ҠАТМАШ
Ҡатмауға менеу. Ҡатмау төҙөу. Ҡатмау тәҙрәһе. Ҡатмауға кутәрелеу.
ҠАТМАШ (Р.: грязнуля; И.: guttersnipe; T.: kirloz) и. диал.
Бысраҡ кеше, әрпеш. □ Грязнуля. Ҡатмаш ҡына бала. Ҡатмаштарҙы яратмайҙар. Ҡатмаш ҡатын. Ҡатмаш булыу.
ҠАТМАШЫУ (ҡатмаш-) ҡ. диал. ҡаҡашыу. Ҡатмашып бөткән.
ҠАТМЫШ (Р.: разиня; И.: scatterbrain; Т.: gafil) и. диал.
1. Үтә йомшаҡ тәбиғәтле, ебегән кеше.
□ Разиня, ротозей (рассеянный, невнимательный человек). Ҡатмыш булыу. Үтә ҡатмыш, кешегә ҡаршы яуап ҡайтара ла алмай.
2. Әрпеш, бысраҡ кеше. □ Грязнуля. М Киленебеҙ утә ҡатмыш. Экспедиция материалдарынан .
ҠАТНАР и. диал. ҡар. ҡатмау. Өй ҡат-нары. Ҡатнар төҙөу.
ҠАТНАР ТҮБӘ и. диал. ҡар. ҡатмау. Ҡатнар тубәгә менеу.
ҠАТНАУ (ҡатна-) (Р: обновить лапти; И.: make bastshoes as good as new; T: laptileri (ıhlamur gibi ağaçların soymuğundan örülerek yapılan bir tür köylü pabucu) yenilemek) ҡ. диал.
Сабатаның туҙған йүкәләре урынына яңыларын алмаштырып ҡуйыу. □ Обновить лапти. Сабата ҡатнау. Ҡатнау менән булышыу. Ҡатнап ултырыу.
ҠАТНАШ I (Р: смешанный; И.: mixed; Т.: karma) с.
1. Төрлөһө бергә ҡушылған; ҡатыш.
□ Смешанный. Ҡом ҡатнаш балсыҡ. Бесән менән ҡатнаш һалам. Балсыҡ ҡатнаш тупраҡ. Ҡатнаш ғаилә. Ҡатнаш никах. ■ Биттән, бөтә тәндән шыбырлап тир аға. Бесән саңы менән ҡатнаш тир төшөп, куҙҙе әсеттерә. Н. Мусин. Партком бюроһының актив менән ҡатнаш йыйылышы ғәҙәттәгесә шау-шыулы булды һәм оҙаҡҡа һуҙылды. А. Карнай.
2. Нимә менәндер бер ваҡытта бергә булған, бергә ҡушылған; ҡатыш. □ Комбинированный. Ҡатнаш дәрес. ■ Ҡатнаш аҙыҡты әлегәсә котельныйҙа быҡтырҙылар. Т. Ғарипова. Ҡола ҡонан айырым тораҡта торҙо. Уға ла бесән, ҡатнаш аҙыҡ, ер аҫтына кумелгән әсе йәшел йомшаҡ улән дә бирәләр. С. Ильясов.
ҠАТНАШ II (Р: участие; И.: participation; T.: katılma) и.
Ниндәйҙер эш-хәлгә булған бәйләнеш; мөнәсәбәт, ҡағылыш. □ Участие, соучастие; отношение, причастность. ■ Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яра-лыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы куҙгә бәрелеп тора. М. Кәрим. [Бал ҡорто] бик куп натураль продукция төрҙәрен етештереугә ҡатнашы булған донъяла берҙән-бер бөжәк. Интернет селтәренән. Ҡыҙҙы улемдән алып ҡалыуҙа өс егеттең дә ҡатнашы бар. Әкиәттән.
ҠАТНАШ БАЛ (Р: полифлёрный мёд; И.: wildflower honey; T.: yayla balı) и.
Төрлө сәскәләрҙән йыйылған бал төрө. □ Полифлёрный мёд. Ҡатнаш бал һатыу. Ҡатнаш бал тығыҙлығы. Йыйылыу урынына ҡарап ҡатнаш балды баҫыу һәм ялан төрҙәренә буләләр.
ҠАТНАШ ҠУШМА ҺӨЙЛӘМ (Р: сложное предложение; И.: compound mixed sentences; T.: karmaşık birleşik cümle) и. лингв.
Бер йәки бер нисә эйәрсән һөйләм менән ике йәки бер нисә баш һөйләмдән төҙөлгән ҡатмарлы синтаксик конструкция. □ Сложное предложение. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙе синтаксик тикшереу өлгөһө. ■ Ҡатнаш ҡушма һөйләм составында ике баш һөйләм һәм уларҙың һәр береһенә эйәргән аналитик урын һәм аналитик тултырыусы һөйләм килә. Ғ. Сәйетбатталов.
ҠАТНАШЛЫҠ (ҡатнашлығы) и. ҡар. ҡатнаш II. ■ Управляющий Ҡолсобайҙан был ғаиләгә ҡатнашлығы булмауын һәм малайҙы ауырыуҙан өшкөрөргә килеуен
344