Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 343


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТМАУ
ған ҙур эштең хужаһы, был эш өсөн яуаплы кеше итеп һиҙҙе. А. Карнай.
3. Ҡоролошо, төҙөлөшө бормалы-һыр-малы; бай. □ Сложный, богатый. Ҡатмарлы биҙәк һалыу. ■ Урал көйөнөң .. ҡатмарлы моңо Айбулаттың ауыр уйҙарын, ялҡынлы хәсрәттәрен таратҡандай булды. һ. Дәүләтшина. Бындағы тынлыҡ, радио станцияһы аша ҙур һәм көслө оркестр тарафынан башҡарылған ҡатмарлы көйҙө яғымлы, моңло һәм рәхәт иттереп ишеттергән репродуктор кеуек, миллион ағастарҙың ел менән геуләу тауышының йоғонтоһонан һәм йәшерен ишетелеуенән тора. С. Ҡудаш.
4. кусм. Эске тәбиғәте менән күп яҡлы; төрлө һыҙаттарҙы үҙ эсенә алған, ҡаршылыҡлы. □ Сложный. Ҡатмарлы кеше. Ҡатмарлы фекер. К Емеш, уҙенең утә алыҫ киткән ҡатмарлы уйҙарынан айнырға тырышып, куҙҙәрен һыпырғылап, толомдарынан тартҡылап алды. 3. Биишева. Әҙәм тигәнең шул тиклем ҡатмарлы, уны, тимерлектә тимер сукегән шикелле, нисек теләйһең — шундай рәуешкә килтереп еткереу, ай-һай, ҡыйын\ Н. Мусин.
5. Башҡарылышы, хәл ителеше ауыр булған; аңлауға ҡыйын. □ Сложный. Ҡатмарлы эш. Ҡатмарлы операция. Ҡатмарлы процесс. Ҡатмарлы технологиялар. ■ Эштең бик ҡатмарлы икәнен белгертеп, Ҡотлоғужа байтаҡ ваҡыт башын баҫып уйланып ултырҙы. Н. Мусин. Ат уйынының ҡатмарлы кунекмәләре, оҙайлы походтар тиһеңме, устав өйрәнеу, наряд атҡарыу тиһеңме, — ул [Ирназар] береһендә лә һынатмай. Ә. Хәкимов. Ҡатмарлы, һәр көнө мажаралар менән тулы сәйәхәт Ҡытай, Ҡаҙағстан илдәре аша утеп, Башҡортостанға юллана. «Ағиҙел», № 4, 2010. XV—XVI быуаттар, Башҡортостан тарихында ифрат ҡатмарлы был осор, берҙән, баҫҡынсы хандарҙың, икенсенән, урындағы феодалдарҙың һәм ырыу башлыҡтарының (бейҙәрҙең) өҙлөкһөҙ ыҙғыштары, ҡанлы
һуғыштары менән характерлана. Н. Зарипов.
ҠАТМАРЛЫЛЫҠ (ҡатмарлылығы) (Р.: сложность; И.: complexity; T.: karmaşıklık) и.
Ҡатмарлы булған күренеш, хәл, торош. □ Сложность. Биҙәктең ҡатмарлылығы. Эш-хәлдең ҡатмарлылығы. Сюжет ҡатмарлылығы. ■ Әгәр әсәһе ошо мәлдә ҡыҙына иғти-барлабыраҡ ҡараһа, уның сөм-ҡара куҙҙәре моңһоулана төшөуен, тормош ҡатмарлылығы уларға тәуге хәсрәт көлөн һибә башлауын абайлар ине. Н. Мусин. Билдәле булыуынса, башҡорт халыҡ йыры — интонация һәм ритм ҡатмарлылығы, башҡарыусыға юғары талаптар куҙлегенән донъя музыка мәҙәниәтендә феноменаль куренеш. Интернет селтәренән.
ҠАТМАРЛЫ СИНТАКСИК КОНСТРУКЦИЯ (Р.: сложная синтаксическая конструкция; И.: compound syntactic constructions; T.: karmaşık cümle) и. лингв.
Бер баш һөйләмдән һәм үҙ-ара теҙмә йәки эйәртеүле юлдар менән бәйләнеүсе ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән төҙөлгән күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм. □ Сложная синтаксическая конструкция. ■ Әнисә Таһиро-ваның һуҙ оҫтаһы булыуы һәм аналитик фекерләу ҡеуәһе ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙа бигерәк тә асыҡ куренә. Ғ. Сәйетбатталов.
ҠАТМАРЛЫ СӘСКӘЛЕЛӘР (Р: сложноцветные; И.: Compositae\ T.: papatyagiller) и. бот.
Ер шарының бөтә өлөштәрендә лә таралған, ике өлөшлө, ваҡ таждарҙан торған, кәрзин формаһындағы сәскәлеге булған үҫемлектәрҙең дөйөм атамаһы. □ Сложноцветные (лат. Asteraceae Compositae). М Баҫыу билсәне — ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ингән сәнскәк япраҡлы ҡый уләне. Интернет селтәренән.
ҠАТМАУ (Р.: чердак; И.: garret; T.: çatı) и. диал.
Түбә менән ҡыйыҡ араһына эшләнгән өҫкө ҡат; бүртлек, сарлаҡ. □ Чердак.
343