айырылып тормаған, ғәҙәттәге, ябай. □ Простой. ■ Галяның яғымлы ҡатлауһыҙ һуҙҙәре Гарифты яҡынайттылар. А. Таһиров. Индрил яңғыҙ, тыныс
ултырған мәлдәрҙә бик уҫал кеше кеуек курено, ул иптәштәр араһына инһә, шул тиклем асыҡ, ҡатлауһыҙ куңелле, уның эсендәгеһе тышында. Д. Юлтый.
ҠАТЛАУЫС и. диал. ҡар. кәпрән. Ҡатлауыс тегеу. Ҡатлауысҡа йөн-мамыҡ тултырыу. Ҡатлауыс алмаштырыу.
ҠАТЛЫ (Р.: слоистый; И.: consisting of several layers; T: katmerli) с.
1. Бер нисә ҡаттан (I, 1) торған.□ Слоистый, слоёный. И Дошман оборонаһындасы доттар дурт ҡатлы сәнскеле тимер сыбыҡтар менән уратылып, уларға көслө электр тогы тоташтырылған. Я. Хамматов. Ике ҡатлы, ҡара дермантин менән кәпләнгән, уның артында куп ҡөҙрәтле нәмәләр хәл ителгән бейек, ҡалын ишектәрҙең алғыһы асыҡ, тик төпкөһө генә эстән терәп ҡуйылған. Д. Бүләков.
2. Күпмелер ҡаттан (1,4) торған. □ Этажный, ступенчатый. М Баярҙың ике ҡатлы ағас йорто ҡайындар араһына сумған.
3. Ураҡсин. Арбат майҙанына йәнәш Горе-ин тыҡрығында Мәҙинә йәшәгән ике ҡатлы ҙур ғына йорт элек урта ҡул сауҙагәрҙеке булған. Ә. Хәкимов.
ҠАТЛЫҠ (ҡатлығы) (Р: простая нитка для сучения пуховой пряжи; И.: simple thread for spinning; T: ip) и.
Дебеткә ҡушып сиратыла торған еп. □ Простая нитка для сучения пуховой пряжи. Ҡатлыҡ ҡушып сиратыу. Ҡатлыҡ ҡушып бәйләу. Ҡатлыҡҡа еп һатып алыу.
ҠАТЛЫҠАЙ и. кул. диал. ҡар. ҡатлама I. Ҡатлыҡай бешереу. Ҡатлыҡай ҡамыры. Сөсө ҡатлыҡай.
ҠАТЛЫ ҠАРЫН и. анат. диал. ҡар. ҡатлансыҡ II. Ҡатлы ҡарын бешереу. Ҡатлы ҡарындан бәлеш.
ҠАТЛЫ-ҠАТЛЫ (Р.: многослойный; И.: multilayer; T.: katmer katmer) с.
1. Бер нисә ҡаттан (I, 1, 2) торған, күп ҡатлы булған. □ Многослойный. ■ [Марфа әбейҙең] ҡалын кейеме, ҡатлы-ҡатлы кулдәктәре ҡышын һалҡындан, йәйен эҫе
340