Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 341


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТМАРЛАНДЫРЫУ
нән, ҡояштың аяуһыҙ нурҙарынан һаҡлай. Р. Камал. Өйрәктәр төшкән урында һыу өҫтөндә ҡатлы-ҡатлы туңәрәктәр тирә-яҡҡа тарала — быуа тағы тынып ҡала, ә өйрәктәр бер нисә нөктә генә булып куренәләр. А. Карнай. Болоттар ҡатлы-ҡатлы булып бөтә кук йөҙөн баҫып килеп етәләр. М. Ғафури.
2. Күп ҡаттан (1,3) торған. □ Многоэтажный. ■ Турбаш яҡ стенаға һауыт-һаба ҡуйыу өсөн ҡатлы-ҡатлы кәштәләр беркетеп ҡуйылған. Н. Мусин.
ҠАТМА I (Р.: хилый; И.: sickly; T: soluk) с.
Тейешенсә үҫә, үҫешә алмаған, ҡатып ҡалған. □ Хилый, щуплый. Ҡатма булып ҡалыу. Ҡатма тана. Н Ағас япраҡтарына, ҡатма уләндәргә .. ҡунған һоро туҙанды ямғыр йыуып төшөрҙө. Ш. Янбаев.
ҠАТМА II и. мед. диал.
1. ҡар. астма. Йөрәк ҡатмаһы. Бронхиаль ҡатма. Ҡатма тотоу.
2. ҡар. сәсәтмә. Ҡатма менән ауырыу. Ҡатма йоҡтороу.
ҠАТМА III и. диал. ҡар. көҙләүес. Ҡатма бәрәс. ■ Быйыл ике ҡатмабыҙ булды. Экспедиция материалдарынан.
ҠАТМА ИМЕ (Р: заговаривание астмы; И.: spell against asthma desease; T: astma hastalığını büyü ile tedavi etme) и.
Ҡатма (астма) ауырыуын доғалар ярҙамында имләү. □ Заговаривание астмы. Ҡатма именең файҙаһы тейҙе, ауырыу тынысланып йоҡлап китте.
ҠАТМАҠ (ҡатмағы) (Р.: обледенелая верхняя часть стога; И.: ice-covered part, portion of a haystack; T.: tınazın buz tutmuş kısmı) и.
Кәбәндең, көшөлдөң боҙланып ҡатҡан өҫкө өлөшө. □ Обледенелая верхняя часть стога, вороха. Ҡатмаҡ бесән. Ҡатмаҡ арыш өйөмө.
ҠАТМАЛАНЫУ (ҡатмалай-) ҡ. төш. ҡар. ҡатмалау, страд, от ҡатмалау. Ишек яңағы ҡатмаланған.
ҠАТМАЛАУ (ҡатмала-) (Р.: наслаивать; И.: make (several) layers; T.: katmanlar oluşturmak) ҡ. һөйл.
Өҫтө-өҫтөнә ҡатлап ҡағыу, өҫтө-өҫтөнә ҡатыу. □ Наслаивать, прибивать слоями. Ҡатмалап бөтөлгән таҡта.
ҠАТМАР I (Р: оборка; И.: frill; T: farbala) и.
Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең итәгенә ҡатлы-ҡатлы итеп тегелә торған таҫма; балитәк. □ Оборка. Ҡатмар һалыу. ■ Борон кубәләк ырыуы ҡатындары ҡатмары биленә тиклем еткән кулдәк менән тәңкәле кәзәкей кейгән. «Йәшлек», 14 февраль 2012.
ҠАТМАР II (Р: горный хребет; И.: range; T.: sıradağ) и. диал.
Тау һырты. □ Горный хребет. Урал ҡатмары. Ҡатмар артылыу. Әллә ҡайҙан кугәреп ҡатмарҙар куренеп ята.
ҠАТМАР III (Р: валок; И.: windrows; Т.: tarlada sıra sıra yere yatırılmış ekin) и. диал.
Сабып, буйҙан-буй һалынған бесән йәки яҫма. □ Валок, гряда скошенной травы. Һарғайышып кипкән ҡатмарҙар. Ҡатмарҙарҙы йыйыу. Ҡатмар өйөу. Киң ҡатмарҙар. Оҙон ҡатмарҙар.
ҠАТМАР-ҠАТМАР с. диал. ҡар. ҡатлы-ҡатлы. Ҡатмар-катмар болоттар. Ҡатмар-ҡатмар итәк. Ҡатмар-ҡатмар булып тороу.
ҠАТМАРЛАНДЫРЫУ (ҡатмарландыр-) (Р: осложнить; И.: complicate; T.: kar-maştırmak) к.
Ҡатмарлыға әйләндереү, ҡатмарлы итеү. □ Осложнить, усложнить. // Осложнение, усложнение. Эште ҡатмарландырыу. Хәлде ҡатмарландырыу. Уҡытыу программаһын ҡатмарландырыу. ■ Азамат, йәберһене-уенән, һин уҙең әллә ҡайҙан килгән кеше бит әле, тип әйтергә иткәйне лә [Бәхтиәровҡа], тыйылып ҡалды, эште ҡатмарландырып ҡына ебәреуе бар. Р. Солтангәрәев. [Хан — Аҡъялға:] Таптың кешеһен! Хәҙрәтте беләһең бит инде. Мәсьәләне уғата ҡатмарландырып, мотлаҡ иман-ихсанға, шәриғәт ҡа
341