ҠАТНАШЫУ
1. Икенсе бер нәмә менән ҡушылыу, ҡушылып аралашыу; ҡатышыу □ Смешиваться, перемешиваться. // Смешивание. ■ Тәуҙә быҫҡып ҡына, нәҙек кенә төтөн юлаҡтары куренде, тора-бара ул шәбәйҙе һәм оҙаҡламай урмандағы көҙгө ямғырҙар бәҫәрткән уләндәрҙең, серек киҫкәләрҙең еҫенә әскелтем төтөн еҫе ҡатнашты. Н. Мусин.
2. Башҡалар менән бергә ниндәйҙер эш, хәл, ваҡиғала эшлеклелек итеү. □ Участвовать, принимать участие. // Участие. Ҡатнашып алыу. Ҡатнашып йөрөу. Ҡатнашып тороу. ■ [Әнуәр] институттың йыйылма командаһында төрлө ҡалаларҙа ярыштарҙа ҡатнашты. Р. Камал. Ашхана ҡыҙҙарының да өмәлә ҡатнашҡылары килә. Р. Солтангәрәев.
3. Кеше менән яҡын бәйләнеш тотоу; аралашыу. □ Общаться, быть в близких отношениях. ■ Ҡотлоғужа, Лапшин кешеләре — Маслов һәм Роман менән дә ҡатнашырға теләк белдермәй. Н. Мусин. • Яманға ҡатнашһаң, уҙеңде ултерер; яҡшыға ҡатнашһаң, эшеңде бөтөрөр. Әйтем.
ҠАТНАШЫУ II (ҡатнаш-) (Р: пачкаться; И.: get soiled; T.: kirlenmek) ҡ. диал.
Бысраныу, ҡаҡашыу. □ Пачкаться, сильно загрязниться. Ҡейемдәре ҡатнашып бөткән. Ҡатнашҡан кулдәк. Батҡаҡҡа ҡатнашыу.
ҠАТНАШЫУСЫ (Р: участник; И.: participant; party; member; T.: katılan) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәлгә ҡатнашлыҡ иткән, ҡатнашып йөрөгән кеше. □ Участник; действующее лицо. Өмәлә ҡатнашыусы. Ярышта ҡатнашыусы. ■ Мәжлес оҙаҡҡа барманы, йыйнаҡ ҡына утте, унда ҡатнашыусылар эске ҡәнәғәтлек, кинәнес менән таралышты.
3. Ураҡсин. Ҡояш кутәрелгән һайын бәйгелә ҡатнашыусылар ишәйә, ярыш төрҙәре лә кубәйә бара. К. Мәргән.
2. Ниндәйҙер насар эш-хәлгә, ғәҙәттә, енәйәткә, ҡатнашлыҡ итеүсе кеше. □ Соучастник. Енәйәттә ҡатнашыусы. Тәртип боҙоуҙа ҡатнашыусы.
ҠАТРАН и. иҫк. ҡар. декабрь. Ҡатран айы. Һыуыҡ ҡатран көнө.
ҠАТСАЙ (Р.: молочай; И.: euphorbia; Т.: sütleğen) и. бот. диал.
Тар ғына ваҡ япраҡлы, йәшел һары суҡ сәскәле, һөтлө үлән; һөтләгән. □ Молочай (лат. Euphorbia). Ҡатсай — ҡый уләне. Ҡатсай ағыулы уләндәр рәтенә инә.
ҠАТТАМА и. кул. диал. ҡар. бауырһаҡ 1,1. Ҡаттама бешереу. Ҡаттамаға ҡамыр баҫыу. Йыуасаға ҡаттама һалыу.
ҠАТҮҢӘС и. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡатуңәс юлы. Ҡатуңәс ауырыуы.
ҠАТЫ I (Р: твёрдый; И.: hard; solid; T.: katı) с.
1. физ. Газ һәм шыйыҡлыҡтарҙан айырмалы рәүештә үҙ формаһын һәм күләмен һаҡлай ала торған (физик есемдәр тураһында). □ Твёрдый. Шыйыҡ һәм ҡаты яғыулыҡ. Ҡаты есем. Ҡаты матдә. ■ Юл төҙөуселәр, ошонда ҡая ташҡа килеп төртөлгәс, бындағы ғәжәп ҡаты тоҡомдарҙы киркә менән йә сукеш менән генә ватып утеп булмағанға, тәрән уя аша ергә лыпын тейҙереп оҙон итеп таштан купер һалырға мәжбур булғандар. Н. Мусин.
2. Физик тәьҫиргә (ҡырҡыу, бөгөу, ҡыҫыу, йәнсеу һ. 6.) ауыр бирелгән; киреһе — йомшаҡ. □ Твёрдый, крепкий, жёсткий. Ҡаты тышлы китап. Ҡаты арҡан. Ҡаты тимер. Ҡаты тупраҡ. ■ Көтөусе арҡаһындағы тоҡсайынан сөсө икмәк киҫәге, бармаҡ башындай ҡаты ҡорот сығарҙы. 3. Ураҡсин. [Батыр менән Хәлит] нимәгәлер эләгеп, ятҡан урындарынан тағы ла аҫҡараҡ, таш кеуек ҡаты иҙәнгә барып төштөләр. Н. Ғәйетбаев. Сәйфетдин өндәшмәне. Ерҙән ҡаты ҡар киҫәге алып, бесәй ултырған яҡҡа ырғытты. Я. Хамматов. • Ҡаты ағасҡа ҡаты сөй. Әйтем.
3. Билдәле бер кимәлдән ҡуйы. □ Крутой, плотный, густой. Ҡаты ҡамыр. Ҡаты бешкән йомортҡа. Ҡаты бутҡа. Ҡаты бал. ■ [Даша] һыуға бешкән ҡаты тары
346