Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 342


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТМАРЛАНЫУ
нундарына бәйләйәсәк. Хәйер, сырхаулап ята икән әле ул. Ә. Хәкимов.
ҠАТМАРЛАНЫУ (ҡатмарлан-) (Р.: осложниться; И.: become complicated; T.: zorlaşmak) ҡ.
Ҡатмарлыға әйләнеү, ҡатмарлы булыу. □ Осложниться, усложняться. // Осложнение, усложнение. Я Бураншин, ысынлап та, тәүҙә эш күплегенә зарланып алды, унан халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡатмарланып китеүе, илдә иһә бығаса боҫоп ятҡан дошмандарҙың баш ҡалҡытыуы, ә халыҡта уяулыҡтың кәмеүе тураһында һөйләргә кереште. Ә. Хәкимов. Шулай ҙа малайҙың уҡырға инеп китеүе хәйерле булыр ине, — тип уйлай Һол-танбай, итен бүкән өҫтөнә һалып. — Донъялар йылдан йылға ҡатмарлана, малайға һәнәрһеҙ йәшәүе ҡыйынға тура килеүе бар. Н. Мусин, һәр кешене, һәр үләнде, һәр йән эйәһен аңларға, төшөнөргә тырыша Хашим, тырышҡан һайын, төпкәрәк төшкән һайын уйҙары ҡатмарлана, һағыштары тәрәнәйә. Т. Ғарипова.
ҠАТМАРЛАУ I (ҡатмарла-) ҡ. ҡар. ҡатмарландырыу. Я Йәшлек, тормош — бөтәһе лә ябай. Ә һин уны үҙең ҡатмарлайһың. Ҡ. Даян.
ҠАТМАРЛАУ II (ҡатмарла-) (Р.: шить с оборками; И.: sew making frills; T.: farbala dikmek) ҡ.
Ҡатмар (I) һалып тегеү. □ Шить с оборками. Ҡатмарлап тегеү. Күлдәк итәген ҡатмарлау.
ҠАТМАРЛАШТЫРЫУ (ҡатмарлаштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡатмарлашыу, понуд. от ҡатмарлашыу. Я Бөттө! — Артабан тағы ниҙер әйтеп икәү араһындағы мөнәсәбәтте ҡатмарлаштырыуҙан ҡурҡҡан Мәли-кә, туҙан һөртә торған сепрәген эләктереп, түрьяҡҡа атланы. Т. Ғарипова. [Старшина Иҫәкәев:] Ғәскәр башлығы булып торған хан вәзиренең урыҫтар менән килешеү төҙөүгә ныҡ ҡаршы булыуы ла эште ҡатмарлаштырырға мөмкин. Н. Мусин.
ҠАТМАРЛАШЫУ (ҡатмарлаш-) (Р: осложняться; И.: become complicated; T.: karmaşık bir hal almak) ҡ.
Ҡыйынға, ҡатмарлыға әйләнеү; ауырлашыу. □ Осложняться. // Осложнение. Я Ниңә һуң әле был тормош тигәнең йәшәгән һайын ҡатмарлаша бара?.. Н. Мусин. Үҫкән һайын Искәндәрҙең һорауҙары ла ҡатмарлаша, үҙ көндәренән алыҫыраҡ хәлдәрҙе аймап ала. Ә. Хәкимов. Хәҙер заманалар башҡасараҡ. Донъя ҡатмарлашҡан һайын, власҡа үрмәләүселәр күбәйҙе. Д. Бүләков.
ҠАТМАРЛЫ I (Р.: с оборками; И.: with frills; T.: farbalalı) с.
Ҡатмар (I) һалып тегелгән. □ С оборками. Ҡатмарлы итәк. Ҡатмарлы юбка. Я Бибеш бөгөн һандыҡ төбөнән күп ҡатмарлы, өр яңы күк сатин күлдәк алып Емешкә бирҙе. 3. Биишева.
ҠАТМАРЛЫ II (Р: сложный; И.: compound; T: bileşik, karmaşık) с.
1. Бер нисә айырым өлөштәрҙән, бүлектәрҙән торған; күп берәмекле; киреһе — ябай. □ Сложный. Ҡатмарлы математик тигеҙләмәләр. Я Ҡасҡын тауына менеп ҡараһағыҙ, аҫта ҡатмарлы һыҙым күрерһегеҙ. Бер-береһе менән киҫешеп, арҡыс-торҡос һуҙылған туп-тура һуҡмаҡтар ғаләм киңлегендәге йондоҙҙарҙың аҡыл етмәҫ хәтәр юлын хәтерләтә. Ә. Хәкимов. Был тирәнең ҡатмарлы геологик төҙөлөштәге метамор-фик тоҡомдарҙан тороуы бер күҙ ташлауҙа уҡ күренә. Н. Мусин.
2. Күп яҡлы, күп өлөштәрҙән торған. □ Сложный. Ҡатмарлы механизм. Ҡатмарлы ҡорал. Я Ҡулы алтын Торна Ҡарамдың. Нимәгә тотонһа, шуны булдыра, ҡатмарлы механизмдарҙы, моторҙарҙы һүтеп, төҙәтеп, яңынан ҡороп ҡуйыу — үҙе әйтмешләй, көсөк дағалауҙан да еңел уның өсөн. Ә. Хәкимов. Гәрәй ҡулын юғарыраҡ күтәрҙе һәм үҙен башҡалар менән бергә, ошо ҡат-марлы-ҡатмарлы машиналарҙың, башлан
342