Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 345


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАТНАШЫУ
белгәс, уға һәм урядникка сығып торорға ҡушты. Я. Хамматов.
ҠАТНАШЛЫҠ ИТЕҮ (ҡатнашлыҡ ит-) (Р.: принимать участие; И.: participate; join; T: katılmak) ҡ.
Ҡушылып бергә эш итеү; ҡатнашыу
□ Принимать участие, участвовать. Ҡатнашлыҡ итеүҙән ҡасыу. ■ Башҡорт һәм рус телдәрендә фәнни баҫмалар ойошторолоп, торло темаға мәҡәләләр, материалдар нәшер ителгән. Был эштәрҙә М. Ғафури, Д. Юлтый, С. Мирас, Р. Фәхретдинов, 3. Шакиров, Ш. Сүнчәләй кеүек әҙиптәр һәм ғалимдар ҙа ҡатнашлыҡ иткән. М. Нәҙерғолов.
ҠАТНАШЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ (ҡатнашлыҡ күрһәт-) ҡ. ҡар. ҡатнашлыҡ итеү. Оло эшкә ҡатнашлыҡ күрһәтеү. ■ Шан-Инь дәүләтенең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашлыҡ күрһәткән ике ҡатын-ҡыҙ билдәле. Й. Солтанов.
ҠАТНАШМАм. ҡар. ҡатышма. Ҡом-гра-вий ҡатнашмаһы. Һөт ҡатнашмаһы. Һыу менән май ҡатнашмаһы. ■ Боронғо заманда руданың аҡ ҡурғаш менән ҡатнашмаһы — бронза ҡорал эшләү өсөн ҡулланылған. Интернет селтәренән.
ҠАТНАШ СӘСЕҮ (Р.: смешанный посев; И.: mixed sowing; T.: karışık ekim) и. а. х.
Бер үк ваҡытта бер үк ергә ике йәки унан да күп ауыл хужалығы культуралары сәсеү. □ Смешанный посев. Ҡатнаш сәсеү эштәре. Ҡатнаш сәсеү баҫыуы. Ҡатнаш сәсеүҙе башлау.
ҠАТНАШТЫРЫУ (ҡатнаштыр-) (Р.: смешивать; И.: mix; T.: karıştırmak) ҡ.
1. Бер нәмәне икенсе нәмәгә ҡушыу, ҡушып аралаштырыу, бутау, ҡатыштырыу.
□ Смешивать, перемешивать. // Смешивание, перемешивание. Ҡатнаштырып бешереү. Һуған менән укроп ҡатнаштырып сәсеү. ■ Радио һәм телевидение тапшырыуҙарында интервью биргән кешеләрҙең, хатта иң һәйбәт тел белгестәре лә, әҙәбиәт әһелдәре лә русса һүҙ ҡатнаштырмай һөйләй алмай. М. Бураҡаева.
2. Ҡемделер башҡалар менән бергә бер эшкә, сараға йәлеп итеү. □ Привлекать к участию, к общению кого-л. // Привлечение. Эшкә ҡатнаштырыу. Концертҡа ҡатнаштырыу. Йәмәғәт эшенә ҡатнаштырыу. ■ Балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен байрамда әүҙем ҡатнаштырыу өсөн ойоштороусылар сараны «Күңелле старттар» форматында үткәрергә тип килешкәйне. «Йәшлек», 6 ғинуар 2009.
3. Кеше менән аралашырға мөмкинлек биреү, юл ҡуйыу; аралаштырыу, ҡатыштырыу. □ Позволять, давать общаться. Күршеләр менән ҡатнаштырыу. Йәштәштәре менән ҡатнаштырыу. ■ Бибисара абыстай, ниңә улыңды кафыр малайы менән ҡатнаштыраһың, тип ғәйепләй башлар тип шикләнеп өндәшмәне [Өммөгөлсөм]. 3. Биишева.
4. күсм. Ярамаған эшкә йәлеп итеү.
□ Вовлекать, впутывать. // Вовлечение. Уғрылыҡҡа ҡатнаштырыу. Енәйәткә ҡатнаштырыу.
ҠАТНАШ УРМАН (Р: смешанный лес; И.: mixed forest; T.: karışık orman) и.
Япраҡлы һәм ылыҫлы ағастар аралаш үҫкән урман. □ Смешанный лес. И Мәләүез ҡалаһынан һуң Ағиҙел йүнәлешен ҡапыл төньяҡҡа үҙгәртә. Уның һул яҡ яры урманлы дала һәм даланан хасил булһа, уң яғы иһә ҡатнаш урмандар менән ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтарҙан тора. «Ағиҙел», № 5, 2010.
ҠАТНАШЫП КИТЕҮ (ҡатнашып кит-) (Р: присоединиться; И.: join (in); T: katılmak) ҡ.
Ниндәйҙер бер эшкә ҡушылыу, ҡыҫылыу.
□ Присоединиться, примыкать, вступать, включиться; ввязаться. Полк һуғышҡа ҡатнашып китте. Эшкә ҡатнашып китеү. ■ [Төркөмгә] осраҡлы ғына барып юлығып, мин дә ҡатнашып киттем, тора-бара төп тәржемәсегә өйләндем. Г. Ситдиҡова.
ҠАТНАШЫУ I (ҡатнаш-) (Р.: смешиваться; И.: mix; T.: karışmak) ҡ.
345